Эстәлеккә күсергә

Клейн Роберт Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Клейн Роберт Александрович
Файл:Роберт Александрович Клейн.jpg
Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1932—1946

Хәрби звание
Капитан
Капитан
Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Орден Богдана Хмельницкого III степени 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Партизану Отечественной войны» I степени Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Ҡалып:Орден За воинскую доблесть 4 степени
Роберт Клейндың ҡәбере. Рәсәй мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы

Роберт Александрович Клейн[1] (9.03.1913 —9 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}), Кривцовка[d], Һарытау губернаһы[d]30 ғинуар 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (76 йәш), Орёл) — совет хәрби хеҙмәткәре, Советтар Союзы Геройы (1944), капитан.

Роберт Александрович Клейн 1913 йылдың 9 мартында Кривцовка ауылында (хәҙер — Волгоград өлкәһе Камышин районы территорияһы). Милләте — немец. В 1931 йылда Маркс ҡалаһындағы автомеханика техникумын тамамлай.

1932 йылдан — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында. Ике йыл дауамында Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә.

1937 йылда В. И. Ленин исемендәге Ульяновск бронетанк мәктәбен тамамлай.

1938 йылдың көҙөндә Эске эштәр халыҡ комиссариаты тарафынан ҡулға алына. В. К. Блюхерҙың «советтарға ҡаршы заговоры»нда ҡатнашыуында шикләнгәнлектән, бер нисә ай буйына һаҡ аҫтында тотола.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Көньяҡ-Көнбайыш фронтында танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант.

1941 йылдың 12 сентябрендә Остёр ҡала районында ҡаты яралана һәм аңһыҙ хәлдә һуғыш яланында ҡала[2].

Урындағы халыҡ уны йәшертә, аяҡҡа баҫҡандан һуң, Переяславль гебитскомиссариаты автогаражы начальнигы булып эшләгәндә йәшерен (подпольный) төркөм ойоштора.

1943 йылдың июненән Украинала И. К. Приймак етәкләгән В. И. Чапаев исемендәге партизандар берләшмәһенә ҡушыла. Партизан соединениеһының Киев өлкәһе Мироновский һәм Богуславский райондары территорияһындағы хәрби операцияларында әүҙем ҡатнаша[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 4 ғинуарындағы «Украин партизандарына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында» указы менән дошман тылында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәү, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы һәм Украинала партизан хәрәкәтен үҫтереүҙәге айырым ҡаҙаныштары өсөн", Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[4].

1944 йылда Украина һәм Польша территорияһында хәрәкәт иткән 1-се Украина партизан дивизияһының разведка начальнигы һәм штаб начальнигы ярҙамсыһы була.

Варшава районында икенсе тапҡыр ҡаты яралана.

1946 йылдан отставкала (инвалидлыҡ буйынса).

1946 йылдан Орёл ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Орёл ҡалаһының Троицк зыяратында ерләнгән. Уның ҡәбере Рәсәйҙең төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы тарихы ҡомартҡыһы булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. В Указе о награждении званием Героя Советского Союза — Кляйн Роберт Александрович
  2. Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Клейн Роберт Александрович, , пропал без вести,. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 29 июль 2016. Архивировано 16 август 2016 года.
  3. Партизанський та підпільний рух на Канівщині. Дата обращения: 14 июнь 2014. Архивировано 23 март 2014 года.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза украинским партизанам» от 4 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — № 2 (262). — С. 1. Архивировано из первоисточника 7 декабрь 2021.
  5. Память народа :: Документ о награде :: Клейн Роберт Александрович, Орден Отечественной войны I степени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 29 июль 2016. Архивировано 17 август 2016 года.

Клейн Роберт Александрович. «Герои страны» сайты.