Эстәлеккә күсергә

Джавахарлал Неру

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Неру Джавахарлал битенән йүнәлтелде)
Джавахарлал Неру
जवाहरलाल नेहरू
Джавахарлал Неру
Флаг
Флаг
Һиндостандың премьер -министры
15 август 1947 — 27 май 1964
Монарх: Георг VI (1950 йылдың 26 ғинуарынаса )
Алдан килеүсе: Вазифа булдырылған
Дауамсы: Гулзарилал Нанда (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы)
Лал Бахадур Шастри
Флаг
Флаг
Һиндостандың сит ил эштәре министры
15 август 1947 — 27 май 1964
Алдан килеүсе: Вазифа булдырылған
Дауамсы: Гулзарилал Нанда (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы)
Лал Бахадур Шастри
 
Дине: Индуизм[1]
Тыуған: 14 ноябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Аллаһабадта, Британ Һиндостаны Британ Һиндостаны флагы
Үлгән: 27 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Нью-Дели Ер
Ерләнгән: Радж Гхат[d][1]
Династия: Династия Неру-Ганди[d][1]
Атаһы: Мотилал Неру
Әсәһе: Сваруп Рани
Ҡатыны: Камала Неру
Балалары: ҡыҙы: Индира Ганди
Партия: Һиндостан милли конгресы
Белеме: Кембридж университеты
Профессияһы: Юрист
 
Автограф:
 
Наградалары:
Бхарат Ратна
Бхарат Ратна
Золотой орден Компаньонов Оливера Тамбо (ЮАР)

Джавахарла́л Не́ру (һинд|जवाहरलाल नेहरू Javāharlāl Nehrū; шулай уҡ Пандит (Ғалим Неру — Учёный Неру ҡушаматы менән дә билдәле; 14 ноябрь 1889 йыл — 27 май 1964 йыл) — донъяның иң танылған сәйәси эшмәкәрҙәренең береһе, һинд милли азатлыҡ хәрәкәтенең һул өлөшө лидеры. Остазы Махатма Ганди тәьҫирендә Һиндостан милли конгресы рәйесе вазифаһына күтәрелә, артабан ил бойондороҡһоҙлоҡ яулап алғас, 1947 йылдың 15 авгусында Һиндостандың беренсе премьер-министры була. Был яуаплы вазифаны, 1964 йылдың 27 майында йөрәк өйәнәгенән вафат булғансы, биләй. Һиндостандың өсөнсө премьер-министры булған Индира Гандиҙың атаһы һәм илдең етенсе премьер-министры булған Раджив Гандиҙың олатаһы.

Премьер-министр вазифаһын башҡара башлау менән тышҡы сәйәсәттә Неру нейтраль позиция ала: был Һиндостандың бер үк ваҡытта көнбайыш һәм көнсығыш блоктарҙан бойондороҡһоҙ булыуын аңлата. Шуға ярашлы ул Ғәмәл Әбдел Насыр һәм Иосип Броз Тито менән бергә Ҡушылмау хәрәкәтенә нигеҙ һалған өс яҡлы һөйләшеүҙәр алып бара.

Джавахарлал Неру 1889 йылдың 14 ноябрендә Аллахабадта, кашмир брахмандары варнаһына кастаһына ҡараған ғаиләлә тыуған. Әсәһе Сваруп Рани (1863—1954), атаһы Мотилал Неру (1861—1931) 19191920 һәм 19281929 йылдарҙа илдәге иң эре фирҡә Һинд милли конгресы етәксеһе була. Ул үҙенең улы Джавахарлалды (исемен һинд теленән тәржемә иткәндә «ҡиммәтле ҡыҙыл яҡут») Харроуҙағы абруйлы инглиз мәктәбенә уҡырға бирә.)[2]1912 йылда Неру Кембридж университетының хоҡуҡ факультетын тамамлай[3]. Һиндостанға ҡайтҡас, Нерру Аллаһабадта урынлаша һәм атаһының адвокат фирмаһында эшләй.

8 февраль 1916 йыл яҙ байрамын байрам иткәндә Неру ун алты йәшлек Камале Каулға өйләнә. Бер йылдан һуң уларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары тыуа, уны Индира тип атайҙар. Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәтенең һул ҡанаты етәксеһе. Остазы Махатмы Гандиҙың ярҙамы менән Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәтенең рәйесе була. Аҙаҡ, 1947 йылдың 15 авгусынан, ил мөстәҡиллек алғас, Һиндостандың беренсе премьер-министры була. Был вазифала ул 1964 йылдың 27 майынаса эшләй (йөрәк өйәнәгенән вафат була).

Неру бер үк ваҡытта Һиндостан милли конгрестың әүҙем ағзаһы була, һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көс ҡулланмау саралары ярҙамында көрәшә. Тыуған еренә ул Европала белем алған һәм көнбайыш мәҙәниәтле кеше күҙлегенән ҡарай. Ганди тәғлимәте менән танышыу уны тыуған тупрағына әйләнеп ҡайтырға һәм Европа идеяларын һинд традициялары менән берләштерегә саҡыра. синтезы тыуған тупрағына ҡайтты. Неру Һиндостан милли конгресының бүтән лидерҙары кеүек Махатма Гандиҙың доктриналарын тарата. Бөйөк Британияның колониаль властары Неруҙы бер нисә тапҡыр төрмәгә ташлаған, ул унда дөйөм алғанда 10 йыл самаһы үткәрә. Ул Гандиҙың колониаль властар менән хеҙмәтәшлеккә ҡаршы кампаниянияһында, ә аҙаҡтан — инглиз тауарҙарына бойкот кампанияһында әүҙем ҡатнаша.

Һиндостан милли конгресс рәйесе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 году Неру Һиндостан милли конгресс рәйесе итеп һайлана. Шулай уҡ был йылда, Джавахарлал, атаһы Мотилал Неру, һеңлеһе Кришна һәм кәләше Камала менән, Октябрь революцияһының ун йыллығына килә.

1938 йылда партия һаны, 10 тапҡырға артып, 5 миллион кешегә саҡлы еткән. Ләкин был ваҡытҡа индуистар һәм мосолмандар араһында айырылыу төҫмөрләнгән. Мосолмандарҙың партияһы — Бөтә һинд мосолман лигаһы — бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте Паҡстанды — «таҙалар илен» булдырыу яҡлы сығыш яһай. 1936 йылда, төрмәнән сыҡҡандан һуң, Лакхнауҙа ойошторолған Конгресс сессияһында сығыш яһап, Неру былай ти:

Донья һәм Һиндостан алдында торған был мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер асҡысы, ул — социализм, мин шуға ышанам. Мин ошо һүҙҙе әйткәндә, уға асыҡ булмаған гуманистик мәғәнә түгел, ә аныҡ фәнни-иҡтисади йөкмәтке һалам… Мин эшһеҙлекте, Һиндостан халҡының деградацияһын һәм бойондороҡлоғон бөтөрөүҙең берҙән-бер юлын социализмда күрәм. Бының өсөн беҙҙең сәйәси һәм ижтимағи ҡоролошта, сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында байҙарҙы бөтөрөү хаҡына киң революцион үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәк… Был табыш алыуға нигеҙләнгән шәхси милекселекте бөтөрөү һәм кооператив етештереүҙең юғары идеалына алмаштырыу тигәнде аңлата…

Һиндостандың беренсе премьер-министры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылдың 24 авгусында Неру Һиндостандың Ваҡытлы хөкүмәте — Һиндостан вице-короле янындағы Башҡарма советы вице-премьеры булып китә, ә 1947 йылдың июнендә — бойондороҡһоҙ Һиндостандың беренсе хөкүмәт башлығы һәм сит ил эштәре һәм оборона министры[4]. 1947 йылдың июлендә Бѳтә Һиндостан милли конгресы күп тауыш менән Британияның Һиндостанды ике хөкүмәткә — Һиндостан Союзы һәм Паҡстанға бүлеү тәҡдимен ҡабул итә. 1947 йылдың 15 августында Дели ҡалаһында Ҡыҙыл форт өҫтөндә Неру бойһондороҡһоҙ Һиндостандың флагын күтәрә. 14-нән 15 авгусҡа ҡаршы төндә Неру былай тигән:

« Сәғәт төн уртаһын күрһәткәндә һәм бөтә донья йоҡоға талғанда, Һиндостан тормошҡа һәм иреккә уянғанда, ошо тантаналы мәлдәрҙә беҙ үҙебеҙҙе Һиндостанға, уның халҡына һәм, тағы ла мөһимерәк, бөтә кешелеккә хеҙмәт итеү эшенә, бағышларбыҙ, тип ант итәбеҙ.[3] Беҙ үҙебеҙҙең азатлыҡты ҙур михнәттәр кисереп яуланыҡ, беҙҙең йөрәктәрҙә һаман да әле был ғазаптар һаҡлана. Хәҙер инде үткәндәрҙе оноттоҡ, беҙҙең бөтөн уй-ниәттәр фәҡәт киләсәккә йүнәлтелгән. Әммә был киләсәк еңел булмаясаҡ. Һиндостанға хеҙмәт итеү - миллионлаған ғазап сиккәндәргә һәм бәхетһеҙҙәргә хеҙмәт итеү ул. Ул быуаттар буйы килгән бөлгөнлөктө, ауырыуҙарҙы һәм мөмкинлектәр тиң булмауын юҡҡа сығарыуҙы аңлата. Беҙ ирекле Һиндостандың яңы мөһәбәт йортон төҙөргә тейешбеҙ - уның бөтә балалары ла йәшәйәсәк йортон. [5] »
Джавахарлал Неру Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Мао Цзэдун менән.

1948 йылдың февралендә Һиндостанды британ ғәскәрҙәренең һуңғы контингенты ташлап китте. 1947—1948 йылдарҙа Һиндостан менән Паҡстан араһында Кашмир өсөн һуғыш була. Шуның һөҙөмтәһендә бәхәсле штаттың өстән бер өлөшө Паҡстан контроленә эләгә, ә төп өлөшө Һиндостан составына индерелә.

Индуист халҡының күпселеге Һиндостан милли конгресына ИНК ышанған. 1947 йылғы һайлауҙарҙа Неруҙың тарафдаштары парламентта 86 % урын яуланы. Неру Һиндостан Союзына бөтөн һинд кенәзлектәрен тиерлек, 601-ҙән 555-ен ҡуша алған. 1954 йылда Һиндостанға диңгеҙ яры буйындағы француз, ә 1962 йылда — португал анклавтары ҡушылған.

1950 йылдың ғинуарында Неруҙың инициативаһы буйынса Һиндостан донъяуи һәм демократик республика тип иғлан ителә. Һиндостан конституцияһы төп демократик азатлыҡты һәм дин, милләт йәки каста буйынса дискриминациялауҙы тыйыуҙы гарантиялай. Ҡоролошо — Президент-парламент идара итеүе, әммә төп идаралыҡ Парламент һайлап ҡуйған Премьер-министр ҡарамағында була. Парламент ике палаталы: халыҡ палатаһынан, штат советынан тора. 28 штат үҙ полицияһына һәм ҡануниәтенә эйә булырлыҡ, иҡтисади эшмәкәрлеген үҙаллы көйләү хоҡуғы бирерлек киң эске автономия ала. Артабан милли билдәләр буйынса булдырылған яңы штаттар иҫәбенә уларҙың һаны арта. 1956 йылдың ноябрендә 14 яңы штат һәм 6 биләмә союздары булдырыла. Уларҙың барыһы ла, элекке штаттарҙан айырмалы рәүештә, этник яҡтан оҡшаштар. Бөтә граждандар өсөн дә 21 йәштән башлап дөйөм, тура, тигеҙ һәм йәшерен тауыш биреү һәм мажоритар вәкәләтлек индерелә.

Эске сәйәсәте. Иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙә реформалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Д. Неруға бағышланған СССР почта маркаһы, 1989, 15 тин (ЦФА каталогы 6121, Скотт (маркалар каталогы) 5813)

Эске сәйәсәттә Неру Һиндостандың бөтә халыҡтарын, индуистарҙы мосолмандар һәм сикхтарҙы татыулаштырырға, ә сәнәғәттә — планлаштырыу принциптарын һәм баҙар иҡтисадын булдырырға ынтыла. Радикаль үҙгәртеүҙәрҙән һаҡланырға тырыша, һәм уға Конгрестың уң, һул һәм үҙәк фракцияларының берҙәмлегенә өлгәшеп, үҙенең сәйәсәтендә улар араһында баланс булдыра. Неру халыҡты иҫкәртә:

Социалистик йәки капиталистик алымдар ҡулланып, фәҡирлекте ниндәйҙер мөғжизә менән байлыҡҡа әйләндереп булмағалығын оноторға ярамай. Берҙән-бер юл көсөргәнешле хеҙмәттә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа һәм етештереү продукттарын ғәҙел бүлеүҙе ойоштороуҙа. Был оҙаҡ һәм ауыр процесс. Насар үҫешкән илдә капиталистик юлды ҡулланыу мөмкин түгел. Тик планлаштырыусы социалистик юл ғына булышлыҡ итәсәк, әммә быларҙы тормошҡа ашырыр өсөн бик күп ваҡыт үтәсәк.

Файл:Nehru (Birla House).jpg
Неру Махатма Гандиҙың вафаты хаҡында иғлан итә.
Фотограф: Анри Картье-Брессон.
(40-сы йылдарҙағы иң билдәле фотографияларҙың береһе)

Донъяла абруй менән файҙаланған Неру сәйәси блоктарға ҡушылмау сәйәсәте авторы булған. 1948 йылда уҡ Джайпурҙа Һиндостан милли конгресы ИНК съезында Һиндостандың тышҡы сәйәсәтенең төп принциптары айышлы итеп әйтеп бирелгән: антиколониализм, тыныслыҡты һәм нейтралитетты һаҡлау, хәрби -сәйәси блоктарға инмәү һәм ҡатнашмау. Неру хөкүмәте тәүгеләрҙән булып Ҡытай Халыҡ Республикаһын таный, әммә был Тибет арҡаһында 1959 һәм 1962 йылдарҙа Ҡытай менән киҫкен сик буйы конфликттарынан араламай. 1962 йылғы конфликттың башланғыс стадияһындағы уңышһыҙлыҡтар ил эсендә Неру хөкүмәтен тәнҡитләүгә һәм Һиндостан милли конгресының һул фракцияһына ҡараған хөкүмәт ағзаларының отставкаһына алып килә. Әммә Неру партияның берҙәмлеген һаҡлап ҡалған.

1950 — 1960-сы йылдар башында Неру хөкүмәте тышҡы сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып Һиндостан ярымутрауында европа илдәренең колониаль анклавтарын юҡҡа сығарыу ликвидация торған. 1954 йылда, француз хөкүмәте менән һөйләшеп килешелгәндән һуң, Һиндостан составына Француз Һиндостаны тип йөрөтөлгән (Пудучерри/Пондишерри һ.б.)Һиндостан составына ингән. 1961 йылда оҙаҡҡа һуҙылмаған көс ҡулланыу операцияһынан һуң һинд ғәскәрҙәре ярымутрауҙағы португал колонияларын — Португал Һиндостанын (Гоа, Даман һәм Диу) яулай. (Уларҙың Һиндостанға ҡушылыуын Португалия 1974 йылда ғына таный).

1949 йылдың көҙөндә Неру АҠШҡа бара. Был визит дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырыуға, Һиндостанға америка капиталының әүҙем килеүенә, сауҙа, иҡтисад бәйләнештәре үҫешенә килтергән. АҠШ Һиндостанда коммунистик Ҡытайға ҡаршы көстө күргән. 1950-се йылдар башында АҠШ менән күп кенә иҡтисади һәм техник ярҙам буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Әммә Неру 1962 йылдағы һинд-ҡытай отверг американское предложение о военной помощи в ходе индийско-китайского вооружённого конфликты барышында, нейтралитет сәйәсәтенә тоғро ҡалып, американың хәрби ярҙам тәҡдимен ҡабул итмәй. Шул уҡ ваҡытта ул һинд нейтралитеты сиктәрен аныҡ билдәләй:

Азатлыҡ һәм ғәҙеллек ҡурҡыныс аҫтында булғанда, асыҡтан-асыҡ баҫып алыу янағанда, беҙ нейтраль була алмайбыҙ һәм булмаясаҡбыҙ ҙа

