Крушевац

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крушевац
сер. Крушевац
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1371
Рәсем
Нигеҙләүсе Лазарь Хребелянович[d]
Дәүләт  Сербия
Административ үҙәге Расинский округ[d], Крушевац[d] һәм Крушевац[d]
Административ-территориаль берәмек Крушевац[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Kruševac[d]
Халыҡ һаны 58 745 кеше (2011)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 137 метр
Туғандаш ҡала Пистоя[d], Рымнику-Вылча[d], Волгоград[1], Керкира[d], Рязань, Кирьят-Гат[d], Одинцово, Электросталь ҡалаһы, Биелина[2] һәм Травник[d]
Милке Hala sportova[d]
Майҙан 854 км²
Почта индексы 37000
Рәсми сайт krusevac.org.rs
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Урындағы телефон коды 037
Регистрационный номер KŠ/КШ
Карта
 Крушевац Викимилектә

КрушевацСербияның Крушевац общинаһында, Расин округында ҡала. Урта быуаттарҙа серб баш ҡалаһы булған. 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса халҡы 75 256 кеше (1991 йыл иҫәбе буйынса — 58808 кеше) тәшкил иткән. Крушевац общинаһында 130 000 самаһы кеше йәшәй.

Крушевац общинаһы 101 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Крушевац ҡалаһы — Расин округының һәм Крушевац общинаһының иҡтисади, административ, сәнәғәт, мәҙәни, мәғариф, спорт һәм мәғлүмәт үҙәге. Крушевац общинаһы 854 км² майҙанды биләй.

Ҡала Крушевац соҡоронда урынлашҡан, ул Көнбайыш Морава үҙәнен биләй һәм төньяҡта Левча һәм Темнича араһында, көньяҡта Жупе, Колаоник һәм Ястребац араһында, көнбайышта Кралев утрауы һәм Ибар үҙәне араһында һуҙыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең баш ҡалаһы итеп Крушевацҡа кенәз Лазарь 1371 йылда нигеҙ һала. Беренсе тапҡыр 1387 йылда телгә алына. Риүәйәттәр буйынса, Крушевац исемен крушец ташынан ала, шул таштан күп өлөшөндә ҡала төҙөлгән.

Косово һуғышынан һуң Крушевац Сербияның баш ҡалаһы булып ҡала. Был ваҡытта Милица, ә унан һуң Лазарҙың улы —деспот Стефан хакимлыҡ итә. һуңыраҡ баш ҡаланы ул Белградҡа күсерә. Төрөктәр күп тапҡыр Крушевацҡа һөжүм итә, ләкин 1427 йылда ғына, деспот Стефан үлгәндән һуң, яулап ала

1444 йылдан Крушевац Георгий Бранкович ҡулы аҫтында була, әммә төрөктәр уны 1454 йылда тулыһынса баҫып ала. Ул ваҡытта ҡала төрөк Аладжа Хисар исемен йөрөтә. 1689 йылдағы австрия-төрөк һуғышы ваҡытында ҡала төрөктәрҙән азат ителә. Ҡала төрөктәргә 1791 йыл да Свиштов тыныслығы буйынса кире ҡайтарыла. Тулыһынса төрөктәрҙән Крушевац 1833 йылда азат ителә. Азат ителгәндән һуң ҡала тиҙ үҫешә башлай һәм шул ваҡыттағы Сербияның иң эре төбктәренең үҙәге була.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында немец оккупация көстәре берләшкән көстәрҙең һәм партизандарҙың һөжүменә үс итеп, Багдала тауында Крушевацтан һәм уның тирә яғынан 1642 партизанды аталар. Һуғыштан һуң был урын «Слободиште» («Азатлыҡ») исеме аҫтында иҫтәлекле паркҡа әүерелә.

Сәнәғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крушевац — үҫешкән металл эшкәртеү («14 октобар») һәм химия индустрияһы (ХИ «Жупа», «Мерима», «Тrayal») сәнәғәте үҙәге. Бында «Рубин» алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр фабрикаһы, шулай уҡ 1200 самаһы шәхси предприятиелар бар.

Демографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крушевацта 46395 бәлиғ булған халыҡ йәшәй, халыҡтың уртаса йәше — 39,2 йәш (ирҙәрҙең 38,2 һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 40,1). Ҡалала 19342 ғаилә йәшәй, ғаиләлә уртаса кеше һаны — 2,95.

Халҡының күпселек өлөшөн сербтар тәшкил итә.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Миодраг Петрович Чкаля
  • Боян Миладинович
  • Радмила Савичевич
  • Властимир Джюза Стоилькович
  • Радмила Живкович
  • Ташко Начич
  • Радош Байич
  • Любинка Бобич
  • Милия Вукович
  • Войин Четкович
  • Наташа Шолак
  • Небойша Брадич
  • Добрица Чосич
  • Станислав Бинички
  • Лиляна Хабьянович Джюрович
  • Милан Милованович
  • Горан Раичевич

Крушевацта киң мәғлүмәт саралары.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телевидение:

  • РТВ Крушевац,
  • РТВ Плус,
  • РТВ Јефимија,
  • РТВ Ластавица,
  • РТВ Рубин
  • Хот ТВ
  • ТВ Омега

Радио:

  • Радио Крушевац 1
  • Радио Крушевац 2
  • Радио ФИМС
  • Радио ОК студио
  • Радио Некст
  • Радио Парламент
  • Радио Пума
  • Радио Плус
  • Радио Невен
  • Радио Ластавица
  • Радио Чигра
  • Радио Антенна
  • Радио Супер ФМ
  • Радио Јефимија
  • Радио Макс

Ҡала гәзиттәре:

  • Град
  • Победа

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крушевацтың ҡалалар менән хеҙмәттәшлек итеүе:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]