Эстәлеккә күсергә

Королёва Марионелла Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Королёва Марионелла Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 24 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (20 йәш)
Вафат булған урыны Городище районы[d], Волгоград өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Волгоград өлкәһе
Һөнәр төрө актёр, кино актёры, медсестра, nurse scientist
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][2], Икенсе бөтә донъя һуғышы[2] һәм сестринское дело[d][2]
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Сталинград һуғышы
Хәрби подразделение 214-я стрелковая дивизия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Королёва Марионелла Владимировна Викимилектә

Королёва Марионелла Владимировна (Гүля Королёва; 8 сентябрь 1922 йыл — 23 ноябрь 1942 йыл) — СССР актрисаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған санинструктор.

1922 йылдың 9 сентябрендә Мәскәүҙә режиссёр һәм сценограф Владимир Данилович һәм Зоя Михайловна Королёвтар ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уҡ «Каштанка» фильмында эпизодик роль башҡара, унан һуң «Рязань бисәләре» картинаһында. 12 йәшендә «Партизан ҡыҙы» фильмында төп ролдә уйнай (Василинка), ошо роль өсөн «Артек» пионер лагерына йүнәлтмә ала. Һуңынан тағы бер нисә фильмда төшә: «Мин яратам» һәм «Ҡояшлы маскарад».

1932 йылда Гуляның ата-әсәһе айырылыша һәм ҡыҙ әсәһе менән Украинаға күсенә, унда әсәһе украин композиторы Филипп Козицкийға кейәүгә сыға. Атаһы Мәскәүҙә ҡала, әммә Гуля уның бик әүҙем хатлаша һәм бик йыш Мәскәүҙә ҡунаҡта була. 1940 йылда ул Киев гидромелиорация институтына уҡырға инә.

Елена Ильина ижад иткән «Дүртенсе бейеклек» китапта Гуля Королеваның улы Сашаның («Ежик») атаһы Сергей исемле булған. Китап буйынса, ул һуғышҡа китә һәм унда батырҙарса һәләк була. Әммә Ильинаның китабындағы тарих дөрөҫлөккә тап килмәй. Мәҫәлән, Ефим Чеповецкий үҙенең «Тәгәрмәс алға, тәгәрмәс артҡа» исемле китабында Королёваның ире Алексей Пятаков булған, ул «халыҡ дошманы» нарком Пятаковтың яҡын туғаны һәм эскесе була һәм ғүмеренең бер өлөшөн Норильскиҙа һөргөндә үткәрә, тип тасуирлай.

А. Б. Островская үҙенең «Киев буйлап ҡабаланмаҫ йөрөштәр» мәҡәләһендә Гуляның ире тураһында ошондай мәғлүмәт бирә: ул Гуляның әхирәте Клавдия Донскаяға өйләнә, әммә улар никахта оҙаҡ булмайҙар, Алексейҙың эскелеге арҡаһында айырылышалар. 1972 йылда вафат була һәм Байков зыяратында ерләнә. Шулай уҡ, Гуляның улы анестезиолог булып эшләй, тигән мәғлүмәт бирелә.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Королёва Гидромелиорация институтына уҡырға инә, 1940 йылдың октябрендә ошо уҡ институттың студенты А. Н. Казанскийға кейәүгә сыға, ул тиҙҙән һуғышта һәләк була. Бәлки, тап ошо кеше Гуляның һуғышта һәләк булған һәм китапта улының атаһы итеп һүрәтләнгән иренең прототипы булғандыр, сөнки Пятаков менән уларҙың никахтары һуғышҡа тиклем тарҡала. Гуляның әсәһе хәтерләүенсә, Гуляның ире «хәрби мәктәптә уҡый». "Дүртенсе бейеклек"тә 1941 йылдың йәйенә Гуля икенсе йыл кейәүҙә була. Бәлки, был уның икенсе никахы булыуына ишара булып торалыр, сөнки китапта Пятаков менән никахы бөтөнләй һүрәтләнмәй. Өҫтәүенә, улының атаһы — Аркадий, ә фамилияһы Королёв-Казанский тип яҙыла. 1941 йылда Гуля әсәһе һәм үгәй атаһы менән Өфөгә эвакуациялана. Улы тыуғандан һуң, балаһын әсәһе ҡарамағына ҡалдырып, 1942 йылда фронтҡа китә.

Гуля Королёва 780-се уҡсылар полкының медик-санитар батальонына доброволец булып яҙыла. 1942 йылдан — ВКП(б) ағзалығына кандидат. Һәләк булған көнөнә 214-се уҡсылар дивизияһы 780-се уҡсылар полкы санинструкторы вазифаһында һәм хәрби званиеһы буйынса рядовой була.

М. В. Королёва Сталинград тирәһендәге алыштарҙа 1942 йылдың 16 июленән алып ҡатнаша[3].

