Эстәлеккә күсергә

Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 15 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө цирк артисы, актёр
Әүҙемлек урыны цирк[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1990)

Халыҡтар дуҫлығы ордены

Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы (15 март 1951 йыл) — цирк ветераны, акробат, эквилибрист. 1969—1993 йылдарҙа Өфө дәүләт циркының Башҡорт циркы коллективында униформист, акробат, 1993—2013 йылдарҙа Рәсәй дәүләт цирк компанияһы (Мәскәү) акробаты.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008).

Шамил Кәлимулла улы Кинйәкәев 1951 йылдың 15 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.

1973 йылда Өфө циркының Башҡорт цирк студияһын тамамлай. 1969 йылдан алып Өфө дәүләт циркының Башҡорт циркы коллективында униформист, 1973 йылдан — акробат, 1993 йылдан 2013 йылға тиклем Рәсәй дәүләт цирк компанияһының (Мәскәү) төрлө программаларында акробат булып эшләй.

Шамил Кинйәкәев циркта «Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар» (Акробаты-прыгуны с подкидными досками)[2] номерында эшләй. Шамил Кәлимулла улы — «Ҡулсалы эквилибристар» (1990 йылдан алып — «Ҡулсалы перштарҙағы эквилибристар») номерын уйлап табыусы һәм үҙе үк был номерҙың ҡатнашыусыһы. Был номерҙа ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Т. Ю. Казакова менән сығыш яһай.

Гастролдәр менән Рәсәй һәм сит илдәр буйлап (Австрия, Норвегия, Франция, Швеция, Япония) йөрөй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]