Эстәлеккә күсергә

Лагунова Мария Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лагунова Мария Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 июль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Оконечникова[d], Ушаковский сельсовет[d], Каменский уезд[d], Екатеринбург губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 26 декабрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Бровары[d], Киев өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, механик-водитель
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Изображение памятной доски
 Лагунова Мария Ивановна Викимилектә

Лагунова Мария Ивановна (4 июль 1921 йыл — 26 декабрь 1995 йыл) — совет танкисы. Һуғыш йылдарында — механик-водитель 56-сы гвардия танк бригадаһының Т-34 механигы-йөрөтөүсеһе (7-се гвардия танк корпусы, 3-сө гвардия танк армияһы), гвардия сержанты.

Мария Ивановна Лагунова 1921 йылдың 4 июлендә Екатеринбург губернаһының Каменский өйәҙе Ушаков ауыл советы Оконечников ауылында тыуған (хәҙер Ҡурған өлкәһенең Ҡатай районы)[1].

Дүрт йәшендә әсәһенән ҡала һәм үҙен ҡарар өсөн иртә йәшенән эшләй башлай. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай (биш йыл)[1].

Тиҙҙән апаһы уны Свердловск ҡалаһына алып китә, унда бала ҡараусы булып эшләй. 16 йәшенән «Уралобувь» фабрикаһында эшләй башлай. Электрик булып эшләй, әммә йөк машинаһы шоферы булырға теләй. Буш минуты булып машина эшһеҙ йәки ремонтта торһа, уны өйрәнә, һәм уға руль артына ултырырға рөхсәт итһәләр, бигерәк тә үҙен бәхетле тоя[1].

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән өлкән ағаһы Николай һуғышҡа китә, һәм Мария ла шулай уҡ һуғышҡа китергә ҡарар итә. Свердловск ҡалаһының Сталин хәрби комиссариатына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң, уға повестка килә, уны шундай уҡ егерме йәшлек ҡыҙҙар иҫәбендә хәрби тракторсыларҙың Силәбе мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. 1942 йылдың ҡышында алғы һыҙыҡтарҙан бер нисә километр урынлашҡан Волховский фронтының аэродром хеҙмәтләндереүе батальонына ебәрелә[1]. 1942 йыл дауамында үҙенең тракторында ағастар йыға, ерҙе тигеҙләй, ҡарҙан таҙарта. Бомбардировка ваҡытында ефрейтор Лагунова контузия ала һәм запастағы полкҡа йүнәлтелә[2], унда уны киномеханик итеп билдәләйҙәр.

1943 йылдың февралендә полкҡа танкистар курсына һайлап алыу өсөн Уралдан вәкил килә . Мария шулай уҡ яҙылырға теләй, әммә уны кире ҡағалар. Ул Мәскәүгә М. И. Калининға хат яҙа, һәм бер нисә көн үткәс хәрби рәйес М. И. Лагунованы курсанттар иҫәбенә ҡабул итергә тигән бойороҡ ала. Шулай итеп, 700-ир-егет курсанттар араһында 1943 йылдың март айында Түбәнге Тагилға килеүсе бер ҡыҙ була[1].

Курс программаһы дүрт айға иҫәпләнә, әммә 2-се уҡыу танк бригадаһы 19-сы уҡыу танкы полкының иң яҡшы курсанттарына имтиханды[3] ваҡытынан алда июндә тапшырыу тәҡдим ителә. Мария иң яҡшы механик-водителдәр араһында була һәм алдан имтихан тапшыра. Инструктор булып ҡалыуҙан ҡырҡа баш тартып[4], механик-водитель М. И. Лагунова фронтҡа 56-сы гвардия танк бригадаһының 424-се танк батальонына ебәрелә[1].

Гвардия сержанты М. И. Лагунованың тәүге хәрби ҡатнашыуы Курск дуғаһы янында була. Совет ғәскәрҙәренең контрһөжүменән һуң Курск янында танкистар һуғышып артабан көнбайышҡа шыла, Сумы, Чернигов һәм Украинаның Киев өлкәһе аша үтә. Мария Ивановна үҙен ҡыйыу һәм тәжрибәле водитель итеп күрһәтә, танкистар араһында абруй менән файҙалана. Уның иҫәбендә гусеницаһы менән тапалған дошмандың күп ут нөктәләре, орудиелары һәм һалдаттары була. Бригадала уның тураһында «Был беҙҙең танк асы» тип әйтәләр[1].