Ул СССРҙан иҡтисади ярҙам алһа ла, совет союзнигы булмай, ә төрлө ижтимағи-сәйәси ҡоролошло дәүләттәрҙең һыйышып тыныс йәшәүе яҡлы була. 1954 йылда ул һыйышып тыныс йәшәүҙең (панча шила) 5 принцибын тәҡдим итә. Һәм бер йыл үтеүгә шуларҙың нигеҙендә Ҡушылмау хәрәкәте барлыҡҡа килә. Был принциптар Һиндостан Тибеттың Ҡытай Халыҡ Республикаһы составына инеүен таныуында тәү тапҡыр сағылыш тапҡан. Панча шилы принциптары түбәндәге төшөнсәләрҙән тора: үҙ-ара территориаль бөтөнлөктө һәм суверенитетты хөрмәт итеү, үҙ-ара һөжүм итмәү, бер-береңдең эске эштәренә ҡыҫылмау, тиң хоҡуҡлыҡ һәм яҡтарҙың үҙ-ара отошлолоғо принциптары, тыныс һыйышып йәшәү. 1955 йылда Неру Мәскәүгә визит менән килә һәм Ҡытайға менән сағыштырғанда ҡеүәтле ил булып торған Советтар Союзына яҡыная. Советтар Союзында Неру Сталинградҡа, Ялтаға, Алтайға, Тбилисиға, Ташҡәнткә, Сәмәрҡәндкә, Магнитогорскиға һәм Свердловскиға бара. Свердловскиҙа (хәҙер — Екатеринбург) Неруҙы һәм уның ҡыҙы Индира Гандиҙы меңәрләгән ябай ҡала кешеләре ҡаршы ала — һинд премьеры бындай ҡунаҡсыллыҡҡа таң ҡала. Был ҡалала ул иң эре заводтарҙың береһе булған «Урал ауыр машиналар төҙөү заводы»нда була, һәм аҙаҡтан Һиндостан был завод менән контракт төҙөй. Шул ваҡыттан башлап завод Һиндостанға 300-ҙән артыҡ экскаватор һатты[6]. Совет-ҡытай ҡаршылығы үҫә барған һайын совет-һинд мөнәсәбәттәре тығыҙыраҡ була бара, ә инде Неру вафат булғандан һуң ике ил ысын союздаш илгә әйләнә.

1962 йылғы Ҡытай-һинд сик буйы һуғышы килтергән ауыр кисерештәр Неруҙың кәйефе ҡырылыуына килтерә, тип билдәләйҙәр[7].

1964 йылдың 27 майында Неру Дели ҡалаһында йөрәк өйәнәгенән һәләк була. Васыятына ярашлы, уның көлө изге Ямуна йылғаһы өҫтөнә һибелә.

Публикации на русском языке
  • Неру Дж. Автобиография / Джавахарлал Неру / Пер. с англ.; Переводчики: В.В. Исакович, Д.Э. Кунина, В.Ч. Павлов, В.Н. Мачавариани, Б.В. Поспелов. — М.: Издательство иностранной литературы, 1955. — 656 с. (в пер.)
  • Неру Дж. Открытие Индии / Джавахарлал Неру / Пер. с англ.; Переводчики: В.В. Исакович, Д.Э. Кунина, И.С. Кливанская, В.Ч. Павлов; Ред. перевода В.Н. Мачавариани. — М.: Издательство иностранной литературы, 1955. — 652, [24] с. (в пер.)
  • Неру Дж. Внешняя политика Индии. — М.: Прогресс, 1965, — 352 с.
  • Неру Дж. Взгляд на всемирную историю. В трёх томах = Лондон, 1949 / Джавахарлал Неру / Пер. с англ. под ред. Г. Л. Бондаревского, П. В. Куцобина, А. Л. Нарочницкого. — М.: Прогресс, 1975. — 384+504+454 с. (в пер., суперобл.)
  • Неру Дж. Взгляд на всемирную историю. В трёх томах. Изд. 2. — М.: Прогресс, 1977. — 376+504+454 с., 25 000 экз.
  • Неру Дж. Взгляд на всемирную историю. В трёх томах. Изд. 3. — М.: Прогресс, 1981. — 376+504+454 с., 50 000 экз.
  • Неру Дж. Взгляд на всемирную историю. В трёх томах. Изд. 4. — М.: Прогресс, 1989. — 360+472+432 с., 30 000 экз.
  • Неру Дж. Открытие Индии. В двух томах / Джавахарлал Неру / Пер. с англ.; Переводчики: В.В. Исакович, И.С. Кливанская. — М.: Политиздат, 1989. — 464+512 с. — 75 000 экз. — ISBN 5-250-00853-4. (в пер.)

