Йәнырыҫ (Ишембай районы)
Ауыл | |
Янурусово башҡ. Йәнырыҫ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
йәнырыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453237 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Рәсми сайт | |
Йәнырыҫ (рус. Янурусово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 748 кеше була[2]. Йәнырыҫ ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453237, ОКАТО коды — 80231880001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1749 йылдан алып яһаҡлы татарҙарҙы ҡабул итеү тураһында Ҡармыш түбәһе аҫаба башҡорттары менән кеҙәшлек килешеүе буйынса, ерһеҙ башҡорттар һәм типтәрҙәр тарафынан нигеҙ һалынған, һуңынан улар типтәрҙәр булып киткән. Пугачев етәкселегендә крәҫтиәндәр һуғышында ул ваҡытта яһаҡлы татарҙар тип аталған 96 йәнырыҫлы ҡатнаша. Һуңыраҡ улар типтәрҙәр ҡатламына күсәләр[3]. 1784 йылдағы IV ревизия 210, V ревизия — 226 типтәр күрһәтә.
1834 йылда 77 ихатала 441 типтәр, 4 йортта 35 мишәр, 13 ихатала 84 башҡорт йәшәй. X ревизияла 160 ихатала 922 керҙәш күрһәтелгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 410 йортта 2107 типтәр һәм башҡорт йәшәгән.
1839 йылда 84 башҡорт 370 атҡа, 80 һыйырға, 20 һарыҡҡа, 158 кәзәгә эйә була. 220 умарта, 42 солоҡ тотҡандар. Шулай уҡ 104 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәсәләр.
Ауыл атамаһының килеп сығышына килгәндә — ул Йәнырыҫ тигән кеше исеменән алынған[4].
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 896 кеше йәшәй, унда 418 ир-ат һәм 478 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2107 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2014 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1403 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 927 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 896 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 748 | 355 | 393 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡыяуыҡ йылғаһының яр буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 43 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 39 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәүзиә Рәхимғолова (15.12.1921—21.10.1996), яҙыусы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Илшат Яппаров, йырсы.
- Яппаров Марс Шәрип улы (1936—21.06.2009), мәҙәниәт эшмәкәре. 1977—1997 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2004)[8]. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Агишев Сәфәр Аҡбулат улы (рус. Агишев Сафар Акбулатович; 1913 — 10 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Кесе лейтенант. Ишембай районы) Йәнырыҫ ауылында тыуған.
- Абыҙгилдина Венера Хәмит ҡыҙы (18 март 1939, Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙерге Ишембай) Йәнырыҫ ауылы — 5 май 2006, Өфө ҡалаһы) — табип-офтальмолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981).
- Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы (1901 — 20 ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина, 294-се кавалерия полкы эскадронының политругы. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
- Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы (22 июль 1963 йыл) — башҡорт шағиры, журналист-публицист, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
- Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы (1941), педагогик хеҙмәт ветераны, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1989—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) ректоры. Профессор. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Ғәлимов Флүр Зиннур улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1961—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыяуыҡ йылғаһының ярында мамонт һөлдәһе ҡалдыҡтары — тештәр, оҙонлоғо бер ярым метрға тиклем булған һуҡҡы тештәр һәм башҡа өлөштәре табылған. Табылдыҡтар Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡиммәтле экспонаттар сифатында тәҡдим ителгән[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр. 123 2020 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Йәнырыҫ (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Йәнырыҫ (Ишембай районы) ауылы
- ↑ Яппаров Марс Шәрип улы. Салауат башҡорт дәүләт драма театры. Рәсми сайт (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2021)
- ↑ Достопримечательности — Ишимбайский район — 450 лет в составе России 2011 йыл 5 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнырыҫ (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Достопримечательности — Ишимбайский район — 450 лет в составе России 2011 йыл 5 сентябрь архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Йәнырыҫ (Ишембай районы) ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.