Эстәлеккә күсергә

Козлова Елизавета Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Козлова Елизавета Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 19 август 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Красное Село[d], Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 10 февраль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны СССР
Хәләл ефете Козлов, Пётр Кузьмич[d][1]
Һөнәр төрө орнитолог
Эш урыны Зоологический институт РАН[d][1]
Зоологический институт РАН[d][1][2]
Уҡыу йорто Гимназия княгини А. А. Оболенской[d][1]
Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты[1]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d][1] һәм биология фәндәре докторы[d][2]
Ойошма ағзаһы Американское общество орнитологов[d][2], Немецкое общество орнитологов[d][2] һәм Британский союз орнитологов[d][2]

Елизавета Владимировна Козлова (ҡыҙ фамилияһы Пушкарёва; 18921975) — совет һәм рус орнитологы, рус ғалим-тикшеренеүсеһе П К. Козловтың ҡатыны.

1892 йылдың 19 авгусында Красное Село ауылындағы табип Владимир Иосифович Пушкарёв ғаиләһендә тыуған.

1910 йылда Елизавета гимназияны алтын миҙал менән тамамлай һәм ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтының тәбиғи-тарихи бүлексәһенә уҡырға инә.

Үҙ эшмәкәрлеген орнитолог булараҡ Тянь-Шань тауына 1913 йылда сәйәхәт ҡылғанда һәм Көньяҡ Украинаға 1918—1919 йылдарҙа барғанда башлай (Аскания-Нова) ҡурсаулығында эшләй).

1923—1926 йылдарҙа Рус география йәмғиәте ойошторған экспедицияла белгес- орнитолог сифатында ҡатнаша һәм ире менән бергә Монголияға барып эләгә.

Күпмелер ваҡыт Рәсәйҙә булғандан һуң, Монголияға кире ҡайта һәм 1929—1930 йылдарҙа урындағы ҡоштар тураһында мәғлүмәт йыя һәм уларҙың биологияһын, экологияһын һәм таралыуын өйрәнә. Уның Көньяҡ-Көнбайыш Байкал аръяғы, Төньяҡ Монголия һәм Үҙәк Гоби ҡоштарына бағышланған тикшеренеү һөҙөмтәләре 1930 йылда матбуғатта баҫылып сыға башлай. Ошо эштәре өсөн ул География йәмғиәтенең көмөш миҙалына лайыҡ була.

1932-1975 йылдарҙа Е. В. Козлова СССР Фәндәр академияһының Ленинградтағы Зоология институтында, орнитология бүлексәһендә, эшләй[3].

1934, 1935 һәм 1937 йылдарҙа Елизавета Владимировна Каспий диңгеҙе яр буйындағы Талышта һәм Әзербайжандың Киров исемендәге Ҡыҙыл ағас ҡултығында урынлашҡан ҡурсаулыҡ территорияһында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул эшләгән институт Дүшәмбегә (Тажикстан) эвакуациялана, бында профессор А. Я. Тугаринов менән бергә тау ҡоштары төрҙәрен өйрәнеүен дауам итә. 1945 йылда институт менән бергә Ленинградҡа кире ҡайта.

1950—1960 йылдарҙа Козлова фауна тураһындағы хеҙмәттәрҙе тикшеренеү менән шөғөлләнә.

Вафат булған датаһы — 10 февраль 1975 йыл. Е. В. Козлованың уҡыусыһы, Зоология институты хеҙмәткәре Р. Л. Потапова остазы тураһында ошоларҙы әйтә:

«Именно она сумела собрать воедино и дать логическое завершение всем авифаунистическим исследованиям знаменитой плеяды российских исследователей Центральной Азии, причём с полным учётом вклада в эту работу и зарубежных натуралистов. И именно в этом непреходящая ценность научного наследия Елизаветы Владимировны».

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Е. В. Козлова Тибет таулығының орнитофаунаһы тураһында (1952) һәм Үҙәк Азияның дала һәм сүл зонаһы ҡоштары тураһында монографиялар яҙа (1975). Шулай уҡ, ул таксономия һәм филогенетика өлкәһендә хеҙмәттәр баҫтырып сығара, шулай уҡ 1951—1953 йылдарҙа «СССР-ҙың фаунаһы» серияһында СССР ҡоштары тураһындағы бүлегендә үҙенең тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен яҙа.
  • 1961—1962 йылдарҙа донъя күргән ҡара-сәпсәүҙәр буйынса ике томлыҡ китабы өсөн Е. В. Козловаға 1962 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә.
  • Көнбайыш илдәренең эре орнитология ойошмалары (америка, германия һәм англия) Е. В. Козлованы үҙ ойошмаларының ағзаһы итеп һайлай (1963), (1969), (1971).