Мүдәжәр
Мүдәжәр | |
Дәүләт |
Испания Португалия |
---|---|
Мүдәжәр Викимилектә |
Мүдәжәр, «мүдәжәр» стиле (исп. mudéjar ҡалырға рөхсәт алғандар; ғәр. مدجّن [mudaǧǧan] — эйәләтелгән) — Испанияла киң таралған, архитектурала, монументаль-биҙәү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә сағылыш тапҡан художестволы стилдең шартлы атамаһы[1][2].. Исеме мүдәжәр булараҡ билдәле дини төркөмдән алынған.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мүдәжәр Кастилия (Толедо), Арагон (Сарагоса), Каталония һәм Әл-Әндәлүстә (Кордова, Севилья) таралған. Стиль мосолман һәм христиан оҫталары тарафынан булдырылған, һәм ҡатмарлы формала мавритан сәнғәте элементтарын берләштергән (архитектурала ғәрәп даға һымаҡ аркаларҙың формалары, планында йондоҙло һәм ҡумталы «күҙәнәкле» көмбәҙҙәре — артесонадо һаҡланған[3]. Испандар тартып алған ерҙәрҙә мавритан сәнғәте традициялары христиандарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә йоғонто яһаған халыҡ мүдәжәре һәм башлыса һарайҙа төҙөлөштәрендә ҡулланылған һарай мүдәжәре үҙ-ара айырыла (Севилья Алькасары)[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XII—XVI быуаттарҙа Испания архитектураһында, һынлы сәнғәттә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә үҙенсәлекле синтетик стиль барлыҡҡа килә , унда мавритан, готика һәм (һуңыраҡ) ренессанс сәнғәте элементтары тығыҙ үрелеп бара. «Мүдәжәр» стилендәге әҫәрҙәрҙе мосолман һәм христиан оҫталары ижад итә. Мүдәжәрҙар сәнғәте-художество сифаты буйынса бер төрлө булмаған һәм һәр ваҡыт шартһыҙ булмаған күренеш; тикшеренеүселәр уның хатта иң яҡшы өлгөләренә хас икенселлек төҫмөрөн билдәләй.[4]
Мүдәжәр стилендә мавритан архитектураһының төп конструктив элементтары : даға рәүешендәге (ҡайһы берҙә уҡлы тамамланған) арка, һигеҙ саталы йондоҙ барлыҡҡа килтереүсе көмбәҙле япмалар, йыйылма ағас түшәмдәр, гипс орнаменты һәм стеналарҙағы төҫлө һыҙаттар, шулай уҡ аҡһыл-зәңгәр төҫтәге ацулей, йәки асулехос һаҡланған. Биналарҙың тере һәм ирекле арауыҡ композицияһының нигеҙе булып эске ихата хеҙмәт итә, уның тирәләй башҡа биналар тупланған. Ҡоролмалар ябай, рациональ, климат шарттарына бик яҡшы яуап биргән планлаштырыу менән айырылып тора; мүдәжәр стилендә торлаҡ биналар теләп төҙөлә — шулай уҡ арзан материалдар (кирбес, ағас, гипс) һәм халыҡ оҫталарының арзан эшсе ҡулдары йәлеп итә. Стиль Кастилия (Толедо), Арагон (Сарагоса), Каталония һәм Әл-Әндәлүстә (Кордова, Севилья) айырым үҫеш ала
XIV быуаттан готика һәм мавритан традицияларының дөйөм ҡушылыу процесы бөтөнлөк һәм органик характерға эйә була.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Мүдәжәр архитектураның Испанияла һәм Португалияла таралыуы
-
Севилья цитаделенең эске ихатаһы
-
Кафедраль собор орнаменты. Сарагоса
-
Синтра милли һарайы биҙәге, Португалия
-
Сан-Тирсо Саагунда, (Испания)
-
Гваделупалағы монастырь
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мүдәжәрҙәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Популярная художественная энциклопедия, 1986
- ↑ Власов В. Г. Мудехар // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. V, 2006. — С. 691—692
- ↑ Власов В. Г. Артесонадо // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. I, 2004. — С. 464
- ↑ Стиль мүдәжәр / История архитектуры / www.Arhitekto.ru . www.arhitekto.ru. Дата обращения: 28 июнь 2021. Архивировано 22 февраль 2020 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волкова Г. И. mudéjar // Учебный испанско-русский лингвострановедческий словарь-справочник. — М.: Высш. шк., 2006. — С. 401. — 656 с. — ISBN 5-06-004248-0.
- Мудехар // Популярная художественная энциклопедия: Архитектура. Живопись. Скульптура. Графика. Декоративное искусство / Гл. ред. В. М. Полевой; Ред. кол.: В. Ф. Маркузон, Д. В. Сарабьянов, В. Д. Синюков (зам. гл. ред.). — М.: «Сов. Энциклопедия», 1986. — Т. II, М—Я.. — С. 37. — 432 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мудехар — статья из Большой советской энциклопедии.
- Стиль мудехар (XII—XVI века)
- Torres Ballas L. Arte almohade. Arte nazari. Arte mudéjar // Ars Hispaniae, v. 4. Madrid, 1949
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.