1943 йылдан ВКП(б) ағзалығына кандидат

1943 йылдың 28 сентябрендә Киев янында Бровары ҡалаһы эргәһендә, бригада ауыр һуғыштар алып бара. Княжичи ауылы ике тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Батальон командиры урынбаҫары капитан Митяйкин үҙенең танкистарын сираттағы немецтарҙың позицияһына танк һөжүменә әйҙәй, Т-34 (танк командиры — лейтенант Чумаков) танкында механик-водитель булып М. И. Лагунова тора. Был инде уның иҫәп буйынса 13-сө алышы була[1].

Башта һөжүм уңышлы бара: немец позицияһына бәреп инеп, экипаж немецтарҙың орудиеһын юҡ итә, блиндажды тапап иҙә һәм дошмандың окоптан сығып килеүсе һалдат һәм офицерҙарын пулеметтан ата. Әммә тиҙҙән танк сафтан сыға. Снаряд гусеницаға зыян килтерә һәм механик-водитель урынына тап килә[1][2].

М. И. Лагунованы танктан аңһыҙ килеш эвакуациялайҙар һәм ялан госпиталенә оҙаталар. Аңына килгәндә, аяҡтарының юҡлығын аңғара[1]. Шулай уҡ уң ҡулы ла эшләмәй[2].

Самолет менән Сумыға, унан Ульяновск, ә һуңынан Омск ҡалаһына алып киләләр. Бында хирург Валентина Борисова протезда йөрөй алырға өлөшләтә аяҡтарын ҡотҡарыу өсөн уға операциялар серияһы үткәрә[1].

Госпиталдә М. И. Лагуноваға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшыралар[2]. Түбәнге Тагил уҡыу полкынан делегация Марияға дуҫтарынан да, шулай уҡ таныш булмаған курсанттарҙан да 60-ҡа яҡын хат алып килә. Фронттан бригада командиры полковник М. К. Скубанан һәм элекке батальон командиры Хониндан килгән хаттан, Лагунина үҙенең портретының полктың дан бүлмәһендә эленеп тороуын, ә уның хәрби биографияһы курсанттарға тәрбиәүи маҡсаттарҙа һөйләүҙәрен белә[1]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған тип иҫәпләнә, һәм 56-сы танк гвардияһы бригадаһы полкташтары уның тере булыуы тураһында С. С. Смирновтың матбуғаттағы баҫмаларынан ғына белеп ҡала[2].

1944 йылдың яҙында М. И. Лагунованы СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Травмотология һәм протезлау үҙәк институтына алып киләләр[1].

Артабанғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу полкына әйләнеп ҡайтҡас, протездарҙа йөрөү буйынса күнекмәләрҙе яһауын дауам итеп, М. И. Лагунова дүрт йыл телеграфист булып хеҙмәт итә. 1948 йылда демобилизациялана[1].

Свердловск ҡалаһында йәшәй, «Уралобувь» фабрикаһында ОТК контролёры булып эшләй. Госпиталдә танышып үҙе кеүек үк һуғыш инвалиды Кузьма Яковлевич Фирсовҡа кейәүгә сыға. Уларҙың ғаиләһендә ике ул тыуа[1].

1960 йылда астмаһы арҡаһында табиптар кәңәше буйынса климат алмаштырырға мәжбүр була, һәм ғаиләһе Хмельницкийға, ә һуңынан килгән — Броварыға күсеп килә. Балаларын һәм ейәндәрен тәрбиәләй, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса эш алып бара, делегация менән сит илдәргә йөрөй[1].

1995 йылдың 26 декабрендә вафат була[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләкәтре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет дәүләт наградалары:

Ҡатай ҡалаһының Ҡурған өлкәһе, Рәсәй), Бровары (Украина) һәм Грюнсвальдтың (Германия) почётлы гражданы[5][1].

Ғаиләлә биш бала була. Әсәһенән дүрт йәшендә етем ҡала, үҙе һәм ғаиләһен туйындырыу өсөн иртә йәштән эшләй башлай. Өлкән ағаһы Николай — һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтта була, һуғышта һәләк була[1].

