Красноуфимск өйәҙе
Красноуфимск өйәҙе
|
Красноуфимск өйәҙе — 1781—1923 йылдарҙа Рәсәй империяһы һәм РСФСР-ҙағы Пермь губернаһы (1919—1923 йылдарҙа Екатеринбург губернаһы) составындағы административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Красноуфимск.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Красноуфимск өйәҙе майҙаны 24 485 км² (21 514 кв. саҡрым) тәшкил итә. Уның территорияһы Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә урынлашҡан һәм ҙур тауҙар, ҡалҡыулыҡ-түбәләр, теҙмәләр менән ҡапланған, әйтер кәрәк майҙандың күп өлөшө — 16 388 км² (1,5 млн дис.) яҡыны башлыса ылыҫ урманы, мәғдәнгә һәм минераль ресурстарға бай. Иң мөһим йылғалары: өйәҙҙең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡушылдыҡтары Утка һәм Шайтанка менән Чусовая йылғаһы, ҡушылдыҡары Тис, Иргина, Соҡсон, Молебка менән Сылва, ә һуңынан Боғалыш, Бисерть, Һарына һәм Әртә йылғалары үҙҙәренең һыуын Өфө (Ҡариҙел) йылғаһына ҡоялар. Өйәҙҙең көньяғы иҫ китмәле ҡара тупраҡҡа бай, унда иген уңа.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйәҙ Пермь наместниклығы Пермь өлкәһе составында 1781 йылдың 27 ғинуарында барлыҡҡа килгән. 1796 йылдың 12 декабренән Пермь губернаһы составында.
1919 йылда, Екатеринбург губернаһы барлыҡҡа килгән саҡта, уның составына ингән. Һуңғараҡ көнсығыш улустар Екатеринбург өйәҙенә бирелгән.
1923 йылдың 3 ноябрендә өйәҙ бөтөрөлгән, уның территорияһы Урал өлкәһе Кунгур округы составына ингән.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Красноуфимск өйәҙендә халыҡ һаны: урыҫтар (202 018 кеше), башҡорттар (21 809 кеше), мариҙар (15 345 кеше), татарҙар (14 753 кеше), типтәрҙәр (3 649 кеше), мишәрҙәр (487 кеше), удмурттар (434 кеше), мансы (389 кеше)[1] монгол-фин сығышлы ҡатнаш халыҡ тип аталған халыҡ. Халыҡ һаны 244 310 кеше (шуның 120 040 ир-ат) булған: 225 537 крәҫтиән, 766 мещан, 16 436 хәрби ҡатлам. 9 354 кеше — иҫке тәртип православиеһына тоғролар).
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913 йылда өйәҙ составына 44 улус ингән[2]:
|
|
|
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәттең төп төрҙәре игенселек һәм тау эше булған. 1893 йыл мәғлүмәттәре буйынса культивацияланған үҫемлектәр араһында беренсе урынды: арыш — 677 км² тирәһе (62 мең дис.), һоло — км²-ҙан ашыу (51 мең дис.) һәм бойҙай — 246 км²-ға тиклем (22,5 мең дис.) биләй, артабан ҡарабойҙай, арпа — 46 км² (4,5 мең дис.), борсаҡ, етен, тарма, бер аҙ борай, тары һәм яҫмыҡ борсаҡ (чечевица) тора. Сәсеүлектәргә бүленгән ер майҙаны — 1 693 км² тирәһе (155 мең дис.). 1892 йылда өйәҙҙә аттар һаны — 67053 баш, эре мөгөҙлө малдар — 68697 баш, Һарыҡ — 97867 баш, сусҡалар — 7292 баш, кәзә — 3613 баш. Суйын ҡойоусы һәм тимер сығарыусы йәки икеһен бергә етештереүсе тау заводтары: иң мөһиме — Үрге һәм Түбәнге Әртә заводтары. Ҡағыҙ һәм ҡатырға заводтары, 2 араҡы ҡыуыусы, 2 быяла заводтары. 1893 йылда 507 вағыраҡ завод-фабрика предприятиеһы булған, шул иҫәптән 188 тирмән, 30 күн эшкәртеү заводы, 95 тимерлек, 35 металл эшләнмәләр заводы, 16 кирбес заводтары. Ыҫмала ҡыуыусы, тире иләүсе һәм һарыҡ тиреһенән кейем тегеү заводтары, ярма һыҙырыу һәм май яҙыу заводтары, кейеҙ һәм быйма баҫыу оҫтаханалары ла шулай уҡ байтаҡ (төркөмдә 7 алып 18 саҡлы предприятие).
Урындағы үҙидара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйәҙ буйынса 1893 йылдағы земство сығымдары 239 000 һум: 58 590 һум — халыҡ мәғарифына, 41 200 һум — дауалау эшенә. Өйәҙҙә 3 624 уҡыусыһы (ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа) булған 61 мәктәп; 5 дауахана, 7 табип, 29 фельдшер.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Демоскоп Weekly — Приложение.
- ↑ Волостныя, станичныя, сельскія, гминныя правленія и управленія, а также полицейскіе станы всей Россіи съ обозначеніем мѣста ихъ нахожденія. — Кіевъ: Изд-во Т-ва Л. М. Фишъ, 1913.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красноуфимск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
- Старые карты Красноуфимского уезда
- Шумилов Е. Н. Красноуфимск өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.