Эстәлеккә күсергә

Мостафа Кәмал Ататөрк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мустафа Кәмал Ататүрк битенән йүнәлтелде)
Мостафа Кәмал Ататөрк
Mustafa Kemal Atatürk
Мостафа Кәмал Ататөрк
Флаг
Флаг
Төркиәнең беренсе президенты
29 октябрь 1923 йыл — 10 ноябрь 1938 йыл
Хөкүмәт башлығы: Исмет Инөнү
Али Фәтхи Окьяр
Исмет Инөнү
Мәхмүт Йәлил Баяр
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлгән
Дауамсы: Исмет Инөнү
Флаг
Флаг
Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы
24 апрель 1920 йыл — 29 октябрь 1923 йыл
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлгән
Дауамсы: Фехти Окяр
Флаг
Флаг
Төркиәнең Премьер-министры
3 май 1920 йыл — 24 ғинуар 1921 йыл
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлгән
Дауамсы: Февзи Чакмак
 
Тыуған: 1881({{padleft:1881|4|0}})
Салоники,
Ғосман империяһы
Үлгән: 10 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Истанбул, Төркиә
Ерләнгән: «Аныт Кабир», Анкара
Исеме: төр. Ali Rıza oğlu Mustafa
Атаһы: Али Рыза-әфәнде
Әсәһе: Зөбәйҙә ханым
Ҡатыны: Латифа Ушаклыгөл (1923 — айырылышыу 1925)
Балалары: тәрбиәгә алынған 10 үгәй бала
Партия: Төркиәнең Республика халыҡ партияһы
Белеме: Төркиә хәрби академияһы[d]
Монастирская военная высшая школа[d]
Османский военный колледж[d]
 
Автограф:
 
Наградалары:
I дәрәжә Меджидие ордены
I дәрәжә Меджидие ордены
II дәрәжә Османиә ордены
II дәрәжә Османиә ордены
Крест Военных заслуг (Австро-Венгрия)
Крест Военных заслуг (Австро-Венгрия)
Почётлы легион ордены кавалеры
1-се класлы Тимер тәре
1-се класлы Тимер тәре
2-се класлы Тимер тәре
2-се класлы Тимер тәре
Галлиполи йондоҙы
Галлиполи йондоҙы
Таж ордены кавалерҙары 1 класса (Пруссия)

Мостафа Кәмал Ататөрк (Ғәзи Мостафа Кәмал-паша[1], төр. Mustafa Kemal Аtatürk; 1881[2] — 10 ноябрь 1938) — ғосман һәм төрөк реформаторы, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре һәм хәрби етәксе; Төркиәнең Республика халыҡ партияһын ойоштороусы һәм уның тәүге лидеры; Төркиә Республикаһының беренсе президенты, хәҙерге Төркиә дәүләтенә нигеҙ һалыусы.

Сығышы, бала сағы һәм белеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғази Мостафа Кәмал 1881 йылда тыуған, тыуған көнө итеп тарихи дата булған 19 май көнөн һайлай, сөнки был — Төркиәнең бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлаған көнө. Тыуған ҡалаһы Сәләник, әлеге көндә был ҡала Греция дәүләтенә ҡарай. Атаһы Али Рыза әфәнде тәүҙә таможняла хеҙмәт иткән, һуңынан урман һатыу эше менән шөғөлләнгән. Әсәһе — Зөбәйҙә ханым. Был ғаиләлә балалар күп була, ләкин Мостафанан алда тыуған Фатима, Үмәр, Әхмәт, Нәжиә атлы туғандары бәләкәйҙән үк үлеп ҡала, Мостафа һәм кесе һеңлеһе Макбүлә генә ғүмерле була.

