Эстәлеккә күсергә

Милла Йовович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милла Йовович
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-sr-cyrl" does not exist.
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Украина
Тыуған ваҡыттағы исеме укр. Милиця Богданівна Йовович
Тыуған көнө 17 декабрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4][…] (49 йәш)
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[2]
Атаһы Богдан Йовович[d]
Әсәһе Галина Логинова[d]
Бер туғандары Марко Йовович[d]
Хәләл ефете Люк Бессон[d] һәм Пол Уильям Скотт Андерсон[d]
Внебрачный партнёр Джон Фрушанте[d] һәм Анно Биркин[d]
Балалары Эвер Габо Андерсон[d], Дэшиел Эдан Андерсон[d] һәм Осиан Ларк Эллиот Йовович-Андерсон[d]
Туған тел украин теле, инглизсә һәм урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө кино актёры, модель, йырсы, телевидение актёры, фотомодель, актёр озвучивания, исполнительный продюсер, гитарасы, йырҙар авторы, эротическая модель, кинорежиссёр
Күҙ төҫө голубой[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Милке Q124842241?[5]
Жанр поп-музыка[d], фолк-рок[d], альтернатив рок[d] һәм софт-рок[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы SBK Records[d]
Бейеклеге/буйы 1,74 метр
Рәсми сайт millaj.com
Кто представляет IMG Models[d] һәм The Society General Management[d]
Заметная роль Лилу[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 257 860 һәм 27 500 ± 99[6]
 Милла Йовович Викимилектә

Милица Богдановна Йовович (ингл. Milica Bogdanovna Jovovich; серб-хорв. Милица Јововић, Milica Jovović), Милла Йовович кеүек билдәле [7] (ингл. Milla Jovovich; 17 декабрь 1975 йыл, Киев) — Америка актрисаһы, музыкант, фотомодель һәм модельер.

Биографияһы һәм карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милла Йовович 1975 йылдың 17 декабрендә Киев ҡалаһында тыуған. Милланың олатаһы һәм олатаһының туғандары — Бранко һәм Богдан Иосип Броз Титоны ҡолатыуҙа маташа. Ағалы-ҡустылы Богдан һәм Бранко дуҫтары Милита Йовович менән 1960 йылдарҙа Албаниянан Одессаға совет пароходында туристар рәүешендә Иосип Броз Титоны асыуынан ҡасып Киевҡа килә[8]. Атаһы — Богич (Богдан) Йовович, Черногориянан табип[9]; әсәһе — Логинова Галина — урыҫ; СССР һәм Америка актрисаһы. Әсәһе яғынан ата-бабалары Тула кешеләре[10]. Бала сағында Милла Днепропетровскта балалар баҡсаһына йөрөгән[11]. Әсәһе Киевтан күсенгәс башлыса Мәскәүҙә үҫкән[12]. Милла һүҙҙәре буйынса, ул Украинала «осраҡлы» тыуған[13].

1980 йылда[14] ғаилә Лондонға, һуңынан АҠШ-ҡа Сакраментоға күсенә, ә аҙаҡ ете ай үткәс, ғаилә Лос-Анджелесҡа күсә. Унда әсәһе Галина актриса карьераһын дауам итергә тырыша, ләкин тел белмәүе арҡаһында уңышҡа өлгәшмәй, шуға күрә ире менән күпмелер ваҡыт улар хеҙмәтсе булып эшләй. Башлыса улар Брайан де Пальма йортонда йыйыштырыусы һәм ашнаҡсы булып эшләйҙәр. Бер аҙҙан Лос-Анджелесҡа күскәндән һуң Богич һәм Галина айырылыша. Богичтың бер нисә йылдан һуң ниндәйҙер аргентиналы ҡатын менән романы башлана һәм ошо мөнәсәбәттәр арҡаһында Милланың аталаш ҡустыһы Марко була (1988 йыл), ләкин ата-әсәһе айырылышыуы арҡаһында улар һирәк осраша.