Ире — Фирсов Кузьма Яковлевич, уның менән госпиталдә таныша, һуғыш инвалиды. Буласаҡ ире уға госпиталдә тәҡдим яһағас, ул көлә һәм илап ебәрә: «Беҙ нимә эшләрбеҙ икән? Икебеҙгә лә ҡараусы кәрәк». Ул быға яуап бирә: «Ә беҙ һинең менән, Маша, бик ике ауыр яҙмышты бер ауырға берләштерербеҙ. Һәм уны бәхетле итербеҙ». Уларҙың ғаиләһендә ике ул тыуа: Николай (1949) һәм Василий (1953). Улдарын Мария Ивановнаның һәм Кузьма Яковлевичтың фронтта һәләк булған ағалары хөрмәтенә атайҙар. Шулай уҡ ейәндәре бар[1], Украинаның Киев өлкәһе Бровары районы, Княжичи ауылында йәшәйҙәр.

Уның исеме менән Бровары ҡалаһында һәм Украинаның Княжичи ауылында[7], шулай уҡ Мария Ивановнаның Ҡатай ҡалаһында урамдар атала.

Бровары ҡалаһының почётлы гражданы.

2010 йылда Еңеү көнө алдынан Түбәнге Тагил ҡалаһында Мария Лагуноваға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. 2013 йылдың 6 майында уның исеме менән аталған урамдағы йортҡа Лагунова иҫтәлегенә мемориаль таҡта ҡуйыла (М. Лагунова урамы, 38-сы йорт)[8].

2015 йылда эфирға «Прекрасный полк» документаль сериалы сыға. Өсөнсө «Маша» серияһы Мария Лагуноваға тормошона һәм батырлығына арналған[9].

«Т-34 танкы тарихы» музей-мемориаль комплексының экспозицияһының «Танк һәм ҡатын-ҡыҙҙар» өлөшө М. И. Лагуноваға арналған.

Баһалар һәм фекерҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Делегация составында Германияла булғанда бер сит ил журналисы был «фрауҙың» танк механик-йөрөтөүсе булғанына шикләнгәс, 20-йыл өҙөклөктән һуң Лагунгова танкты тағы ла йөрөтөп китә. Лагунова танктың водитель урынына ултыра һәм бөтә көсөнә фрикицондың педаленә ике протезы менән таянып, танкты алып китә. «Браво, фрау Мересьев!» — тип ҡысҡыра шикләнеүсе журналист[1].

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 Лагунова Мария Ивановна. Лица Зауралья. Дата обращения: 29 июнь 2014. Архивировано 17 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 17 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «лица» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Гейко, 1990
  3. Пудовкин, 2010
  4. «В учебном танковом полку в Нижнем Тагиле её встретили ошеломленно. Предлагали в повара, работу при штабе, пугали, отговаривали. Когда же Маша стала одним из лучших в полку водителей, ей предложили остаться инструктором.» — цитата по: Гейко, 1990.
  5. 5,0 5,1 Марков, 2010
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Лагунова Мария Ивановна (недоступная ссылка). Лица Зауралья.Дата обращения 29 июня 2014
  8. Мемориальные доски в память о героях. Сайт Администрации Катайского района (7 май 2015). Дата обращения: 11 июль 2015. Архивировано 12 июль 2015 года.
  9. http://www.garnizon-a.ru/ru/?idx=1425 2018 йыл 9 апрель архивланған.
  • Смирнов С. С. Рассказ о настоящем человеке // Рассказы о неизвестных героях. — 2. — М.: Молодая гвардия, 1964. — 272 с. — 200 000 экз.
  • Петров В. Маша — водитель танков // Великая Отечественная в письмах / сост. В. Г. Гришин. — 2-е изд., доп. — М.: Политиздат, 1982. — 351 с.
  • Возовиков В. С., Крохмалюк В. Г. Сестра Маресьева // Сиреневые ивы : Докум. повести, очерки. — М.: ДОСААФ, 1983. — 304 с.
  • Гейко Ю. Танкист по имени Мария // На грани возможного. Легендарные подвиги советских воинов: Сборник. — М.: Знание, 1990. — 364 с. — ISBN 5070006975.
  • Крохмалюк В. Сестра Маресьева // Советская Россия : газета. — 2005. — № 29—30 (12656) от 5 марта.
  • Марков В. Подвиг Марии Лагуновой // Тагильский рабочий : газета. — 2010. — № от 22 сентября.
  • Пудовкин С. Отдельный учебный полк // Тагилка : газета. — 2010. — № 8 (92), № 9 (93).