Вәлидова Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өммөлхаят Вәлидова
Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова
Тыуғас бирелгән исеме:

Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Һатлыҡова (Ҡотлозаманова)

Эшмәкәрлек төрө:

педагог

Тыуған көнө:

1873({{padleft:1873|4|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Үтәк ауылы

Вафат булған көнө:

1946({{padleft:1946|4|0}})

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Көҙән ауылы

Атаһы:

Мөхәмәткафи Ҡотлозаман улы Һатлыҡов

Ире:

Әхмәтшаһ Вәлидов

Балалары:

Әхмәтзәки, Ғәбдрәүеф, Ғәбделбарый, Ғәбделхәй, Сара, Зәкиә.

Вәлидова Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы (1873, Үтәк ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы — 1946, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы Көҙән ауылы) — мөғәллимә, билдәле төркиәтсе ғалим, Стамбул университеты профессоры, 20 быуат башында Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың әсәһе.

Әхмәтшаһ һәм Өммөлхаят Вәлидовтар улдары Ғәбрәүеф[1] менән. 1924 йыл.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы 1873 йылда Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Үтәк ауылында мәҙрәсә мөҙәрисе Мөхәмәткафи Ҡотлозаман улы Һатлыҡов (Ҡотлозаманов) ғаиләһендә тыуған. Ағаһы — Һатлыҡов Хәбибназар Мөхәмәткафи улы (Хәбибназар Үтәки), билдәле мәғрифәтсе.

Өммөлхаят абыстай ғәрәп, төрки, фарсы телдәрен белә. Белемде үҙ ауылы мәҙрәсәһендә алған. 1880-се йылдар аҙағында Көҙән ауылы икенсе имам-хатибы Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовҡа кейәүгә сыға. Ошо ауылда Әхмәтшаһ мулла Вәлидов тотҡан мәҙрәсәлә ҡыҙҙарҙы уҡыта.

Әхмәтзәки Вәлиди «Хәтирәләр» китабында әсәһе тураһында: «Әсәйем иһә, һаҡсы фәрештә кеүек, һәр саҡ янымда булды. Әсәйемдең иң ныҡ йәлеп иткән сифаты — күңелендә әҙәпкә өндәгән бихисап әхлаҡи шиғырҙар һаҡланыуы. Мин уны ғүмер буйы һис бер ваҡыт хатта кескәй генә лә гонаһ эшләмәгән һәм миңә ҡарата сикһеҙ изгелекле кеше итеп иҫемдә ҡалдырғанмын», тип яҙа. Өммөлхаят абыстайҙың хәтер һандығында күп һанлы халыҡ ижады ынйылары (дастандар, бәйеттәр, шиғырҙар, мәҡәл- йомаҡтар, йор һүҙҙәр) һаҡлана. Быларҙан тыш ул улына бәләкәй сағынан башлап фарсы, төрки телдәрендә шиғырҙар һөйләй, уларҙы ятлата. Үҫеп, буй еткереп, бихисап китаптар уҡығас ҡына, Вәлиди үҙенең әсәһенең уға Алишер Навои, Аттар, Руми, Әхмәт Йәсәүи шиғырҙарын өйрәткәнен аңлай. Бәлки, был шиғырҙар мәҙрәсәләрҙә ҡулланыла торған хрестоматия кеүегерәк берәй йыйынтыҡта булғандыр, ләкин Өммөлхаят Вәлидова уларҙы ғүмере буйы хәтерендә һаҡлай, балаларына өйрәтә, тормошта килеп тыуған төрлө хәл-ваҡиғаларға бәйләп урынлы ҡуллана торған була. Улар араһында әхлаҡ, тәрбиә темаһына ҡағылышлылары ғына түгел, ә юғары художество өлгөләре булып торорлоҡ шедеврҙар ҙа була.

Әхмәтзәки Вәлиди был шиғырҙарҙың, әсәһе биргән тәрбиәнең әһәмиәтен аңлап, ғүмер буйы әсәһенә тәрән рәхмәт тойғоһо һаҡлай. 1918 йылда ул Ырымбурҙа большевиктар, 1944 йылда Төркиәлә Исмәт паша тарафынан ҡулға алынып, билдәһеҙ ваҡытҡа зинданда бикләнә, китаптар уҡырға мөмкинлек бирелмәй. Шул саҡта көндәр буйы ул әсәһе өйрәткән шиғырҙар, Йәсәүи мөнәжәттәрен ҡабатлай.

Фарсы, төрки, ғәрәп телдәрен белеү Әхмәтзәкигә Урта Азия, Яҡын Көнсығышты өйрәнергә, унда дуҫтар табырға ярҙам итә. Әсәһенән өйрәнгән фарсы теленең әҙәби фарсы икәнен Вәлидигә Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи әйтә. Уның ҡайҙа шулай һәйбәт итеп фарсы телендә һөйләшергә өйрәнгәнен һораша, әсәһе өйрәткәнен белеп: «Әсәйегеҙ фарсы ҡыҙымы ни?» — тип һорай.

Улдары Әхмәтзәки Вәлидов Башҡортостан Республикаһын булдырыу өсөн көрәш етәксеһе булыуы сәбәпле, ғаиләгә бик күп һынауҙар аша үтергә тура килә. 1921 йылда Әхмәтшаһ Вәлидов ҡулға алына һәм Стәрлетамаҡ төрмәһендә ике ай ултырып сыға. 1920-се йылдарҙа Әхмәтшаһ Вәлидов Верхнеуральскийға өс йылға һөргөнгә ебәрелә, уны йәлләп, Өммөлхаят абыстай ҙа уның менән бергә китә. Унан ҡайтҡас, инде оло йәштәге кешеләрҙе тағы ла ҡатыраҡ һынауҙар көтә. 1937 йылда Әхмәтшаһ Вәлидов ҡулға алына, Өфө ҡалаһында уны ҡаты язалап, һорау алалар. Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидов бик күп золом ҡорбандары менән Өфө ҡалаһы янында атыла.

Һуңыраҡ Әхмәтзәки Вәлидовтың икенсе ҡатыны Нәзмиә ханым, уның арҡаһында ата-әсәһенә төшкән михнәттәр тураһында белгәс, Вәлиди түгелеп иланы, тип балалары Иҫәнбикә менән Субидәйгә һөйләй.

Әхмәтзәки Вәлидовтың туғандарына эҙәрлекләүҙәр, ситләтеүҙәр сәбәпле фамилияларын үҙгәртеп, «Әхмәтйәнов», «Әхмәтшин», «Шәйәхмәтов» һ. б. фамилиялар алырға тура килә.

Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова 1946 йылға тиклем ҡыҙы Зәкиә тәрбиәһендә Ишембай ҡалаһында йәшәй. 1944 йылда аяҡтан яҙа. 1946 йылда Ишембай ҡалаһында вафат була, үҙе теләгәнсә Көҙәнгә алып ҡайтып ерләй алмайҙар, Өммөлхаят Вәлидова Көҫәпҡол ауылы зыяратында ерләнә. Уның ҡәбере Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары тарафынан табылып, тәртипкә килтерелгән, даими тәрбиәләнеп тора.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәләл ефете — Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы (19.07.1860, Көҙән ауылы — 20.07.1937, Өфө), Көҙән ауылы мәсете имам-хатибы. Балалары: Әхмәтзәки, Ғәбдрәүеф, Ғәбделбарый, Ғәбделхәй, Сара, Зәкиә.

Вәлидовтар шәжәрәһе

Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидов

  • Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (1890—1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, фәлсәфә докторы (1935), Стамбул университеты профессоры, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
  • Ғәбдрәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидов (Әхмәтшин, Рәүеф Әхмәт улы Вәлидов) 1896 йылда Көҙәндә тыуған. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала. Уҡырға бик һәләтле була. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ағаһы Әхмәтзәки кәңәшен тотоп, Ҡазанға «Ҡасимия» мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡый, Көҙәнгә ҡайтып, «Заготскот» контораһына бухгалтер булып эшкә урынлаша. Өйләнә, уның Нажия, Роза, Зәйтунә, Айһылыу, Арыҫлан исемле балалары тыуа. 1931 йылда Ғәбдрәүефте эштән ҡыуалар, малын тартып алалар. Уға ауылын ташлап китергә тура килә. Әхмәтшиндар Петровский ауылында,Өфөлә, һуңыраҡ Борайҙа йәшәй. Ишле ғаилә ғаилә башлығының бәләкәй генә эш хаҡына көн итә. 1937 йылдың 29 июлендә Ғәбдрәүеф Әхмәтша улын ҡулға алалар. Билдәһеҙ Борай кешеһе уларға яңы бәлә янауын, үҙен дә ҡулға алмаһындар өсөн, Мәстүрә Әхмәтшинаға балаларын алып, ҡайтып китергә кәңәш итә. Ни булһа ла, туғандарҙан ярҙам өмөт итеп, Ишембайға ҡайтып төпләнәләр. Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй. Һуғыштан һуң уҡытыусы Нәжип Маннановҡа кейәүгә сыға (һуңыраҡ директор), уның тыуған ауылы Үрге Этҡолда ғүмер буйы мәктәптә бергә эшләйҙәр. 2012 йылда вафат булғансы, Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы туғандары өсөн иң хөрмәтле кеше булып ҡала. Район, республика матбуғатында олатаһы, атаһының туғандары хаҡында күп кенә яҙмаларын баҫтырып өлгөрә. Ғәбдрәүеф Әхмәтшаһ улы Вәлидов тураһында ғаиләһе бик оҙаҡ йылдар бер ни белмәй. Һуңынан асыҡланыусынса, ул ғәйепһеҙгә атыла. Ғаиләһенә реабилитацияланыуы тураһында документ килә.
  • Ғәбделбарый Әхмәтшаһ улы Вәлидов 1918 йылда тыуған. Башланғыс белемде Көҙәндә атаһының мәҙрәсәһендә ала, һуңыраҡ Ҡаҙанда уҡый. Беренсе донъя һығышында була, унан яраланып ҡайта. Уны үҙ ауылынынан Менәүәрә исемле ҡыҙға өйләндерәләр. Стәрлетамаҡта уҡып ҡайтҡан ҡыҙ Өммөлхаят абыстайҙың урынын ала, мәҙрәсәлә ҡыҙҙарҙы уҡыта башлай. Ғәбделбарый ауылдағы мәктәптә рус теле укыта, 35 йәштә саҡта Ҡазан университетына уҡырға инә. Ғәбделбарый 1930-сы йылдарҙа ауырып, больницала үлеп ҡала.
  • Ғәбделхәй Әхмәтшаһ улы Вәлидов(Әхмәтшин) 1903 йылда Маҡар районы Көҙән ауылында тыуа. Үҙ ауылында мәҙрәсәлә белем алғандан һуң, Ырымбур ҡалаһында уҡый. Маҡар ауылында уҡыта, һуңыраҡ Сермән ауылында, Учалы районының Туңғатар ауылында эшләй. Бында өсөнсө балалары Салауат тыуа (1931 й). Иң оло ҡыҙы Фәүзиә- 1926 йылда, улы Шәүкәт 1928 йылда тыуған. Ҡатыны Фатима Хажи ҡыҙы — Ишембай районы Маҡар ауылынан. 1933 йылда Әхмәтшиндар ғаиләһен Мулдаҡайға ебәрәләр. 1934 йылда ул ситтән тороп Өфөләге пединститутҡа уҡырға инә. Ғәбделхәй Әхмәтша улы математика, туған тел, музыканан уҡыта, завуч булып эшләй. Скрипкала бик матур уйнай. 1936 йылды Мулдаҡайҙа ҡыҙы Флүрә тыуа. Салауат Ғәбделхәй улы — «Почет билдәһе» миҙалы (1966), Ленин ордены (1971) кавалеры, Миәстә йәшәй, ҡатыны — билдәле халыҡ йырсыһы Зыяфат Әхмәтшина. Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙы — табип-педиатр, медицина фәндәре кандидаты, Өфөлә йәшәй. Әхмәтшин Ғәбделхәй Әхмәтша улын, 1937 йылда халыҡ дошманы булыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. 1937 йылдың 27 авгусында Ғәбделхәй Әхмәтшин Учалыла уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә телмәр һөйләп торғанда кемдер: «Һеҙ кемде тыңлайғыҙ? Ул бит халыҡ дошманы!» — тип ҡысҡыра. Ғ.Әхмәтшин 58-2, 58-6, 58-7, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса үлем язаһына хөкөм ителә. Уны 1937 йылдың 7 декабрендә аталар. Ҡатыны Фатима 5 бала менән тороп ҡала. Халыҡ дошманының ғаиләһе тип тә, үҙҙәре өсөн ҡурҡып та, улар менән берәү ҙә аралашмай, шунлыҡтан уларҙың бер нисә көн рәттән ас ултырған саҡтары күп була. Шул саҡта бер балаһы үлеп китә. Балаларҙы ҡарашырға Фатиманың атаһы менән әсәһе Маҡарҙан килә. Улар Мулдаҡайҙа ерләнгән. Һуғыштан һуң Фатима Әхмәтшина балалары менән Миәс ҡалаһына күсә. Ғәбделхәй Әхмәтшин 1956 йылдың 30 июнендә реабилитациялана.
  • Сара Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидова (Вәлиева)
  • Зәкиә Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидова — Әхмәтшаһ Вәлидовтың кесе ҡыҙы.

Билдәле вариҫтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иҫәнбикә Вәлиди Туған (1940 йылғы, Төркиә) — тарихсы. Фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995), Төркиә фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы;
  • Сүбиҙәй Туған (1943 йылғы) — тарихсы, фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986);
  • Камил Абдрахман улы Вәлиев (1934—2000) — физик. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989); Сара Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидованың улы;
  • Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы Маннанова (Әхмәтшина—Вәлидова) (1923—2013) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966).
  • Әхмәтшина Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Книге памяти Республики Башкортостан о нём есть следующие сведения: Родился в 1896 году. По национальности — башкир. Образование — незаконченное среднее. Место работы — Бураевская контора «Заготскот», бухгалтер. 27 июля 1937 года был арестован, а 28 января 1938 года — расстрелян. Реабилитирован 6 марта 1959 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахмедзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры: в 2 кн. Книга 1. — Уфа, 1994.
  • Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2009. — 186 с.
  • Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов — Уфа: Китап, 2005. — Б. 364—368. — 392 б. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, 2000. — 384 б. — ISBN 5-88185-014-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]