Эстәлеккә күсергә

Миңләхмәтова Татьяна Ғилниәхмәтовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңләхмәтова Татьяна Ғилниәхмәтовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 3 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Байшаҙы
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Удмурт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Миңләхмәтова Татьяна Ғилниәхмәтовна (3.1.1961) — фольклорсы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (Венгрия, 2003), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987)[1].

Татьяна Ғилниәхмәт ҡыҙы Миңләхмәтова 1961 йылдың 3 ғинуарында БАССР-ҙың Борай районы Байшаҙы ауылында тыуған.

1984 йылда Удмурт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1988 йылдан алып Ижевскиҙа,

1990 йылда — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, 1998 йылда — Финляндияның Хельсинки, Эстонияның Тарту ҡалалары университеттарында эшләй.

2003 йылдан алып Австриялағы Инсбрук университетының Тарих һәм Европа этнологияһы институтының ассистент-профессоры һәм ғилми хеҙмәткәре.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге удмурттарҙың, шулай уҡ башҡорттарҙың, Башҡортостан мариҙарының, татарҙарының, эстондарының фольклоры һәм этнографияһына, ҡыр шарттаоында алып барылған этнографик тикшеренеүҙәр методикаһын эшләүгә арналған.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Археология һәм этнография музейының этнографик коллекцияһын һәм фототекаһын тулыландыра.

Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы, Халыҡ-ара хикәйәләү фольклорын өйрәнеүселәр йәмғиәте, Халыҡ-ара этнология һәм фольклор йәмғиәте, Финляндияның А. М. Кастрен исемендәге йәмғиәте ағзаһы.

Календарные обряды закамских удмуртов. Ижевск, 2000

Традиционные обряды закамских удмуртов: Структура. Семантика. Фольклор. Тарту, 2003

В поисках удмуртских жемчужин. Тарту — Инсбрук, 2019[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]