Эстәлеккә күсергә

Мамин Асҡар Узакбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мамин Асҡар Узакбай улы
ҡаҙ. Асқар Ұзақбайұлы Мамин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 23 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Астана, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Ҡаҙағстан премьер-министры[d][1], Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры[d] һәм Нур-Солтан акимы[d]
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Принадлежит к Ҡаҙағстан тимер юлдары[2]
Строка принадлежности JSC National Company "Kazakhstan Temir Zholy"[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы AMANAT (Нур Отан)[d] һәм Аманат[d]
Ҡатнашыусы Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
крест Признания орден «Курмет» орден святого благоверного князя Даниила Московского III степени орден Барыс медаль «За трудовое отличие» медаль «10 лет Конституции Республики Казахстан» медаль «10 лет Астане» орден «Дустлик» орден Назарбаева кавалер ордена Почётного легиона Дуҫлыҡ ордены
 Мамин Асҡар Узакбай улы Викимилектә

Мамин Асҡар Узакбай улы (ҡаҙ. Мамин Асқар Ұзақбайұлы; 23 октябрь 1965(19651023)) — Ҡаҙағстандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2019 йылдың 25 февраленән 2022 йылдың 5 ғинуарына тиклем — Ҡаҙағстандың Премьер-министры[3].

Астана ҡалаһы акимы, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры (2005—2006) вазифаларын биләй, Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары[4], 2019 йылдың 25 февраленән Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһын биләй.

Асҡар Узакбай улы Мамин 1965 йылдың 23 октябрендә СССР Ҡаҙаҡ ССР-ы Целиноград өлкәһе Целиноград ҡалаһында (хәҙер Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астана) тыуған. Сығышы менән арғын ҡәбиләһе канжыгалы ырыуынан[5].

Целиноград инженер-төҙөлөш институтын, Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын инженер-төҙөүсе, иҡтисадсы һөнәрҙәре буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Целинтяжстрой» тресында монтажсы булып башлай. 1996—2008 йылдарҙа — Астана ҡалаһы акимының беренсе урынбаҫары, транспорт һәм коммуникациялар вице-министры, Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры, Астана ҡалаһы акимы.

2008 йылдың апреленән 2016 йылдың 9 сентябренә тиклем — «Қазақстан Темір Жолы» милли команияһы акционерҙар йәмғиәте президенты. 2016 йылдың cентябренән — «Қазақстан Темір Жолы» милли команияһы акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.

2016 йылдың 9 сентябрендә Бакытжан Сагинтаев хөкүмәтендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[6].

2018 йылдың 8 ғинуарында премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Асҡар Мамин Kazakh Tourism милли компанияһының директорҙар советына инә[7].

2019 йылдың 21 февралендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

2019 йылдың 25 февралендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнә[8].

2019 йылдың 29 майында Евразия үҫеш банкы советы Асҡар Маминды Евразия үҫеш банкы советы рәйесе итеп һайлай[3][9][10].

Ҡаҙағстан наградалары

«Ерен еңбегі үшін» («Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн») миҙалы (1998);

Курмет ордены кавалеры (2006);

«Астанаға 10 йыл» юбилей миҙалы (2008)[11];

2-се дәрәжә «Барыс» ордены кавалеры (2011);

Астана ҡалаһының Почётлы гражданы (2011);

Почётлы тимер юлсыһы (2012);

Ҡаҙағстандың Почётлы төҙөүсеһе (2013);

«Астанаға 20 йыл» юбилей миҙалы (2018)[12];

Назарбаев ордены (2020)[13].

Сит ил дәүләттәре наградалары

Почётлы легион ордены кавалеры (Франция, 2013);

Абруй ҡаҙаныу тәреһенең гранд офицеры (Латвия, 2013);

«Гражданлыҡ хеҙмәттәре өсөн» оло тәреһе ордены кавалерҙары (Испания, 2014);

Дуҫлыҡ ордены кавалеры (Үзбәкстан, 2017)[14];

«Евразия иҡтисади берекмәһен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» миҙалы (Евразия иҡтисади берекмәһе, 2019 йылдың 29 майы)[15];

Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 2021)[16].

Сит ил ойошмалары наградалары

III дәрәжә Изге кенәз Даниил Московский ордены кавалеры (Рус православие сиркәүе, 2010).

  1. Askar Mamin // Government Composition - Official Information Source of the Prime Minister of the Republic of Kazakhstan (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
  3. 3,0 3,1 Досье: Мамин Аскар Узакпаевич.
  4. Назначен первый заместитель премьер-министра РК. Дата обращения: 10 сентябрь 2016.
  5. Қанжығалы шежіресi, Құрастырушылар Ғ. Умаров, Қ. Әлімжанов, бас редактор Негимов Серік 558 бет, Астана 2017 — ISBN 9786013026701
  6. Указ «О назначении Мамина А. У. первым заместителем премьер-министра Республики Казахстан» — Официальный сайт президента Республики Казахстан
  7. Мамин сменил Досаева в совете директоров Kazakh Tourism
  8. Новым премьер-министром Казахстана стал Аскар Мамин. Zakon.kz (25 февраль 2019). Дата обращения: 25 февраль 2019.
  9. Аскар Мамин избран председателем совета ЕАБР
  10. Қазақстан Премьер-Министрі Асқар Мамин Еуразиялық даму банкі Кеңесінің Төрағасы болып сайланды. Дата обращения: 31 май 2019. Архивировано из оригинала 31 май 2019 года. 2019 йыл 31 май архивланған.
  11. Президент РК вручил группе лиц юбилейные медали «10 лет Астане»
  12. За вклад в развитие Астаны Сагинтаев вручил юбилейные медали(недоступная ссылка)
  13. Накануне Дня Независимости ряду казахстанцев присуждены государственные награды
  14. МИРЗИЁЕВ наградил первого вице-премьера Казахстана орденом
  15. Решение Высшего Евразийского экономического совета от 29 мая 2019 года № 3 О награждении медалью «За вклад в развитие Евразийского экономического союза» (г. Нур-Султан)
  16. Указ Президента Российской Федерации от 5 июня 2021 года № 340 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»