Ҡолой Көсөков
Ҡолой Көсөков | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1763 |
Тыуған урыны | Арғаяш районы, СССР |
Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1763 — 1840 йылдан һуң) — 5-се Башҡорт кантоны начальнигы (1800—1825). Башҡорт халҡы уға арнап, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле ике «Ҡолой кантон» йырын сығарған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәтҡолой Көсөков Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-Табын улусы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Иҫәнгилде (Сәғит) ауылында тыуған. Көсөковтар дворян нәҫеленән.
Пугачёв ихтилалынан һуң башҡорт ауылдарындағы хәлдәрҙе күҙәтеп йөрөгән бер отряд тылмасы Ҡолойҙо Ырымбурға уҡырға ебәрергә ҡуша. Ырымбурҙан уҡып ҡайтҡас, Ҡолой йорт башлығы Килмәт Дәрбишевтың ярҙамсыһы һәм секретары була. 1789 йылда Килмәт отставкаға сыға, уның урынында Ҡолой ҡала. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы (1798-1865) индерелгәс, уны Ҡолой кантон тип атап йөрөтә башлайҙар.[1]
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1812 йылда 150 кешенән торған резерв, 65 кешенән торған поход командалары төҙөй, шул ғәскәр менән француз яуын кире ҡайтарыуҙа ҡатнаша. Ҡатыны Ғәфифә лә уның менән бергә һуғышта йөрөгән тиҙәр.
1800—1825 йылдарҙа Ҡолой Көсөков — Силәбе өйәҙенең 5-се Башҡорт кантоны начальнигы.
1817 йылда йорт старшинаһы, кантон начальнигы Ҡолой кантон 5-се кантон штаб-фатирын Иҫәнгилде ауылынан яңы Мөхәмәтҡолой утарына (хәҙерге Арғаяш районы Ҡолой ауылы) күсерә.
Эшмәкәрлек итеү дәүерендә 5-се кантон биләмәләренә ингән ауылдарҙа бер нисә мәсет төҙөлә һәм мәҙрәсә асыла. Кантон территорияһында йәмғеһе 22 мең кеше йәшәгән 136 ауыл була.
Мөхәмәтҡолой ауылында 1864 йылда 12 уҡыусы уҡып йөрөгән урыҫ-башҡорт мәктәбе эшләй.
Риүәйәткә ярашлы, 1790 йылда Мөхәмәтҡолой Мейәс йылғаһының һул ярында Йәйләү ойошторған һәм шул осорҙа уҡ уның 1 мең аттан торған өйөрө булған. Хужалығында 5 мең баш һарыҡ, һыйыр һәм йылҡы малы, Мейәс, Ҡараһыу, Иш йылғаларында 5 тирмәне була.
Шул осорҙа Мөхәмәтҡолой үҙенә һәм улдарына ҙур йорт төҙөтә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәтҡолойҙоң өс ҡатынынан 5 ҡыҙы һәм 9 улы (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 17 улы)[2] тыуа.
Улы Ихсан, Мөхәмәтҡолой кантон отставкаға киткәндән һуң, 5-се кантон начальнигы итеп тәғәйенләнә, улы Абдулла начальник ярҙамсыһы, ә һуңғараҡ — 2-се һәм 6-сы кантондар начальнигы була[3].
Өс улы Абдулла, Сәғит һәм Хәсән — кантон начальниктары, тағы ике улы — йөҙбашы дәрәжәһендә хеҙмәт иткән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт тарихи йырҙары араһында «Ҡолой кантон» йырының ике варианты һаҡланған. Ошо йырҙарҙың береһендә ул «яуыз» «илде ҡан илатҡан» тип аталһа, икенсеһендә төбәктең именлеге хаҡында хәстәрлек итеүсе кеше, тип маҡтала[4].
2012 йыл — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Иҫәнгилде ауылында Ҡолой Көсөков иҫтәлегенә стела ҡуйылды [5]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көсөков/ Ҡолой Көсөков // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ҡолой кантон Көсөков
- Ҡолой Көсөков
- Силәбе ҡалаһы порталы 2021 йыл 21 октябрь архивланған.
- «Ҡолой кантон» йыры тураһында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Памятный знак в честь Кулуя Кучукова в деревне Исянгильдино
- ↑ https://ufa-gid.com/encyclopedia/kului_kuch.html
- ↑ http://chel-portal.ru/encyclopedia/Kuluy/t/9492 Ҡолой Көсөков
- ↑ Ҡолой Көсөков
- ↑ Памятный знак в честь Кулуя Кучукова в деревне Исянгильдино