Зөбәйҙә ханым диндар була, шуға ла йәше еткән Мостафаны үҙҙәренең кварталындағы Хафиз Мәхмәт Әфәнде мәктәбенә бирергә теләй, атаһы иһә улының яңы ғилемдәрҙе өйрәнеүен хуп күрә. Мостафа уҡыуҙы әсәһе теләгән мәктәптә дин өйрәнеүҙән башлай, ләкин бер нисә көндән яңыса тәрбиәләгән Шәмси Әфәнде мәктәбенә күсә. Бында уҡырға биргәне өсөн Мостафа атаһына ғүмер буйына рәхмәтле була.

1888 йылда атаһы үлеп ҡала. 1893 йылдың 13 мартында 12 йәшлек Мостафа Сәләник ҡалаһындағы хәрби мәктәпкә уҡырға әҙерләүсе мәктәпкә бара. Математика уҡытыусыһы уға Кәмал (Камил, тимәк «камил») тигән икенсе исем бирә.

1896 йылда Македонияның Битола ҡалаһындағы хәрби мәктәпкә алына.

1899 йылдың 13 мартынан Истанбулдағы Оттоман хәрби колледжында уҡыуын дауам итә, ул ваҡытта Истанбул Осман империяһының баш ҡалаһы була.

1902 йылдың 10 февралендә генераль штабтың Оттоман академияһына уҡырға инеп, уны 1905 йылдың 11 ғинуарында тамамлай.

Хеҙмәтенең башы. Йәштәр хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пикардтағы хәрби уйындар. 1910 йыл

1905 йылда Дамаскка ебәрелә, шунда «Ватан» исемле революцион ойошмаға нигеҙ һала.

Кемаль Беренсе донъя һуғышында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мостафа Кәмал (1912).
Мостафа Кәмал, армия башлығы (1918).
Маршал Ататөрк

Анҡара хөкүмәтен ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мустафа Кемаль и члены комитета представителей в Сивасе (сентябрь 1919).
Мустафа Кемаль и члены комитета представителей в Анкаре (27 декабря 1919).

Тулы капитуляция килешеүенә ҡул ҡуйыу Ғосман армияһын планлы рәүештә ҡоралһыҙландырыу һәм тарҡатыуҙы башлауға килтерә. 1919 йылдың 19 майында Мостафа Кәмал 9-сы армияның инспекторы сифатында Самсунға килә.

1919 йылдың 22 июнендә Амасьела ул (Amasya Genelgesi) циркулярын баҫтырып сығара. Был документта, илдең бойондороҡһоҙлоғо ҡурҡыныс аҫтында, тип әйтелә, шулай уҡ Сивас конгресына депутаттар саҡырыу иғлан ителә.

1919 йылдың 8 июлендә Кәмал ғосман армияһын ҡалдыра. 1919 йылдың 23 июленән 7 авгусына тиклем Эрзурумда империяның алты көнсығыш виләйәтенең Эрзурум конгресы (Erzurum Kongresi) съезы булып үтә, унан һуң 1919 йылдың 4 сентябренән 11 сентябренә тиклем Сивас конгресы үткәрелә. Шулай итеп, был конгрестарҙы саҡырған һәм уларҙың эшен ойошторған Мостафа Кәмал илдең ҡотҡарыу юлын билдәләй. Солтан хөкүмәте уға аяҡ салырға тырыша, 1919 йылдың 3 сентябрендә Мостафа Кәмалды ҡулға алыу тураһында указ сыға, әммә Кәмалдың был указды үтәүгә ҡаршы тора алырлыҡ арҡаҙаштары етерлек була[3] 1919 йылдың 27 декабрендә Мостафа Кәмалды Анҡара халҡы шатланып ҡаршы ала.

