Эстәлеккә күсергә

Мәстүрә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәстүрә

Мәстүрә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме[1]. Татар ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Мәстүрә башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ғәрәптәрҙән килгән, ғәр. — тоғро, саф мәғәнәһен аңлата[2].

Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы (7 ғинуар 1903 йыл — 2 март 1996 йыл) — инженер‑архитектор, дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары. 1936 йылыдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993).

Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15 ғинуар 1916 йыл — 16 май 2007 йыл) — табип-нефролог. 1947—1990 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа бөйөр ауырыуҙары бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956).

Билдәле кешеләрҙең ҡатындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлидова Мәстүрә Хәбибрахман ҡыҙы — хәҙерге Ишембай районы Һайран ауылы имамы Хәбибрахман хәҙрәттең ҡыҙы, Зәки Вәлидиҙең бер туған ҡустыһы Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улының ҡатыны, Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙының әсәһе.

Әлмөхәмәтова-Фәйзуллина Мәстүрә Ғилман ҡыҙы (1898—1974) — Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улының ҡатыны. Ҡыҙҙары — Роза.

Шаһимарҙанова Мәстүрә — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улының ҡатыны.

Алтынбаева Мәстүрә Гәрәй ҡыҙы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы, гвардия кесе сержанты, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улының ҡатыны, 7 бала әсәһе.

Ғафарова Мәстүрә Әмерғәзе ҡыҙы (1895, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Илсекәй ауылы — 1962, Башҡорт АССР-ы Салауат районы Илсекәй ауылы) — ябай колхозсы, алдынғы ураҡсы, 5 балаға (Ғәлләм, Шәрифә, Фәйзрахман, Шәһиәхмәт, Сәүиә) ғүмер биргән.

Мәстүрә «Йырланмаған йыр» — Мостай Кәрим. Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы һәм Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы тыуҙырған образ.

Мәстүрә «Ауылға ҡыҙҙар килде» — Наил Ғәйетбай. Милли йәштәр театры артисы Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы унаған роль.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  • Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
  1. Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
  2. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.