Лос-Анджелеста йәмәғәт мәктәптәренә йөрөп, Милла бик тиҙ, өс ай эсендә, инглиз телен өйрәнә, әммә мәктәптәрҙә ата-әсәһе Советтар Союзынан булғанға күрә уға барыбер насар ҡарашта булалар (һалҡын һуғыш менән бәйле)[15]. 1994 йылда Богич медицина страховкалары менән финанс махинацияларында ғәйепләнеп ҡулға алына һәм 20 йылға хөкөм ителә[16], ләкин 1999 йылда, биш йыл ултырып, төрмәнән сығарыла (Милла һүҙҙәре буйынса, төрмә уны яҡшы яҡҡа үҙгәртеп файҙаға була)[17]. Милланың тәрбиәһе һәм башланғыс этапта шоу-бизнеста алға китеүе менән Галина шөғөлләнә, артабан үҙе лә киноға ҡайта.

Модель бизнесында 9 йәшенән, тәүге тапҡыр «Lei» итальян журналының тышлығында барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ билдәле Америка фотографы Ричард Аведон уға «Mademoiselle» журналы өсөн фотосессия тәҡдим итә. Журнал мөхәррире моделдең йәшен белеп ҡалғандан һуң, ул Йововичтың фотоһүрәтен алырға ашыға. Тик Аведон иҫкәрткәс кенә фотоһүрәттәр тергеҙелә. Бәлиғ булмағандарҙы шоу-бизнесҡа йәлеп итеү проблемаһы бер нисә ай Америка ток-шоу һөйләшеүҙәренең предметы була. Етенсе синыф уҡыусыһы булараҡ, ун ике йәшлек Милла модель эше менән тулыһынса шөғөлләнер өсөн, мәктәпте ташлай. 1994 йылда 19 йәшендә ул АҠШ гражданы була.

Милла Йовович «Донъяла иң онотолмаҫ ҡатын-ҡыҙҙар» Revlon реклама кампанияһында ҡатнаша. Ул Hugo Boss, Guess, Calvin Klein менән контракт төҙөй; гонорары көнөнә 3 мең долларға етә. 1998 йылдан алып — L Oréal рекаламаһының йөҙө.

13 йәшендә тәүге тапҡыр Залман Кингтың «Слияние двух лун» (1988) фильмында төшә. 15 йәшендә «Возвращение в голубую лагуну» (1991) фильмында төп ролде уйнай. 1992 йылда «Чаплин» картинаһында Чарли Чаплиндың ҡатыны — Харис Милдредты уйнай. «Под кайфом и в смятении» фильмын төшөрөү ваҡытында, ул эпизодик ролде уйнай, актёр Шон Эндрюс менән таныша. Улар 1992 йылдың октябрендә өйләнешә, әммә бер айҙан айырылыша.

1994 йылда Йовович үҙенең тәүге музыка «The Divine Comedy» («Божественная комедия») альбомын сығара. Йовович үҙенең «Plastic Has Memory» төркөмө менән Европа һәм АҠШ буйлап гастролдәрҙә була.

1996 йылда ул режиссёр Люк Бессондың фильмында ролгә кастингта ҡатнашып, киноға әйләнеп ҡайта. Икенсе маташыуҙан һуң ул роль ала, һәм 1997 йылда «Пятый элемент» фильмында төшә. Йыл аҙағында ул Бессонға кейәүгә сыға. 1998 йылда Йовович Спайк Лиҙың «Его игра» фильмында төшә. 1999 йылда Бессондың шул уҡ исемле фильмында Жанна д’Арк ролен башҡара һәм ошо уҡ йылда Бессон менән айырылыша.

2000 йылда Берлин кинофестивален асыу тантанаһында U2 — Боно төркөмө солисының сценарийы буйынса Йовович һәм Мел Гибсон ҡатнашлығында Вим Вендерстың «Отель „Миллион долларов“» премьераһы үтә. Картина фестивалдең «Көмөш айыу» призын ала. 2001 йылда Йовович Бен Стиллерҙың «Образцовый самец» комедияһында төшә.

Йовович модель Кармен Хоук менән бергә «Jovovich-Hawk» кейем линияһына нигеҙ һалыусы булып тора[18]. 2004 йылда L Oreal косметикаһын рекламалап, иң юғары хаҡ алыусы модель була. Forbes журналы рейтингы буйынса, уның килеме 10,5 млн доллар тәшкил итә (фильм төшөрөү өсөн хаҡтарҙы иҫәпкә алып). 2005 йылда Йовович Ҡырымдағы халыҡ-ара балалар лагеры «Артектың» 80-йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашыу өсөн Украинаға бара[19].

Режиссёр Пол Андерсондың алты «Обитель зла» боевигында төшә. 2006 йылдың март айында «Ультрафиолет» триллеры сыға. Шул уҡ йылда криминаль драманың сикләнгән «45-й калибр» релизы сыға. Йововичтың рәсми сайтында Борис Акуниндың «The Winter Queen» романы буйынса Пол Верхувен фильмында ҡатнашыуы тураһында иғлан ителә[20]. 2007 йылдың 28 февралендә, Верхувен фильмдың исемен оригиналына ярашлы «Азазель» (Азазель — боронғо йәһүдтәрҙең ышаныуҙары буйынса сүллек блесе) тип үҙгәрәсәген хәбәр итә. Яңы исеме, уның фекере буйынса, ҡыҙыҡһындырырлыҡ[21].

2009 йылда «Purple Fashion» журналы өсөн эротик фотосессияла төшә, уны Марио Сорренти фотоға төшөрә[22].

2010 йылда Tommy Hilfiger фирмаһынан махсус хәйриә сумкаһының йөҙө була, ул Breast Health International ассоциацияһына ярҙамға сикләнгән данала сығарыла. Ойошма ҡатын-ҡыҙҙарҙа һөт биҙҙәренең яман шеше проблемалары менән шөғөлләнә[23].

2010 йылда «Выкрутасы» фильмында төшә, унда Рәсәй актёрҙары Константин Хабенский һәм Иван Ургант менән бергә уйнай[24]. Фильмды алға ебәреү сиктәрендә «Прожекторперисхилтон» шоуҙа ҡатнаша (19.02.2011)[25].

2019 йылдың ғинуарында «Сандэнс» фестивалендә төп ролдәрҙең береһендә Милла Йовович менән фантастик «Райские холмы» мелодрамаһының премьераһы үтә[26].

Шәхси тормошо һәм мауығыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдың октябрь айынан ноябрь айына тиклем актёр Эндрюс Шонда кейәүҙә була, 1997—1999 йылдарҙа — режиссёр Люк Бессон менән никахта була[27].

2009 йылдың 22 августа Милла өсөнсө тапҡырға режиссёр Пол Андерсонға кейәүгә сыға, туйҙарына тиклем ете йыл уның менән осраша[28].

Ирле-ҡатынлының өс ҡыҙы бар — Эвер Габо Андерсон (3 ноябрь 2007)[29], Дэшилл Иден Йовович-Андерсон (1 апрель 2015)[30] һәм Ошин Ларк Эллиот Йовович-Андерсон (2 февраль 2020)[31].

2017 йылда ваҡытынан алда бала табыу ҡурҡынысы арҡаһында йөклөлөктөң бишенсе айында ашығыс аборт үткәрә[32].

Үҙенең рәсми сайтында Милла Йовович үҙ тормошонан төрлө ваҡиғалар тураһында көндәлегенән өҙөктәр баҫтырып сығара. Ул марихуананы легалләштереү өсөн сығыш яһай һәм «High Times» журналының тышлығында сыға[33]. Милла хәрби сәнғәт, башлыса бразилия джиу-джитсу менән шөғөлләнә[34].

Милла Йовович — һулаҡай[35]. Милланың буйы — 174 см[36]. Ул инглиз, серб, француз һәм рус телендә иркен һөйләшә[37][38][39][40].