Тышҡы һүрәттәр
Памятник "Четвертая высота" стоит на месте гибели Гули, у хутора Паньшино. Фото: Роман Мерзляков/РГ.[4]

1942 йылдың 23 ноябрендә, 56,8 бейеклеге өсөн алыш барышында, ул яу яланынан 50 яралы яугирҙы алып сыға, ә командир һәләк булғандан һуң яугирҙарҙы атакаға күтәрә, беренсе булып дошман окопына бәреп инә, бер нисә граната менән 15 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Үлемесле яралана, ләкин, өҫтәмә көстәр килеп еткәнгә тиклем, һуғыш алып барыуын дауам итә.

1942 йыл дың 23 ноябрендә һәләк була. Уның үлгән көнөндә уҡсылар полкы командиры М. В. Королёваны СССР-ҙың юғары дәүләт наградаһы — Ленин орденына тәҡдим итә, 1942 йылдың 2 декабрендә бүләкләү ҡағыҙына дивизия командиры генерал-майор Н. И. Бирюков ҡул ҡуя. Ләкин 1942 йылдың декабрендә Армия Хәрби советы ағзалары 24-се армия командующийы генерал-майор И. В. Галанин һәм полковник И. А. Гаврилов башҡа отличие билдәһе менән бүләкләү тураһында һығымта яһайҙар — Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән[3]. Дон фронты ғәскәрҙәре буйынса 93/н бойороғо командование тарафынан 1943 йылдың 9 ғинуарында раҫлана, М. В. Королеваны бүләкләү 20-се номер аҫтында күрһәтелгән.

Марионелла (Гүля) Королёва Волгоград өлкәһе Городище районы Сакарка утарындағы Рәсәй урамында айырым ҡәберлектә ерләнгән. Һәйкәле мрамор валсыҡлы тимер-бетондан параллелепипед формаһында эшләнгән, бейеклеге 1 метр. Һәйкәлдең алғы яғында «Марионелла Владимировна Королёва (Гуля) 1922—1942 йылдар» тип яҙылған. Шефлыҡ Волгоград өлкәһе Городище муниципаль районына һәм Паньшин ауыл биләмәһе Мәҙәниәт үҙәгенә йөкмәтелгән[5].

Башҡа сығанаҡтар буйынса, Гүля Королева кесе сержант званиеһында булған, 1942 йылдың 24 ноябрендә һәләк булған һәм Волгоград өлкәһе Городище районы Котлубань ҡасабаһында туғанлыҡ ҡәберендә ерләнгән[6].

«Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәгендәге Геройҙар Аллеяһы
  • Волгоград өлкәһе Городище районында республиканың ҡала мемориал «56.8 бейеклек. Дүртенсе бейеклек. Бында 1942 йылдың 23 ноябрендә Марионелла /Гүля/ Владимировна Королёва батырҙарса һәләк булған» яҙыулы мемориал бар[7]
  • Ровно ҡалаһында Милли һыу хужалығы һәм тәбиғәттән файҙаланыу университеты (элекке Киев гидромелиорация институты)алдында һәйкәл ҡуйылған.
  • Өфөлә Карл Маркс урамындағы 32-се йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Днепропетровск, Волгоград һәм Междуреченск ҡалаларында урамдар уның исемен йөрөтә. Междуреченскиҙағы урамда бер нисә дауалау учреждениеһы урынлашҡан.
  • Волгоград өлкәһендә Балалар һауыҡтырыу лагерына уның исеме бирелгән.
  • Волгоград өлкәһе Совет районындағы ҡасаба уның исемен йөрөтә.
  • «Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәгенең «Лазурный» лагеры территорияһында «Улар Артекта булған» һәйкәл бар.
  • Гүля Королёва «Сталинград алышы» панорамаһында һүрәтләнгән

Гүля Королёва ҡатнашҡан фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1926 — Каштанка — эпизодик роль
  • 1927 — Бабы рязанские — иң бәләкәй «баба рязанская»
  • 1934 — Дочь партизана — крәҫтиән ҡыҙы Василинка
  • 1936 — Я люблю — ҡарт шахтёр Варектың ейәнсәре
  • 1936 — Солнечный маскарад — Люза, хайуандар совхозы директоры ҡыҙы

Гуля Королёва тураһында фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1968 — Гуля Королёва
  • 1977 — Четвёртая высота
  • Елена Ильина. Четвёртая высота.
  • Евстратов П. Её звали Гуля. — Волгоград: Нижне-Волжское кн. изд-во, 1973.
  • Мишаткин Юрий. Письма без марок (Рассказы о письмах Гули Королёвой).
  • Чеповецкий Ефим. Колесо вперёд, колесо назад. — Чикаго, 1999.
  • Елена Ракитина. Все о Гуле Королевой — Санкт-Петербург, изд-во «Речь», 2019.Станислав Садальский о книге «Всё о Гуле Королёвой»
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. 3,0 3,1 Центральный архив Министерства обороны
  4. Роман Мерзляков Пятая высота (рус.) // Российская газета - Неделя - Юг России. — 01.06.2017. — № 7284 (118).
  5. ОБД Мемориал 2016 йыл 16 август архивланған.
  6. ОБД Мемориал 2016 йыл 16 август архивланған.
  7. Василёк сорван взрывом. 6 неизвестных и трогательных памятников ВОВ