Нюрнберг процесы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нюрнберг процесы
Логотип
Рәсем
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия
Урынлашыу Дворец юстиции Нюрнберга[d]
Башланыу датаһы 20 ноябрь 1945
Тамамланыу датаһы 1 октябрь 1946
Рәсми сайт museen.nuernberg.de/…​ (нем.)
Суд Международный военный трибунал[d]
Обвиняемый Герман Геринг[d], Рудольф Гесс[d], Мартин Борман[d], Иоахим фон Риббентроп[d], Роберт Лей[d], Франц фон Папен[d], Вильгельм Кейтель[d], Альфред Йодль[d], Эрнст Кальтенбруннер[d], Альберт Шпеер[d], Фриц Заукель[d], Ялмар Шахт[d], Вальтер Функ[d], Густав Крупп[d], Ганс Франк[d], Артур Зейсс-Инкварт[d], Альфред Розенберг[d], Константин фон Нейрат[d], Вильгельм Фрик[d], Юлиус Штрейхер[d], Ганс Фриче[d], Бальдур фон Ширах[d], Карл Дёниц[d] һәм Эрих Редер[d]
Истец Роберт Джексон[d], Роман Руденко[d], Хартли Шоукросс[d], Франсуа де Ментон[d] һәм Огюст Шампетье де Риб[d]
Судья Фрэнсис Биддл[d], Джон Паркер[d], Иона Никитченко[d], Александр Волчков[d], Джеффри Лоуренс[d], Норман Биркет[d], Анри Доннедье де Вабр[d] һәм Робер Фалько[d]
Предъявленное обвинение заговор[d], агрессия[d], военные преступления[d] һәм преступления против человечества[d]
Доступен по URL archive.org/details/TheN…
Commons-logo.svg Нюрнберг процесы Викимилектә

Присяжныйҙар суды бинаһы. Нюрнберг

Нюрнберг процесы — Гитлер Германияһының элекке етәкселәре өҫтөнән халыҡ-ара суд процесы. 1945 йылдың 20 ноябрендә иртәнге сәғәт 10-дан башланып 1946 йылдың 20 ноябренә тиклем Нюрнберг Юстиция һарайының «600 залында» урынлашҡан Халыҡ-ара хәрби трибуналда үтә.

Процесы һөҙөмтәһендә 11 нацист енәйәтсеһе үлем язаһына (аҫылыу) хөкөм ителә. Уларҙың 10-һы язалана, ә береһе, Герман Геринг, яза алдынан үҙ-үҙенә ҡул һала. Уларҙың барыһының да кәүҙәһе яндырыла һәм көлө елгә осорола. Бынан тыш, Мартин Борман ситтән тороп үлем язаһына хөкөм ителә. Ете нацист енәйәтсеһе төрлө мөҙҙәткә — 10 йылдан алып ғүмерлеккә — төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. Өс хөкөм ителеүсе аҡлана.

1950 йылдарҙа киләсәктә хәрби енәйәт ҡылған һәм кешелеккә ҡаршы енәйәт эшләгән эштәрҙе ҡараусы даими эшләгән халыҡ-ара енәйәт суды ойоштороу ынтылыштары була, әммә бындай орган (Халыҡ-ара енәйәт суды) 2002 йылда ғына үҙ эшмәкәрлеген башлай[1].

Трибуналды ойоштороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 1 ноябрендә СССР, АҠШ, Бөйөк Британия сит ил эштәр министрҙары Мәскәү конфеернцияһында Йәшерен протоколға ҡул ҡуя. Уның 18-се пункты «Декларация об ответственности гитлеровцев за совершаемые зверства» була. 2 ноябрҙә «Декларация…» Рузвельт, Сталин һәм и Черчилль ҡултамғаһы менән «Правда» гәзитендә баҫылып сыға. В заключительном абзаце "Декларация…"ның йомғаҡлау абзацында:

Эта декларация не затрагивает вопроса о главных преступниках, преступления которых не связаны с определённым географическим местом и которые будут наказаны совместным решением правительств союзников.

— Московская конференция министров иностранных дел СССР, США и Великобритании (19—30 окт. 1943 г.): Сборник документов / М-во иностр. дел СССР.— М.: Политиздат, 1984. Т. 1.

 — тиелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 2 ноябрендәге Указы менән Ғәҙәттән тыш дәүләт комиссияһы (ЧГК) ойошторола. Ул немец-фашист илбаҫарҙарының һәм уларҙың арҡаҙаштарының ҡылған яуызлығын, СССР граждандарына, колхоздарына, йәмәғәт ойошмаларына, дәүләт предприятиеларына һәм учреждениеларына килтергән зыянын асыҡлау һәм тикшереү(ЧГК) менән шөғөлләнә. Республикаларҙа һәм өлкәләрҙә шундай урындағы комиссиялар ойошторола. 1944 йыл башына 19 комиссия була[2]. ЧГК йыйған материалдар ингеҙендә 1943 йылда Краснодар һәм Харьков процестары үтә, 1945—1946 йылдарҙа СССР-ҙың башҡа ҡалаларында — Киевта, Минскиҙа, Ригала, Ленинградта, Смоленскиҙа, Брянскиҙа, Великие Лукиҙа һ.б. судтар ойошторола[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]