Кәримова Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримова Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 февраль 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Аллағыуат улыҫы
Вафат булған көнө 22 сентябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан ҡалаһы, Рәсәй
Эшмәкәрлек төрө Медицина
Эш урыны Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ҡазан дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исеме Prof.[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР) В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Кәримова Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы (1909 йыл1995 йыл) — СССР ғалим-биологы, медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969).

150-нән ашыу фәнни эш авторы[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы Кәримова 1909 йылдың 22 февралендә Өфө губернаһы Аллағыуат ауылында (һуңғараҡ Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы)[1], крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1920 йылда ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, бында Зәйнәб ете йыл эсендә туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм 1927 йылда Ҡазан дәүләт университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1931 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, микробиология кафедраһы ҡарамағындағы аспирантурала уҡыуын дауам итеү өсөн ошонда ҡалдырыла. Аспирантураны уңышлы тамамлағандан һуң, 1934 йылда Кәримова СССР-ҙың үҙәк ғилми-тикшеренеү институттарына (Мәскәү, Ленинград, Тбилиси, Киев) ярты йыллыҡ ғилми командировка менән бүләкләнә.[2]

1935 йылда командировканан ҡайтҡас, Зәйнәб Кәримова Ҡазан университетының микробиология кафедраһына ассистент булып эшкә ҡабул ителә. Ошо уҡ йылда бактериофагтарҙы өйрәнеү буйынса уның эштәре «О применении бактериофага при процессах нагноения в эксперименте на животных» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһында дөйөмләштерелә. 1944 йылда ул доцент, ә 1969 йылдан кафедра профессоры була. Бер үк ваҡытта 1945 йылдан алып 1974 йылға тиклем осорҙа (өҙөклөктәр менән) ул Ҡазан дәүләт медицина институтының (хәҙер университет) микробиология кафедраһы менән етәкселек итә. Уның етәкселегендә 3 докторлыҡ, 14 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Татарстан һәм Татарстан АССР-ы госпиталдәрендә яралы һалдаттарҙың билдәһеҙ этиологиялы һары ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Был проблеманың сәбәптәрен өйрәнеү менән шөғөлләнеп, 3. X .Кәримова ауырыуҙың этиологияһын билдәләй һәм тәүге тапҡыр ауырыу кешеләрҙән Semarang көкөрт төркөмө лептоспираларын айыра, улар элегерәк сапрофиттар тип һаналған, һәм ТАССР-ҙа, шулай уҡ Мари АССР-ында лептоспироздарҙың этиологик структураһын шифрлай. Кәримованың медицина өлкәһендәге ошо эштәре уның 1968 йылда «Лептоспирозы в ТАССР» докторлыҡ диссертацияһында дөйөмләштерелә. Асылған бер лейтоспира төрҙәренең береһе — Кәримова штаммы тип уның исеме менән атала[3].

Фәнни-педагогик эш менән рәттән ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнә — ул институттың факультет партбюроһы ағзаһы һәм Бөтә Рәсәй эпидемиологтар һәм микробиологтар йәмғиәтенең Бөтә Рәсәй филиалы идараһы ағзаһы, шулай уҡ бер нисә Ҡазан юғары уҡыу йорттарының ғилми советтар ағзаһы була. Күп тапҡыр Хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала Советына һайлана[1]

1995 йылдың 22 сентябрендә Ҡазанда вафат була.

«Почёт Билдәһе» ордены, «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе, Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә[1]

Адрестар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]