Ҡыяуыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кейәүк битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Кияуково
башҡ. Ҡыяуыҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл биләмәһе

[[Йәнырыҫ ауыл Советы]]

Координаталар

53°40′33″ с. ш. 56°19′55″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Элекке исеме

Ҡыяуыҡ ауылы[1]

Халҡы

146[2] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453237

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 880 003

ОКТМО коды

80 631 480 111

Кияуково (Рәсәй)
Кияуково
Кияуково
Ҡыяуыҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Кияуково
Ҡыяуыҡ (Ишембай районы)
Кияуково

Ҡыяуыҡ, Кейәүк (рус. Кияуково) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 146 кеше була[3]. Йәнырыҫ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453237, ОКАТО коды — 80231880003.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыяуыҡ ауылы шул уҡ исемле йылға эргәһендә урынлашҡан һәм күскенселәр тарафынан нигеҙләнгән. Халыҡтың ҡатнаш составы 1795 йылдан алып теркәлгән. Ул саҡта 6 аҫаба-башҡорт йәшәгән 2 хужалыҡ һәм 121 типтәр йәшәгән 20 хужалыҡ була. Яңы Ҡыяуыҡта 14 хужалыҡта 65 аҫаба башҡорт, 4 йортта 24 ерһеҙ башҡорт, 7 хужалыҡта 35 типтәр йәшәгән. Аҙаҡ типтәрҙәр беренсе ауылға ҡушылғандар. Күренеүенсә, типтәрҙәр татар типтәрҙәрен, шулай уҡ аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттарҙы ла үҙ эсенә алған. 64 йылдан һуң Ҡыяуыҡта 60 ихатала 399 типтәр була. 1920 йылда 171 йортта 891 типтәр йәшәгән. Типтәрҙәр Ҡыяуыҡ ауылына 1749, 1784, 1803 йылдарҙа индерелгәндәр. Ергә керҙәш-башҡорттар менән бергә хужа булғандар. 1839 йылда типтәрҙәрҙең 42 ихатаһында (245 кеше) һәм башҡорттарҙың 5 ихатаһында (22 кеше) 160 ат, 55 һыйыр, 123 һарыҡ, 127 кәзә була. 133 умарталары булған[4]. 1865 йылда 71 йортта 402 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында шулай уҡ аҡ балсыҡ эшкәртеү булған[5][6].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыяуыҡ ауылы Йәнырыҫ ауыл Советына ҡарай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[7]. Клуб бар. Балалар эргәләге Йәнырыҫ урта мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар[8].


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 891
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 726
1959 йыл 15 ғинуар 455
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 197
2002 йыл 9 октябрь 177
2010 йыл 14 октябрь 146 72 74 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл [[Ҡыяуыҡ йылғаһы яры буйында, [[Йәнырыҫтан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Эргәнән Ҡарамалы йылғаһы аға.

Алыҫлығы:[9]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[10]:

  • Фәүзиә Рәхимғолова урамы (рус. улица Фаузии Рахимгуловой)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Газ үткәргес торбаларҙы хеҙмәтләндереү[11].
  • Ауыл хужалығы.
  • Туризм.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 224 | Генеалогия и архивы
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Кияуково | Генеалогия и архивы
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 131. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Ҡыяуыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  8. Ҡыяуыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡыяуыҡ ауылы
  11. РАСПОРЯЖЕНИЕ Правительства РБ от 10.09.2004 № 797-р <ОБ ОТНЕСЕНИИ К ГОСУДАРСТВЕННОЙ СОБСТВЕННОСТИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ОБЪЕКТОВ ГАЗОСНАБЖЕНИЯ, ПОСТРОЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ ИШИ … (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]