Кәримов Ғайса Көнәфиә улы
Кәримов Ғайса Көнәфиә улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1925 |
Тыуған урыны | Ғүмәр, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 2000 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кәримов Ғайса Көнәфиә улы (1925 йыл — 2000 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайса Көнәфиә улы Кәримов 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың Ишембай районы Ғүмәр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Маҡар урта мәктәбендә уҡый. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа мәҡәлә, хәбәрҙәр яҙыу, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.
Ғайса Көнәфиә улы 1943 йылдың февралендә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Рота радисы булып хеҙмәт итә. Ғайса Кәримов Венгрия, Австрия һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Ғайса Кәримов хәрби хеҙмәттән тик 1948 йылдың ғинуарында ғына демобилизициялана.
Ул райондың «Алға» гәзите редакцияһына эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия техникумына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Ғайса Кәримов редакцияла йыл ярым эшләгәс, Ғүмәр ете йыллыҡ мәктәбенә уҡыта башлай.
Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Бер үк ваҡытта һүрәтләмә, очерктар яҙа, шиғыр һәм поэмалар ижад итә. Егерменсе быуаттың 50-се йылдарында райондың «Алға», республиканың «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан»), «Ҡыҙыл таң» гәзиттәрендә Ғайса Кәримовтың яҙмалары йыш донъя күрә.
Юғары педагогик белемдее Ғайса Көнәфиә улы Кәримов К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында ала.
Ул оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе, бригада партия ойошмаһы рәйесе, агитатор, пропагандист вазифаларын үтәй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе була.
Ғ.К. Кәримовтың уҡыусыларының күбеһе уҡытыусы һәнәрен һайлай. Әҙәби ижад түңәрәгендә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың шиғыр, хикәйә, әкиәттәре стена гәзитендә яҙыла. Уларҙың әҫәрҙәре китап итеп төпләнә һәм күргәҙмә материал итеп файҙаланыла. Ғайса Көнәфиә улының синыфында уҡыған Вафа Әхмәҙиев талантлы ғалим һәм шағир, Рауил Ниғмәтуллин күренекле шағир булып танылды. Улы Салауат — Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ватан һуғышы ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (ике тапҡыр)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.