1918 йылдың ноябрендә Антанта ғәскәрҙәре Константинополде оккупациялағандан һәм ғосман парламентын таратҡандан һуң (1920 йылдың 16 марты) Кәмал Анҡарала үҙенең парламентын — Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы (ВНСТ) саҡыра, уның беренсе ултырышы 1920 йылдың 23 апрелендә асыла. Кәмал парламент рәисе һәм бер генә ил дә танымаған Бөйөк Милли Йыйылыштың башлығы итеп һайлана. 29 апрелдә Бөйөк Милли Йыйылыш уның легитимлығына икеләнеү белдергән һәр кеше язаға тарттырыласағы тураһында закон ҡабул итә. Быға яуап итеп Истанбулдағы солтан хөкүмәте 1 майҙа Мостафа Кәмалды һәм уның яҡлыларҙы үлем язаһына тарттырыуы тураһында указ сығара.[4]

Ул мәлдә төньяҡ-көнсығышта әрмәндәр, көнбайышта гректар, шулай уҡ Антантаның төрөк ерҙәрен оккупациялауы менән көрәше Кәмал яҡлылар өсөн төп хәл ителергә тейешле мәсьәлә булып тора[5].

Анҡара хөкүмәте 1920 йылдың 7 июнендә Ғосман империяһының элекке килешеүҙәренең бөтәһендә ғәмәлдә түгел тип иғлан итә; Бынан тыш Бөйөк Милли Йыйылыш хөкүмәте, империяның төрөк халҡы мәнфәғәтен яҡлап, 1920 йылдың 10 авгусында солтан хөкүмәте һәм Антанта илдәре араһында төҙөлгән Севр килешеүен танымауы тураһында белдерә һәм, хәрби хәрәкәт ҡулланып, был килешеүҙең ратификацияланыуын өҙә. Килешеүҙә ҡаралғанса халыҡ-ара суд механизмының булдырылмауынан файҙаланып, Кәмал яҡлылар, британ хәрби хеҙмәткәрҙәрен аманат итеп алып, уларҙы йәш төрөк хөкүмәте ағзаларына һәм Мальтаға һөргөнгә ебәрелгәндәргә алмаштыра башлай. Йылдар үткәс, Нюрнберг процесы ошондай механизм булып таныла[6].

Төрөк-әрмән һуғышы. РСФСР менән мөнәсәбәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда ҡайһы бер Европа илдәре Төркиәгә ҡаршы һуғыш башлай. Греция — Төркиәне, Англия — Истанбул ҡалаһын, Франция — Мараш, Ғазиантеп, Урфа ҡалаларын баҫып ала. 1920 йылда Мостафа Кәмал Паша Хөкүмәте Төркиәне баҫып алған илдәргә ҡаршы һуғыш иғлан итә. Һөҙөмтәлә баҫып алыусылар Төркиәнән ҡыуыла.

1923 йылдың 29 октябрендә Төркиә республика итеп иғлан ителә, Кәмал — уның президенты. 1924 йылдың 20 апрелендә Төрөк республикаһының икенсе конституцияһы ҡабул ителә, ул 1961 йылға тиклем ғәмәлдә була.

1. Сәйәси үҙгәрештәр:

  • Солтанат бөтөрөлә (1 ноябрь, 1922 йыл).
  • Халыҡ партияһы ойошторола һәм бер партиялы сәйәси система булдырыла (9 сентябрь, 1923 йыл).
  • Республика иғлан ителә (29 октябрь, 1923 йыл).
  • Хәлифәт бөтөрөлә (3 март 1924 йыл).

2. Ижтимағи тормошта үҙгәрештәр:

  • Ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер төрлө хоҡуҡтар бирелә (1926—1934 йылдар).
  • Баш һәм өҫ кейемдәр реформаһы (25 ноябрь 1925 йылғы).
  • Дини ордендар эшмәкәрлеге тыйыла (30 ноябрь 1925 йыл).
  • Фамилиялар тураһында закон (21 июнь 1934 йыл).
  • Исемдәр янына ҡушаматтар һәм дәрәжәләр ҡуйыу тыйыла (26 ноябрь 1934 йыл).
  • Халыҡ-ара ваҡыт системаһы, календарь һәм үлсәү саралары индерелә (1925-31 йылдар).

3. Хоҡуҡ өлкәһендә үҙгәртеүҙәр:

  • Шәриғәт нигеҙендә яҙылған закондар тыйыла (1924—1937 йылдарҙа).
  • Яңы Граждандар кодексы һәм башҡа закондар ҡабул ителә, был донъяуи хөкүмәт төҙөргә мөмкинлек бирә.

4. Мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр:

  • Мәғариф органдары бер етәкселек аҫтына йыйыла (3 март 1924 йыл).
  • Яңы төрөк алфавиты ҡабул ителә (1 ноябрь, 1928 йыл).
  • Төркиә лингвистика һәм Төркиә тарихи йәмғиәттәре төҙөлә.
  • Университетта белем биреү тәртипкә килтерелә (31 май 1933 йыл).
  • Сәнғәт өлкәһендә яңылыҡтар индерелә.

Фамилия тураһындағы закон нигеҙендә 1934 йылдың 24 ноябрендә Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы Мостафа Кәмалға Ататөрк фамилияһын бирә.

Мостафа Кәмал Ататөрк һәм уның ҡатыны Латифа Ушаклыгөл Аданда, 1923
Мостафа Кәмал әсәһенең үлгән көнөндә

1923 йылдың 29 ғинуарында Ататөрк Латифа Ушаклыгилгә (Латифа Ушакизаде) өйләнә. Латифа ханым Төрөк Республикаһына нигеҙ һалыусы менән күп кенә илдәрҙа була. Ататөрк һәм Латифа ханым 1925 йылдың 5 авгусында айырылыша. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, айырылышыуҙың сәбәбе — ҡатынының Ататөрктөң эштәренә ҡыҫылыуы. Уның үҙенең балалары булмай, уның ҡарауы 8 ҡыҙ баланы (Әфет, Сәбиха, Фикрия[tr], Улка[tr], Небилә[tr], Рукия[tr], Зехра[tr] һәм Әфифә) һәм 2 улды (Мостафа[tr], Әбдррәхим[tr])[63] тәрбиәгә ала. Ататөрк тәрбиәгә алған балаларының бөтәһенә лә яҡшы белем һәм тәрбиә бирә. Ататюрктең бер ҡыҙы тарихсы, икенсеһе — төрөк ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге летчик була. Ататөрк ҡыҙҙарының карьера буйынса ниндәй үрҙәр яулауы төрөк ҡатындары эмансипацияһы өсөн киң пропагандаланған өлгө булып хеҙмәт итә.

Ататөрк 1938 йылдың 10 ноябрендә 57 йәшендә Истанбулда Долмабахчә һарайында — төркиә солтандары резиденцияһында үлә.

Ататөрк мавзолейы («Анкар»)
  1. «Кемаль Ататюрк» — новое имя и фамилия Мустафы Кемаля c 1934 года, принятое в связи с упразднением в Турции титулов и введением фамилий. (см. БСЭ, М., 1936, стб. 163.
  2. Точная фактическая дата неизвестна. Официально принятая в Турции дата его дня рождения 19 мая: день известен в Турции как 19 Mayıs Atatürk'ü Anma, Gençlik ve Spor Bayramı.
  3. Mango, Andrew. Ataturk: The Biography of the Founder of Modern Turkey, (Overlook TP, 2002), стр. 249.
  4. Mango, Andrew. Ataturk: The Biography of the Founder of Modern Turkey, (Overlook TP, 2002), стр. 279.
  5. Мустафа Кемаль. Путь новой Турции. Литиздат Н. К. И. Д., Т. I, 1929, стр. 403(Примечание 51)
  6. Барсегов Ю. Г.: ГЕНОЦИД АРМЯН. Ответственность Турции и обязательства мирового сообщества, том 2, часть 2, Вопрос о создании международного уголовного суда в рамках Парижской мирной конференции. Комиссия пятнадцати