Эстәлеккә күсергә

Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәстүрә Саҡаева битенән йүнәлтелде)
Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Бүздәк, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 май 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уролог
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15 ғинуар 1916 йыл — 16 май 2007 йыл) — табип-нефролог. 1947—1990 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958—1984 йылдарҙа бөйөр ауырыуҙары бүлеге мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956).

Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы Саҡаева 1916 йылдың 15 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Табанлыкүл[1] ауылында тыуған. Әсәһе Хәҙисә — Ҡоҙаяров һәм Ҡудашевтар нәҫеленән, атаһы Фәхретдин Сакаев та затлы ғаиләнән сыҡҡан. Улар икеһе лә, башҡа ауылдаштары кеүек, «сабаталы дворяндар».

Мәстүрә ғаиләләге алты баланың иң кесеһе. Йәй атаһы менән әсәһе игенселек менән шөғөлләнә, ә ҡыш Өфөгә йәшәргә китә һәм бында икмәкханаға эшкә яллана торған була. Ире вафат булғас, барлыҡ тормош ауырлығы Хәҙисәнең иңенә төшә. Бер үҙе, алты бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра.

Мәстүрәгә табип булырға ағаһы кәңәш итә. Мәстүрә ризалаша һәм мединститутҡа уҡырға инә. Буласаҡ ире Мөбәрәк Ильясов менән Мәстүрә институттың өсөнсө курсында уҡығанда таныша. Ғаилә тормошо ҡыҫҡа була. Мөбәрәкте, хәрби табип булғанлыҡтан, Һарытау медицина академияһына ебәрәләр. 1941 йылдың майында уларҙың ҡыҙы Роза тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ғаилә пландарын селпәрәмә вата. Мәстүрәнең ирен фронтҡа алалар. 1942 йылда Мәстүрә ире хеҙмәт иткән госпиталдең бомба аҫтына эләгеүе һәм лейтенант Ильясовтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр ала.

1941 йылда Мәстүрә Саҡаева Башҡортостан медицина институтын тамамлай һәм Өфөләге 1741-се эвакуация госпиталендә табип-ординатор булып эш башлай. Эвакогоспиталдың медицина начальнигы Беренсе Мәскәү медицина институты профессоры И. М. Эпштейн була. Профессор Мәстүрәне табип эшенә өйрәтеүсе остазы була һәм унда табип эшенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Урта Азия профессоры Леонид Крайзебудтан Мәстүрә операциялар яһарға өйрәнә.

1947 йылдан алып Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Башҡортостан республика клиник дауаханаһының бөйөр ауырыуҙары үҙәгендә табип-уролог, урология бүлеге мөдире булып эшләй[2].

Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы был дауаханала бөйөр үҙәге булдырыуға, уның урология һәм нефрология хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 1963 йылдың ноябрендә М. Саҡаева «Яһалма бөйөр» бүлеген ойоштора. 1965 йылда уның етәкселегендә беҙҙең илдә беренсе тапҡыр геморрагик киҫкен бөйөр биҙгәге менән сирләүсегә гемодиализ үткәрелә. Табип урология ауырыуҙары клиникаһын өйрәнеү, уларҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу менән шөғөлләнә.

Совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм дауалауҙың яңы ысулдарын индереүе өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1969 йылдың 4 февралендә М. Ф. Саҡаеваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1990 йылда хаҡлы ялға киткәнсе М. Ф. Саҡаева Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Башҡортостан республика клииник дауаханаһының бөйөр үҙәгендә табип, консультант булып эшләй. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә: Өфө ҡалаһы Киров районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы консультанты була. Мәскәүҙә ҙур халыҡ-ара Азия һәм Африка илдәре халҡына теләктәшлек (1970), Азия һәм Африка илдәре ҡатын-ҡыҙҙарына теләктәшлек (1976) конференциялары эшендә ҡатнаша: .

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966).

Ғаиләһе: Роза ҡыҙы, ейәнсәре Аида — шулай уҡ табиптар.

Саҡаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы 2007 йылдың 16 майында Өфөлә вафат була.

Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы — 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның уҡыусылары Башҡортостан дауалау-профилактика үчреждениеларында табип-уролог, нефролог, хирург, ғалим, етәксе булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
  • Ленин ордены (1969)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1961)
  • миҙалдар
  • Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Башҡортостан республика клиник дауаханаһының бөйөр үҙәге бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.