Үҙе тәрбиәләнеүе хаҡында Милла былай тип билдәләй: «Мине урыҫ әсәйем тәрбиәләне, ул СССР-ҙың билдәле актрисаһы булды. Мин уҡыған беренсе китаптар урыҫ телендә булды. Мин рус классик театр мәктәбе мөхитендә тәрбиәләндем. Хәҙерге заман киноһы ла ошо уҡ принциптарҙа тора. Бынан тыш, һәр саҡ минең хәтеремдә, минең тамырҙарымда урыҫ ҡаны аға»[41]. «Purple» француз баҫмаһының Рәсәйҙән шунда иртә сығып китеп. үҙеңде рус тип иҫәпләйһеңме тигән һорауына Милла былай яуап бирә: «Әлбиттә. Мин элеккесә урыҫса аралашам. Ҡыҙым менән урыҫса һөйләшәм. Урыҫ телендә уға шиғырҙар һәм хикәйәләр уҡыйым. Минең тамырҙарым бик мөһим — улар мине кем булғанмын, шулай яһаны»[12]. Актриса үҙе тураһында: «Мин — урыҫ. Мин урыҫ ата-әсә үҫтергән, минең урыҫ дуҫтарым күп, минең иң яҡшы дуҫ ҡыҙым — урыҫ. Аңлайым, мин Америкала үҫтем, — әммә барыбер үҙемде урыҫ итеп тоям... һәм, әлбиттә, Рәсәй миңә яҡын һәм ҡәҙерле. Мин урыҫ юморҙарын, урыҫтарҙың аш-һыуын, урыҫ йырҙарын, урыҫ сиркәүен яратам»[42]. Шул уҡ ваҡытта Vogue журналының украин версияһына интервью биргәндә Милла үҙен украин тип һанамауы тураһында әйтә[43]. Милланы «украин актрисаһы» тип атаусы гәзиттәр менән килешмәй, Галина Александровна былай тип әйтә: «Минең ата-әсәм — урыҫтар, Туланан. Милла — ярым урыҫ- ярым Черногориянан, ләкин, ул үҙен сығышы буйынса урыҫ тип һанай»[44]. Милла 2017 йылда биргән интервьюһында үҙенең Украинала тыуыуын «осраҡлы» тип иҫәпләй.

Үҙ твиттерында Йовович, үҙен православ христианы тип атай, әммә «мөхәббәт һәм рухланыу урын алған һәр сиркәүгә лә» йөрөй алыуын әйтә[45].

Музыка, рәсем яратыуын билдәләй, сәнғәт тарихы менән ҡыҙыҡһына[46]. Шулай уҡ аш-һыу әҙерләргә ярата, Америкала урыҫ аҙыҡ-түлектәрен һатып ала һәм «бөтә урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары кеүек», күп ваҡытын кухняла үткәрә[47].

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1988 ф Слияние двух лун Two Moon Junction Саманта
1988 тф [[|en]] (The Night Train to Kathmandu) The Night Train to Kathmandu Лили Маклеод
1988 с en[Ҡалыпты юйырға] Paradise Кэти
1989 с Женаты… с детьми Married with Children Иветт
1990 с [[|en]] (Parker Lewis Can't Lose) Parker Lewis Can’t Lose Робин Фэкновиц
1991 ф Возвращение в Голубую лагуну Return to the Blue Lagoon Лилли
1992 ф Каффс Kuffs Майя Карлтон
1992 ф Чаплин Chaplin Милдред Харрис
1993 ф Под кайфом и в смятении Dazed and Confused Мишель Барро
1997 ф Пятый элемент The Fifth Element Лилу
1998 ф Его игра He Got Game Дакота Бернст

Ҡалып:ВИгре

1999 ф Жанна д’Арк The Messenger: The Story of Joan of Arc Жанна д’Арк
2000 ф Отель «Миллион долларов» The Million Dollar Hotel Элоиз
2000 ф Золотая пыль The Claim Люси
2001 ф Образцовый самец Zoolander Катинка
2002 ф en (Dummy (film)) Dummy Фангора
2002 ф Обитель зла Resident Evil Элис
2002 ф Дом на Турецкой улице No Good Deed Эрин
2002 ф Ну ты и придурок! You Stupid Man Надин

