Михайлюк Емельян Иосифович
Михайлюк Емельян Иосифович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Украинская Народная Республика[d] |
Тыуған көнө | 11 август 1919 |
Тыуған урыны | Красилов районы[d], Хмельницкий өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 25 апрель 1945 (25 йәш) |
Вафат булған урыны | Польша |
Ерләнгән урыны | Гожув-Велкопольск[d] |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Емельян Иосифович Михайлюк (11 август 1919 йыл — 25 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емельян Михайлюк 1909 йылдың 11 авгусында Украинала Чернелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин.
5 класты тамамлай. Хмельницкий ҡалаһында заводта токарь булып эшләй.
1944 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.
Ҡыҙыл армияға 1939 йылда Украин ССР-ы Хмельницкий ҡала военкоматы тарафынан саҡырыла.
1942 йылда кавалерия училищеһын тамамлай. 1943 йылдың февраленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры (1-се Белоруссия фронты, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия лейтенанты Емельян Михайлюк 1945 йылдың 18 ғинуарында алыштың хәл иткес мәлендә эскадронды атакаға күтәрә һәм поляҡ ҡалаһы Томашув-Мазовецкийға бәреп инә.
1945 йылдың 29 ғинуарында Сулехув ҡалаһынан (Польша) көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 7 километр алыҫлыҡта ятҡан Радовиште ауылына һөжүм иткәндә ҡыйыу командир-кавалерист күрше эскадрон менән берлектә атаканы уңышлы тамамлай, уның барышында немец пехота батальоны тар-мар ителә.
1945 йылдың 25 апрелендә гвардия лейтенанты Михайлюк Е. И. яу яланында батырҙарса һәләк була.
Польша ҡалаһы Гожув-Велькопольскиҙа ерләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Е. И. Михайлюктың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенантыЕмельян иосифович Михайлюк Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. (№ 5675).
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михайлюк Емельян Иосифович . «Герои страны» сайты.
- 11 августа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 25 апрелдә вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы