Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лиза Агадуллина битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы
Эшмәкәрлек төрө:

педагог

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ире:

Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин

Награда һәм премиялары:
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Народный учитель РФ.jpg
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Znak poch obch obr.png

Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (1 ғинуар 1942) — башҡорт совет һәм Рәсәй педагогы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы[1][2], Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре[3], Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина 1942 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1959—1961 йылдарҙа шул уҡ райондың Арыҫлан һәм Абзай урта мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләй[3].

1966 йылдан, Бөрө педагогия институтын тамамлап, «химия һәм биология уҡытыусыһы» дипломын ҡулына алғас, Малаяҙҙа (Салауат районы, 1966—1968), Түбәнге Ҡыйғыла (1968—1970; бер үк ваҡытта — синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороусы) уҡыта. 1970—1971 йылдарҙа Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире була[3].

1971 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 27-се мәктәп уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Октябрь районының айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәтеүсе 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы[3]. Бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Республика башҡорт-төрөк лицейында (2003 йылдан — Республика Башҡорт лицей-интернаты)химия буйынса олимпиада дәрестәре алып бара[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тормош иптәше — Фәнил Ғабдулла улы Әғәҙуллин.

Ҡыҙы (табип), улы (Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта)[4].

Бүләктәре һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
  • БДБ илдәре Химик белем биреү буйынса ассоциацияһының «Мәктәптәрҙең химия олимпиадаларын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм юғары педагогик оҫталығы өсөн» дипломы (1998)
  • «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы» (2002)
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (2004)
  • «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре» (2004)
  • «Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» (2008)
  • «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» (2016)[3].

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нәбиева Ғ. Өфө педагогы Рәсәй Президентына Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте[5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шерстобитова А. Лизин хлеб // Республика Башкортостан : газета. — 2007. — № 111.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]