Лисовский Николай Кузьмич
Лисовский Николай Кузьмич | |
рус. Николай Кузьмич Лисовский | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 ноябрь (3 декабрь) 1914 |
Тыуған урыны | Үрге Әүжән ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 май 1987 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Силәбе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лисовский Николай Кузьмич (3 декабрь 1914 йыл — 25 май 1987 йыл), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1949—1953 йылдарҙа Силәбе уҡытыусылар институтының[1] директор урынбаҫары, 1964 йылдан — Силәбе дәүләт педагогия институтының[1] тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1966), профессор (1967). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Октябрь Революцияһы (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Кузьмич Лисовский 1914 йылдың 3 декабрендә (иҫке стиль буйынса 20 ноябрендә) Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск[2] ауылында тыуған[3].
Үрге Урал ҡалаһындағы ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң ул ваҡыттағы Урал өлкәһе Төмән округының Червишев машина-трактор станцияһында агроном булып эшләй.
1936 йылда йәш белгес ситтән тороп Силәбе педагогия институтының[4] тарих факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда уңышлы тамамлай.
1937 йылдың сентябренән Николай Лисовский хеҙмәт эшмәкәрлеген мәғариф өлкәһендә дауам итә: Түбәнге Увель ауылындағы мәктәптә тарихтан уҡыта, бер ни тиклем ваҡыттан мәктәп директоры вазифаһына үрләтелә. Артабан уны Троицк педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
1941 йылдан ВКП (б) ағзаһы Николай Лисовский 1943—1949 йылдарҙа партияның Силәбе өлкә комитеты аппаратында яуалы вазифала була.
Артабан ул тағы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә: 1949—1953 йылдарҙа уҡытыусылар институтының директор урынбаҫары, 1953—1954 йылдарҙа был юғары уҡыу йортоноң уҡыу һәм фәнни эштәр буйынса проректоры була. 1954 йылдан — КПСС тарихы кафедраһы доценты.
1964 йылдың апреленән Николай Кузьмич Силәбе дәүләт педагогия институтының кафедра мөдире.
Тарихсы ғалим 1953 йылда «Көньяҡ Урал большевиктарының Совет власын нығытыу өсөн көрәше» («Борьба большевиков Южного Урала за упрочение Советской власти») тигән темаға кандидатлыҡ, 1966 йылда — «Урал большевиктары Октябрь социалистик революцияһының еңеүе өсөн көрәштә» («Большевики Урала в борьбе за победу Октябрьской социалистической революции») тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].
Тырыш хеҙмәткәр юғары уҡыу йортонда үҙенең фәнни мәктәбен булдыра, уҙған быуаттың 1960-сы йылдарында унда аспирантура ойоштора. Силәбе ҡалаһы юғары уҡыу йрттары ректорҙары советы ҡарамағындағы ғилми-методик комиссия менән етәкселек итә, СССР тарихы институтының «Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы» («Октябрьская революция и Гражданская война») проблемаһы буйынса Урал секцияһын етәкләй.
Емешле фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге өсөн Николай Лисовский Октябрь Революцияһы (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә, 1973 йылда уға РСФСР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының «Эштәге юғары уңыштары өсөн» («За отличные успехи в работе») билдәһе тапшырыла.
1970 йылда ғалимдың исеме Силәбе ҡалаһының Хеҙмәт батырлығы китабына индерелә.
Николай Кузьмич Лисовский 1987 йылдың 25 майында Силәбелә вафат була.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Долой самодержавие! — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1967. 1975.
- Очерки истории большевистских организаций Южного Урала, 1883—1917. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1972.
- 1917 год на Урале. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1967. — 560 с.;
- В. П. Точисский — Россияла тәүге марксистик түңәрәктәрҙе ойоштороусыларҙың береһе. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965;
- Октябрь на Южном Урале. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1957;
- Революция 1905—1907 гг. на Урале. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1955.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974);
- Октябрь Революцияһы ордены (1977);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971);
- «Почёт Билдәһе» (1966) ордены.
- РСФСР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының
«Эштәге юғары уңыштары өсөн» билдәһе (1973)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Силәбе дәүләт педагогия институтының тарих факультеты студенттары өсөн Николай Лисовский исемендәге стипендия булдырылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Силәбе дәүләт педагогия университеты
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үрге Әүжән ауылы
- ↑ Энциклопедия «ЧЕЛЯБИНСК». ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2019)
- ↑ Артабан Силәбе дәүләт педагогия институты, хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты
- ↑ Энциклопедия Челябинской области. Лисовский Николай Кузьмич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лисовский Николай Кузьмич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2019)
- Уральская Историческая Энциклопедия. Главная " Справочники " Уральская Историческая Энциклопедия " Л " ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич 2017 йыл 7 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2019)
- Уральская историческая энциклопедия. Лисовский, Николай Кузьмич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2019)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белорет районында тыуғандар
- 3 декабрҙә тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 25 майҙа вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Силәбелә вафат булғандар
- Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Верхнеурал өйәҙендә тыуғандар
- КПСС ағзалары
- Тарих фәндәре докторҙары
- Профессорҙар
- Силәбе дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары