Эстәлеккә күсергә

Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Атаһы Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы
Әсәһе Вәлидова Өммөлхаят Мөхәмәтҡафи ҡыҙы
Бер туғандары Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Нәҫеле Вәлидовтар
Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы
Исеме

Вәлидов Ғәбдерәүеф (Рәүеф) Әхмәтшаһ улы

Тыуған көнө

1896({{padleft:1896|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Көҙән ауылы

Вафат булған көнө

1946({{padleft:1946|4|0}})

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Атаһы

Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы

Тормош иптәше

Вәлидова Мәстүрә

Балалары

Нажия, Роза, Зәйтүнә, Айһылыу, Арыҫлан.

Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидов (Әхмәтшин Рәүеф Әхмәт улы Вәлидов) - (1896, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылы — 1938 йыл,28 ғинуар, Өфө ҡалаһы)- Зәки Вәлидиҙең бер туған ҡустыһы [1]..

Ғәбдерәүеф Вәлидов атаһы Әхмәтшаһ һәм әсәһе Өммөлхаят Вәлидовтар менән
Вәлидовтар шәжәрәһе

Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидов (Әхмәтшин Рәүеф Әхмәт улы Вәлидов) - Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылында 1896 йылда ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы - Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы, әсәһе - Вәлидова Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы.

Дүрт йәшенән үк уҡырға өйрәнгән. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә алған. Музыкаға ла бик һәләтле булған ул. Үҙе скрипка, мандолина эшләп алып, уйнай-уйнай йырлай торған булған. Йырға ғаилә ағзалары ла ҡушылып китә торған була, ауыл клубында сығыштарын көтөп ала торған булғандар [2].

Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ағаһы Әхмәтзәки Ҡазанға «Ҡасимия» мәҙрәсәһенә уҡырға барырға кәңәш итә.

Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡытыусы һөнәре ала, әммә Көҙәнгә ҡайтҡас, «Заготскот» контораһына бухгалтер булып эшкә инә.

Өйләнә, уның Нажия, Роза, Зәйтүнә, Айһылыу, Арыҫлан исемле балалары тыуа.Башта атай йортонда йәшәһәлер, күпмелер ваҡытта өй һалып сығалар. Ғәбдерәүф Әхмәтшаһ улы бик изгелекле, ярҙамсыл кеше була. Ярлы халыҡ өсөн ашхана аса, унда күберәк балалар туҡлана.

1931 йылда Ғәбдерәүефте эштән ҡыуып сығаралар, мал-мөлкәтен тартып алалар. Уға ауылын ташлап китергә мәжбүр була. Петровский ауылында, Өфөлә, һуңыраҡ Борайҙа йәшәйҙәр. Ғаилә башлығының бәләкәй генә эш хаҡына көн итәләр. 1937 йылдың 27 июлендә Ғәбдерәүеф Әхмәтша улын ҡулға алалар. Билдәһеҙ борай кешеһе уларға яңы бәлә янауын, үҙен дә ҡулға алмаһындар өсөн, Мәстүрә Әхмәтшинаға балаларын алып, ҡайтып китергә кәңәш итә. Ни булһа ла, туғандарҙан ярҙам өмөт итеп, Ишембайға ҡайтып төпләнәләр.

Оҙаҡ йылдар ғаиләһенә уның тураһында бер ни ҙә билдәле булмай. Юллай торғас, Ғәбдерәүеф Вәлидовтың 1938 йылдың 28 ғинуарында атып үлтерелеүе һәм һуңынан 1959 йылдың 6 мартында аҡланыуы тураһында мәғлүмәт табалар [3]

Хәләл ефете - Мәстүрә Вәлидова.

Балалары - Нажия, Роза, Зәйтүнә, Айһылыу, Арыҫлан.

Ҡыҙы Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы Маннапова уҡытыусы булып эшләй. 2012 йылда вафат булғансы, Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы район, республика матбуғатында олатаһы, атаһының туғандары хаҡында күп кенә яҙмаларын баҫтырып өлгөрә.

  1. В Книге памяти Республики Башкортостан о нём есть следующие сведения: Родился в 1896 году. По национальности — башкир. Образование — незаконченное среднее. Место работы — Бураевская контора «Заготскот», бухгалтер. 27 июля 1937 года был арестован, а 28 января 1938 года — расстрелян. Реабилитирован 6 марта 1959 года.
  2. Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. - Өфө, Китап, 2017. - 21-се бит
  3. Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. - Өфө, Китап, 2017. - 22-се бит
  • Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. - Өфө, Китап, 2017. - 101 бит
  • Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — Б. 14. — 400 б. — ISBN 5-295-01269-7.
  • Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2009. — 186 с.
  • Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 364—368. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, 2000. — 384 с. — ISBN 5-88185-014-9.