Эстәлеккә күсергә

Мотаһар (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мотаһар  — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Мотаһар — «саф», «изге» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Мотаһар Мирхәйҙәр улы Камалетдинов (1875 йыл — 1938 йыл) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1936).

Мотаһар Ҡунаҡбай улы Ғәлин (? 1915 йыл — 21 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, кесе политрук, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының политбүлек буйынса эскадрон командиры ярҙамсыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Мотаһар Закир улы Нәҙершин (1923 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Мостафин Мотаһар Ғәлеәҡбәр улы — Зәки Вәлидиҙең көрәштәше. Бөрйән-Түңгәүер кантоны Таналыҡ улусында ер бүлеге мөдире.

Мотаһар — Мөхәммәт пәйғәмбәргә бирелгән бик күп күркәм исемдәр, ҡушаматтарҙың береһе.

Нурғәлиев Мотаһар Фәтих улы (1927 йыл) — быраулаусы, рационализатор. «Татнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең почетлы нефтсеһе. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Мотаһар — Ноғман Мусиндың «Кеше һуҡмағы» повесындағы герой.

Мотаһар Сарбаевич — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» спектаклендәге герой.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