Ҡалып:ВмСериале

2004 ф Обитель зла 2: Апокалипсис Resident Evil: Apocalypse Элис
2005 ф Трейлер к римейку Калигулы Trailer for a Remake of Gore Vidal's Caligula Драсцилла
2006 ф Ультрафиолет Ultraviolet Вайолет
2006 ф 45-й калибр .45 Кэт
2007 ф Обитель зла 3 Resident Evil: Extinction Элис
2009 ф Идеальный побег A Perfect Getaway Сидни
2009 ф Четвёртый вид The Fourth Kind Эбби Тайлер
2010 ф Обитель зла в 3D: Жизнь после смерти Resident Evil: Afterlife Элис
2010 ф Стоун Stone Луситта, жена Стоуна
2010 ф Дрянная девчонка Dirty Girl Сью-Энн
2011 ф Выкрутасы Выкрутасы Надя
2011 ф Плохая мамочка Bringing Up Bobby Олив
2011 ф Лица в толпе Faces in the Crowd Анна Марчент
2011 ф Мушкетёры The Three Musketeers леди Винтер
2012 ф Обитель зла: Возмездие Resident Evil: Retribution Элис
2014 ф Цимбелин Cymbeline королева
2015 ф Уцелевшая Survivor
2016 ф Образцовый самец № 2 Zoolander 2 Кати́нка Ингабого́винанана
2016 ф Обитель зла: Последняя глава Resident Evil: The Final Chapter Элис
2017 ф Шок и трепет Shock and Awe Влатка Ландэй
2018 ф Мир будущего Future World наркобарон
2019 ф Хеллбой Hellboy: Rise of the Blood Queen Вивьен Нимуэ, Кровавая королева
2019 ф Райские холмы Paradise Hills герцогиня
2020 ф Охотник на чудовищ Monster Hunter Артемида
Йыл Альбом Чарттарҙа юғары позицияларҙа Һатыу
UK
1994 The Comedy Divine
  • Беренсе альбом
  • Сыҡҡан: 5 апрель 1994[48]
  • Яҙылған: 3 1990
  • Лейб: SBK
  • Продюсеры: Rupert Hine, Richard Feldman
  • Жанр: Фолк-рок, Альтернатив рок, Софт-рок
57
  • Бөйөк Британия: 2,000+
1998 The People Tree Sessions
  • 2-се альбомы
  • Сыҡҡан: after the released to by Jovovich Unauthorized market,

(it available however remains online)

  • Яҙылған: 1997/1998
  • Лейб: SBK
  • Продюсеры: Rupert Hine, Richard Feldman
  • Жанр: Фолк-рок, Альтернатив рок, Софт-рок
---
  • Бөйөк Британия: ---

