Круглов Григорий Михайлович
Круглов Григорий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 август 1927 |
Тыуған урыны | Саконы[d], Лебяжинское сельское поселение[d], Алексеевское районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 август 2018 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Һуғыш/алыш | Совет-япон һуғышы[d] |
Жанр | пейзаж[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Круглов Григорий Михайлович (8 август 1927 йыл — 26 август 2018 йыл[1]) — совет рәссамы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (1996), БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1990). СССР-ҙың рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Круглов Григорий Михайлович[2] 1927 йылдың 8 авгусында Татар АССР-ының Алексеевское районы Сакон ауылында тыуған.
Махсус белемгә эйә түгел. 9 йыл мәктәптә уҡыған осорҙа, Пионерҙар йортона йөрөп сәнғәт студияһында шөғөлләнә. Хеҙмәт иткән осорҙа Алыҫ Көнсығыш хәрби округының һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Маньчжурия һәм Кореяның азат итеп, Япония менән һуғышта ҡатнаша. 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтының 18-се запас уҡсылар полкы элемтә батальонының радист-уҡсыһы булып хеҙмәт итә.
1950 йылдан алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
1951—1985 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй, бер үк ваҡытта рәссам-педагог Владимир Степанович Сарапулов етәкселеге аҫтында һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнә.
1953 йылдан башлап сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Картиналары Башҡорт дәүләт художество музейы, Хәрби дан музейы, эске эштәр министрлығы музейы, Рәсәй һәм сит илдәр музейҙары һәм шәхси тупланмалар коллекцияларында һаҡлана.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы А. В. Храмов» (1960), «Дан орденының тулы кавалеры Г. М. Подденежный» (1975), «Партизан» (2002), ҡатынының (1956), атаһының (1970), әсәһенең (1971) портреттары. Жанрлы эштәре: «М. Горькийҙың И. Поддубный менән осрашыуы» (1959), «Мостай Кәримдең яҡташтар менән осрашыуы» (1989), «Ҡаҙ ҡанаты байрамы» (1984). М. М Шайморатовҡа арналған картиналары: «М. Шайморатов дивизияһы штабында» (1989), «Генерал Шайморатовтың һуңғы алышы» (2006)[3], натюрморттар һәм пейзаждар: «Күпер» (1987), «Балыҡтар» (1999) һәм башҡалар.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөләге шәхси күргәҙмәләре (1961, 1993, 1999, 2003, 2004).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (1996)
БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1990).
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
«Японияны еңгән өсөн» (1946), «Кореяның азат иткән өсөн» (1946), «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» (1948), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә егерме йыл» (1965), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә утыҙ йыл» (1975), «СССР ҡораллы көстәренә 60 йыл» (1978), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҡырҡ йыл» (1985), «Хеҙмәт ветераны» (1987), «СССР ҡораллы көстәренә 70 йыл» (1988), «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә илле йыл», Г. Жуков миҙалдары (1995), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә алтмыш йыл» (2005), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә алтмыш биш йыл» (2010) миҙалдары.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы (1962).
«Ауыл өҫтөнән мәҙәни шефлыҡ алдынғыһы» (1972).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- https://web.archive.org/web/20140225031646/http://pchyolkaco.com/pamyat-zhivykh-grigorijj-mikhajjlovich-kruglov.html/
- https://web.archive.org/web/20140222062902/http://artru.info/ar/9323/
- http://kulturarb.ru/news/?ELEMENT_ID=15795
- http://www.agidel.ru/?param1=10135&tab=7 2018 йыл 27 август архивланған.
- 8 августа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Татарстанда тыуғандар
- 26 августа вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Башҡортостандың халыҡ рәссамдары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамдары
- Өфө рәссамдары