Эстәлеккә күсергә

Карл Корренс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Корренс, Карл битенән йүнәлтелде)
Карл Корренс
нем. Carl Correns
Тыуған көнө

19 сентябрь 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Мюнхен, Германский союз

Вафат көнө

14 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (68 йәш)

Вафат урыны

Берлин, Веймарская республика

Ил

Германский союз Германский союз
Герман империяһы Герман империяһы
Веймар республикаһы Веймар республикаһы

Ғилми даирәһе

биология, ботаника, генетика, микология

Биологик систематика
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Correns» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге
IPNI сайтында Шәхси бите

Carl Correns на Викивидах
Страница на Викивидах

Карл Корренс[1] йәки Эрих Карл Корренс[2][3][4][5] (нем. Carl Correns[6][7] йәки нем. Carl Erich Correns[8][9] йәки нем. Кarl Correns[10] йәки нем. Carl Erich Franz Joseph Correns йәки нем. Carl Franz Joseph Erich Correns[6][11], 19 сентябрь 1964 — 14 февраль 1933) — немец[2][6] биологы[6], ботаник[2][6], миколог[11], профессор[6][8], ботаника профессоры [9] почетлы профессоры Берлин университетының почетлы профессоры, биология профессоры [9], Германияла иң тәүге генетиктарҙың[8] береһе, Мендель закондарын ҡабатлап асыусыларҙың береһе[1][2][8].

Карл Корренс 1864 йылдың 19 сентябрендә Мюнхенда тыуған. Уның атаһы рәссам булған. Бәләкәй сағында уҡ ата-әсәһен юғалтҡан. Уны инәйе тәрбиәләп үҫтергән. Башланғыс белемде Швейцарияла Санкт-Галлендә алған.

1885 йылдан 1888 йылға тиклем ул Грацта, Берлинда һәм Лейпцигта ботаника буйынса белем алған.

1885 йылда Корренс Мюнхен университетына уҡырға инә. Унда ботаника буйынса Карл Вильгельм фон Негели уҡытҡан; Корренстың ата-әсәһе булмауын белеп, ул уға уҡыуҙа бар яҡлап ярҙам итергә тырышҡан.

Негели Карлда үҫемлектәрҙең нәҫеллек билдәләрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Шулай уҡ Корренсҡа диссертация яҙыуҙа ярҙам күрһәткән.

1892 йылда Карл Корренс Карла Вильгельм фон Негелиның туғаны Элизабетҡа өйләнгән.

Корренстың ике улы ла билдәле ғалимдар: минералог Вильгельм Карл Корренс (1893-1980) һәм Эрих Корренс химияһының (1896-1981)

Мюнхен университетын тамамланғандан һуң, диссертацияһын да тамамлап, 1889 йылда Карл Корренс доктор дәрәжәһен ала һәм Тюбинген университетында уҡытыусы вазифаһына тәғәйенләнә.

1897 йылдан ул Тюбинген университеты профессоры була. 1899 йылда Карл Корренс Тюбингены университетында ботаника профессоры була. 1902 йылда Мюнстера университетында ботаника профессоры дәрәжәһенә һәм Ботаника институты директоры вазифаһына эйә була.

1903-1907 йылдарҙа Карл Корренс Лейпциг университеты профессоры, ә 1909-1914 йылдарҙа Мюнстер университеты профессоры дәрәжәһенә өлгәшә. Ул шулай уҡ Берлин университетының почетлы профессорыла булып торған.

Карл Корренс Германияның "Леопольдин" тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы була.

1914-1933 йылдарҙа Корренс Берлиндағы биология институты директоры булып эшләй. 1920 йылда ул биология профессоры булып китә.

1915-1919 йылдарҙа Берлинда Пруссияның Король Фәндәр академияһы ағзаһы.

1919-1933 йылдарҙа Берлинда Пруссия Фәндәр академияһы ағзаһы һәм Пруссия фәндәр академияһы ағзаһы була.

1932 йылда Корренс Лондондағы король йәмғиәте тарафынан Дарвин Медалы менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда Гарнака миҙалына (Медаль Гарнака[de][12]) лайыҡ була.

Карл Корренс 1933 йылдың 14 февралендә Берлинда вафат була. Ул Берлиндың көньяҡ-көнбайышында, Штеглиц-Целендорф округына ҡараған Далем урман зыяратында ерләнгән.

Карл Корренстың Далемда ҡәбере, 25 октябрь, 2010

1938 йылда уның хөрмәтенә Кайзер институтынан алыҫ түгел ерҙә өс мөйөшлө парк асылған. Корренстың күп кенә эштәре баҫылып өлгөрмәгән һәм 1945 йылда Берлинды бомбаға тотҡанда юҡ ителгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Корренс мук һымаҡтарҙы, ылымыҡтарҙы, орлоҡло үҫемлектәрҙе өйрәнеү һәм микология буйынса махсуслаша.

Корренстың төп ҡаҙанышы голланд Xуго де Фриз һәм Австрия ғалимы Эрих Чермак менән бер үк ваҡытта Мендель тарафынан асылған нәҫеллек ҡанундарын ҡабатлап асыуға һәм раҫлауға ҡайтып ҡала.. Үҫемлектәр нәҫеллеге хаҡында Корренстың тикшереү эштәренең тәүге һөҙөмтәләре 1900 йылда баҫылып сыға.