Һиндостан хөкүмәте рәйесе Джавахарлал Неру 1956 йылда Советтар Союзына килә, һәм ул Һаҡмар районы Татар Ҡарғалыһы күреп килергә теләүен әйтә. Сөнки ҡасандар Ҡарғалы сауҙагәрҙәре Көнбайыш кешеләренән беренселәрҙән булып Һиндостанға Тянь-Шань тауҙары аша, серле тау һуҡмаҡтары менән, барып еткән булған икән.

  • Горев А. В., Зимянин В. М. Неру / Александр Горев, Владимир Зимянин. — М.: Молодая гвардия, 1980. — 416 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз. (в пер.)
  • Мартышин О. В. Политические взгляды Джавахарлала Неру. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1981. — 312 с. — 8 000 экз.
  • Ульяновский Р. А. Джавахарлал Неру // Три лидера великого индийского народа / Р. А. Ульяновский. — М.: Политиздат, 1986. — 232 с. — 100 000 экз.
  • Вафа А. Х., Литман А. Д. Философские взгляды Джавахарлала Неру. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1987. — 288 с. — 5 000 экз.
  • Джавахарлал Неру. Воспоминания. Исследования / Отв. редакторы и составители Э. Н. Комаров и Л. В. Митрохин; Институт востоковедения АН СССР. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1989. — 208, [16] с. — 5 000 экз. — ISBN 5-02-016703-7. (в пер.)
  • Сарвепалли Гопал. Джавахарлал Неру. Биография (2 тома) = Javaharlal Nehry. A Biography / Переводчик И. М. Кулаковская-Ершова. — М.: Прогресс, 1989. — 896 с. — 37 000 экз. — ISBN 5-01-001567-6.
  • Володин А. Г., Шаститко П. М. «Пусть не обманет надежда!..» Жизнь и борьба Джавахарлала Неру. — М.: Политиздат, 1990. — 352 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-250-00445-8.
  • Мәскәүҙә Мәскәү дәүләт университеты янында Неру һәйкәле тора. Ломоносов проспекты һәм Вернадский проспекттары киҫешкән урындағы майҙан Джавахарлал Неру исемен йөрөтә[8].
  • Джавахарлал Неру исемендәге премия (инглиз Jawaharlal Nehru Award)
  • Джавахарлал Неру исемендәге әҙәбиәт премияһы
  • Дели ҡалаһында Джавахарлал Неру стадионы
  • Джавахарлал Неру исемендәге университет
  • Екатеринбургта Джавахарлал Неру скверы
  1. 1,0 1,1 1,2 Jawaharlal Nehru
  2. Zachariah, Benjamin. Nehru. 2014 йыл 20 сентябрь архивланған. Routledge: 2004. стр. 17-19 ISBN 0-415-25016-1
  3. 3,0 3,1 Раджив Мотилал Неру | Институт социально-политических исследований 2014 йыл 28 февраль архивланған.
  4. Джавахарлал Неру | Институт социально-политических исследований
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Анна Осипова. Этот день в истории Свердловской области - 18 июня. www.oblgazeta.ru. Дата обращения: 19 июнь 2016.
  7. Китай. Внешэкономсвязи, политика
  8. Наименование улиц Москвы(недоступная ссылка) на портале Грамота.ру. Площадь Джавахарлала Неру.

↑ Zachariah, Benjamin. Nehru. Routledge: 2004. стр. 17-19 ISBN 0-415-25016-1 ↑ Шунда өҫкә күсергә 1 2 Раджив Мотилал Неру | Институт социально-политических исследований ↑ Шунда өҫкә күсергә 1 2 Джавахарлал Неру | Институт социально-политических исследований ↑ Анна Осипова. Этот день в истории Свердловской области - 18 июня. www.oblgazeta.ru. Проверено 19 июня 2016. ↑ Китай. Внешэкономсвязи, политика ↑ Наименование улиц Москвы на портале Грамота.ру. Площадь Джавахарлала Неру

Ҡалып:Кавалеры Бхарат Ратна