Бүләктәре һәм номинациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бүләктәре һәм номинациялары
Бүләк Йыл Категория Фильм Һөҙөмтә
Сатурн 1998 Икенсе пландағы иң яҡшы актриса Пятый элемент Номинация
2003 Иң яҡшы актриса Обитель зла Номинация
Blockbuster Entertainment Awards 1998 Актрисаның иң яҡшы дебюты Пятый элемент Номинация
Hollywood Film Festival 2010 Spotlight Award Ҡалып:Награда
MTV Movie Awards 1998 Иң яҡшы һуғышыуы Пятый элемент Номинация
Золотая малина 1992 Иң насар «Яңы йондоҙ» Возвращение в Голубую лагуну Номинация
1998 Икенсе пландағы иң насар актриса Пятый элемент Номинация
2000 Иң насар актриса Жанна д’Арк Номинация
Йәш актёр 1992 кинофильмдың төп ролендә иң яҡшы йәш актриса Возвращение в Голубую лагуну Номинация
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #130895326 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Milla Jovovich // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. Milla Jovovich // filmportal.de — 2005.
  5. https://hedendaagsesieraden.nl/2024/03/14/andreas-eberharter/
  6. Интерфейс программирования приложения YouTube
  7. Milica Nataša Jovović pronunciation: How to pronounce Milica Nataša Jovović in Serbian, Russian
  8. Семья голливудской звезды Миллы Йовович из Киева подалась в Штаты, после того как провалился заговор против некоронованного монарха Югославии Иосипа Броз Тито, в котором участ… 2021 йыл 24 июль архивланған.
  9. Recently Asked Questions на официальном сайте актрисы
  10. Милла Йовович вернулась к режиссёру Андерсену (интервью с Галиной Логиновой). Экспресс газета Online. 2006
  11. Милла Йовович впервые поцеловалась в Днепропетровске | Новости. Новости дня на сайте Подробности 2006 йыл 9 май архивланған.
  12. 12,0 12,1 Милла Йовович. Интервью журналу Purple. F/W 2009, issue 12
  13. I'm Russian: everything will set me off! (ингл.) (1 февраль 2017). Дата обращения: 3 ғинуар 2018.
  14. Милла Йовович мечтает сыграть в фильме об Анне Ахматовой и пожить с семьей в Москве. ТАСС (6 сентябрь 2012). Дата обращения: 19 ноябрь 2015.
  15.  (инг.) Cushing, Colin (1996), «Just Milla, please», <http://www.millaj.com/art/eol96eng1.shtml> 
  16. Morton, Roger, «The Real Life of Angels», <http://www.millaj.com/art/dazed699.shtml> 
  17. Paperny, Vladimir, «Honest Milla», <http://www.millaj.com/art/voguerus500.shtml> 
  18. Официальный сайт Jovovich-Hawk
  19. Милла Йовович приехала на родину для участия в праздновании 80-летия лагеря «Артек» // Известия, 18 августа 2005.
  20. The Winter Queen (2007). Официальный сайт Миллы Йовович
  21. Junket Report: Black Book. Интервью с Полом Верхувеном 2020 йыл 18 май архивланған.
  22.  (инг.) Purple Fashion: «Milla Jovovich Photographed Nude by Sorrenti»
  23. Милла Йовович и Хелена Кристенсен в рекламе Tommy Hilfiger. Дата обращения: 9 февраль 2010.
  24. Интервью и фотосессия Миллы Йовович в журнале Elle Россия, октябрь 2010
  25. Прожекторперисхилтон. Выпуск от 19 февраля 2011
  26. Sundance Film Festival Unveils 2019 Features Lineup
  27. Милла Йовович выходит замуж Архивная копия от 7 сентябрь 2009 на Wayback Machine // glomu.ru, 3 августа 2009.
  28. Мила Йовович вышла замуж в испанском стиле(недоступная ссылка) // Росбалт, 24 августа 2009.
  29. Мила Йовович стала мамой(недоступная ссылка) // Росбалт, 5 ноября 2007
  30. Paul W.S. Anderson and Milla Jovovich Welcome Daughter Dashiel Edan (недоступная ссылка). Дата обращения: 3 апреля 2015. Архивировано 3 апреля 2015 года.
  31. Boyle, Kelli. Milla Jovovich Gives Birth, Welcomes 3rd Child With Paul W.S. Anderson  (инг.), E! News (3 February 2020).
  32. 23 Celebrities Who Have Shared Their Abortion Stories to Help End the Stigma
  33. Kelly, Catherine. Milla's Melody: Multiple-Media-Threat Milla Jovovich Discusses Modeling, Music And Money. 20 октябрь 2007 тикшерелгән.
  34. Biography. International Movie Database.Дата обращения: 4 ноября 2007. Архивировано 26 августа 2011 года.
  35. Left Hand // fUSION Anomaly
  36.  (инг.) Биография на imdb.com
  37. 50 facts about Milla Jovovich
  38. Boardman, Mickey (Summer 1994). «Generation Oxymoron». Paper.
  39. Marko Lopušina[en] (1998). «Holivud je srpsko selo». Svi Srbi sveta (на сербском). Belgrade: Princip. ISBN 86-82273-07-1. Архивировано из источника
  40. Milla on Die Harald Schmidt Show (March 19, 2002). YouTube
  41. Интервью с Миллой Йовович на Радио «Свобода», 2005
  42. Интервью изданию TIMEOUT
  43. Интервью c Миллой Йовович для Vogue UA, октябрь 2016
  44. Милла Йовович вернулась к режиссёру Андерсену. Интервью с Галиной Логиновой в Экспресс-газета, 2006
  45. Frequently Asked Questions на официальном сайте актрисы
  46. Милла Йовович: «Я доставила маме столько проблем». Интервью журналу 7 дней
  47. Милла Йовович: «У меня больше шрамов от кухни, чем от съёмок в экшенах». Интервью журналу Дом&Интерьер. 2012. Дата обращения: 10 март 2017. Архивировано 12 март 2017 года. 2017 йыл 12 март архивланған.
  48. The Divine Comedy. Архивировано 26 август 2011 года.