Карл Корренстың хеҙмәттәре үҫемлектәрҙә нәҫеллек билдәләренән: ксения күренештәрен, енес билдәләре формалашыуын, сыбар япраҡлылыҡ һәм плазматик нәҫеллеккә эйә булыу күренештәрен артабан өйрәнеүгә арналған.[2].

Плазматик нәҫеллеккә эйә булыу күренештәренең тәүге дәлилдәрен Корренс 1909 йылда Mirabilis jalapa үҫемлегенең сыбар япраҡлылығына арналған хеҙмәтендә килтерә. Был нәҫеллек нигеҙендә хлоропластарҙың (фотосинтез процесын башҡарған органоидтар) әсәлек линияһы буйынса ғына күсеүе ята. 1908 йылда Карл тәүге тапҡыр ядро геномы составына инмәгән генды тасуирлап бирә.

Корренс хромосомаларҙа (1902) гендар алмашыныу (кроссинговер) һәм гендар эләгешеү ҡанундарын һәм үҫемлектәрҙә енес билдәләренең Мендель закондарына ярашлы нәҫелгә күсеү сәбәптәрен бик күптәрҙән алда уҡ аңлау дәрәжәһенә өлгәшкән ғалимдарҙың береһе.

  • Nachkommenschaft über der Rassenbastarde das der Verhalten Mendels Regel G., 18 Berichte Deutschen Gesellschaft der Botanischen (Бер мең туғыҙ йөҙ), 158-168.
  • Levkojenbastarde Über – der der Kenntnis Mendelschen Grenzen Regeln Zur, 84 Botanisches Centralblatt (Бер мең туғыҙ йөҙ), 1-16 (der erstmalige Beschreibung Genkopplung)
  • Über auf der Entstehung Untersuchungen botanischem Experimentelle Arten Gebiet die, Für Rassen Archiv - und Gesellschafts-1 Biologie (Бер мең туғыҙ дүрт), 27-52.
  • Des Bestimmung Vererbung Geschlechtes Die und, mit höheren Pflanzen Versuchen nach, Deutscher Verhandlungen Gesellschaft Naturforscher Ärzte und der Бер мең туғыҙ йөҙ ете, 794-802.
  • Vererbung Rolle Plasma und der der Kenntnis Kern von bei Zur, Zeitschrift induktive Abstammungs für - 1 und Vererbungslehre (Бер мең туғыҙ девятьсот), 291-328.
  1. 1,0 1,1 Грегор Мендель (1822—1884) 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Большая советская энциклопедия: В 30 т. — М.: «Советская энциклопедия», 1969—1978.
  3. Большой Энциклопедический словарь. — 2000.
  4. Энциклопедический словарь. — 2009.
  5. Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. — «Кирилл и Мефодий», 1998—2011.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 DNB, Katalog der Deutschen Nationalbibliothek: Carl Correns
  7. Virtual International Authority File: Carl Correns
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Carl Erich Correns
  9. 9,0 9,1 9,2 Carl Erich Correns
  10. 169—170 (Nordisk familjebok / Uggleupplagan. 35. Supplement. Cambrai — Glis): Кarl Correns
  11. 11,0 11,1 International Plant Names Index: Carl Franz Joseph Erich Correns (1864—1933)
  12. Encyclopedia results for markl
  • Большая советская энциклопедия: В 30 т. — М.: «Советская энциклопедия», 19691978(рус.)
  • Большой Энциклопедический словарь. — 2000(рус.)
  • Энциклопедический словарь. — 2009(рус.)
  • Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. — «Кирилл и Мефодий», 19982011(рус.)
  • Гайсинович А. Е. Зарождение генетики. — М.: «Наука», 1967. — 196 с. (рус.)
  • Brummitt RK; Powell CE. (1992). Authors of Plant Names. Royal Botanic Gardens, Kew. ISBN 1-84246-085-4(инг.)
  • Hagemann, R. Erwin Baur or Carl Correns: who really created the theory of plastid inheritance? (инг.) // Journal of Heredity (инг.)баш. : journal. — Oxford University Press, 2000. — Т. 91. — № 6. — С. 435—440. — DOI:10.1093/jhered/91.6.435 — PMID 11218080. (инг.)
  • Saha, M S. The Carl Correns papers (билдәһеҙ) // The Mendel newsletter; archival resources for the history of genetics & allied sciences. — 1981. — Т. 21. — С. 1—6. — PMID 11615874. (инг.)
  • Rheinberger, H J. [Carl Correns' experiments with Pisum, 1896–1899.] (билдәһеҙ) // History and philosophy of the life sciences. — 2000. — Т. 22. — № 2. — С. 187—218. — PMID 11488142. (инг.)
  • Rheinberger, H J. Mendelian inheritance in Germany between 1900 and 1910. The case of Carl Correns (1864–1933) (инг.) // C. R. Acad. Sci. III, Sci. Vie (инг.)баш. : journal. — 2000. — Т. 323. — № 12. — С. 1089—1096. — PMID 11147095. (инг.)
  • Corcos, A F; Monaghan F V. Correns, an independent discoverer of Mendelism? I. An historical/critical note (инг.) // Journal of Heredity (инг.)баш. : journal. — Oxford University Press, 1987. — Т. 78. — № 5. — С. 330. — PMID 3316376. (инг.)