Мәүлитбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мәүлитбай — ғәрәп, башҡорт сығанаҡлы һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәүлитбай (Мәүлетбай) — ҡушма исем, ике үҙ аллы «бай» һәм «мәүлет» — «тыуған ер», «тыуған ил», «тыуған көн», «байрам» мәғәнәләрен аңлатҡан һүҙҙәрҙән тора[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (5 март 1947 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977). Муса Мортазин исемендәге (1991), Фәтих Кәрим исемендәге (2007), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2009) һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты.
Мәүлетбай Сөләймән улы Ғәйнетдинов — (14 май 1938 йыл — 6 июнь 2014 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы — (2 декабрь 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
Мәүлитбай Миңтаһир улы Абдуллин — (2 декабрь 1952 йыл) — агроном, ғалим, университет уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, уйлап табыусы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000), Башҡорт дәүләт аграр университет доценты (2003)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |