Эстәлеккә күсергә

Мифтахетдин (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мифтахетдин — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа булған ир-ат исеме.

Мифтахетдин исеме ғәрәп теленән ингән. Мифтахетдин — мифтах (асҡыс) һәм дин (динде өйрәнеүсе) һүҙҙәре ҡушылып яһалған.[1]

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 14 декабрь 1831 йыл — 8 октябрь 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Шәрифулла Мифтахетдин (?1967 йыл) — башҡорт дин әһеле. Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы (1951—1967)

Ҡонҡасов Мифтахетдин Дәүләткилде улы (1843 йыл1923 йыл) — башҡорт дин әһеле, мәғрифәтсе, бағымсы.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия — 1989 йылда булдырылған, мәғрифәтсе исемендәге премия.

Мифтахетдин Аҡмулла музейы — музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында урынлашҡан.

Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле — Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡаршыһында ҡуйылған һәйкәл.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылда асыла, 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтәхетдин Аҡмулла исеме бирелә. Илдең 20 иң яҡшы юғары педагогия уҡыу йорто исемлегенә инә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