НефАЗ-5299

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
НефАЗ-5299
Рәсем
НефАЗ 5299-40-52

НефАЗ-5299 — Нефтекама автомобиль заводы етештергән ҙур класлы рәсәй автобусы. 2000 йылдан алып сығарыла. Хәҙерге Рәсәйҙә ҡала автобусының иң киң моделе булып тора. 15 йыл етештереү эсендә 10000 ашыу дана сығарыла[1].

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылдар башында Кама автомобиль заводы КамАЗ шассийына автобустар етештереү һәм һатыу идеяһы тәҡдим итә. 1993 йылда Яр Саллыла КамАЗ автозаводы базаһында акционерҙар йәмғиәте «КамАЗавтобуспром» булдырыла[2]. Предприятиеның эш емеше булып өлгөлө ҡала автобусы КамАЗ-5262 була. Әммә был моделдәрҙе етештереү планы 1993 йылдың 14 апрелендәге КамАЗ двигателдәр заводындағы янғын арҡаһында юҡҡа сыға. Шулай ҙа КамАЗ үҙ шассийында автобустар етештереү буйынса эҙләнеүҙәрҙе туҡтатмай. 1997 йылдың май айында автозавод Словен фирмаһы Avtomontaza менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуя[3]. Килешеүгә ҡул ҡуйыу Яр Саллыла КамАЗ-5297 автобустарын сығарыу буйынса етештереү ҡеүәттәре ҡарала. КамАЗ шассийындағы тәүге 100 машина Словенияла эшләнә тип күҙаллана, ә киләсәктә кузовтарҙы КамАЗ үҙе эшләргә йыйына (Automontaza КамАЗ-ға тейешле ҡорамалдар, шул иҫәптән, буяу һыҙығы менән дә тәьмин итергә тейешле була) Был ваҡытта Татар республика фонды НИОКР, Ҡаҙан администрацияһы, Яр Саллының Татарстандың Дәүләт милеге комиссияһы менән берлектә ЗАО «Саллы автобус заводы» (ЧелАЗ) ойошторола. Яңы завод алты ишекле ЧелАЗ-5281 ҡала автобусын төҙөй, патентлай һәм сертификатлай. 1999 йылда ЧелАЗ 200 автобус йыйырға планлаштыра. Заводтың планлаштырған проект ҡеүәте йылына 2000 автобус тәшкил итә. Был етештереү күләменә ЧелАЗ 2000 йылда сығырға тейеш. Әммә 1998 йылдағы иҡтисади көрсөк был проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына мөмкинлек бирмәй.

Шуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл үткәс, эшләнгән эш яңы проектты — КамАЗ предприятиеһы бүлендеге, Нефтекама автозаводында НефАЗ-5299 автобусын етештереү һәм һатыуҙы тормошҡа ашырыуға нигеҙ була. Завод етәкселеге тарафынан «КамАЗ шассийына пассажирҙар автобусын үҙләштереү прграммаһы» ҡабул ителгәс, ҙур класлы автобустар менән Башҡортостанда урынлашҡан Нефтекама автозаводы инженерҙары 2000 йылдың август айында шөғөлләнә башлай. 1977 йылдан алып самосвалдар етештергән предприятиеның был ваҡытҡа пассажирҙар өсөн автотранспорт сығарыу тәжрибәһе була. Ә 1990 йылдар аҙағында О325 сериялы төрөк автобусы «Мерседесты» йыйыу буйынса проект барлыҡҡа килә. Әммә шул ваҡытта уҡ үҙебеҙҙең ҡыйбат булмаған, ябай, ремонтҡа яраҡлы — үҙенсәлекле рәсәй шарттарында ҡулланыу өсөн юғары кимәлдә яраҡлаштырылған автобустарҙы булдырыу тураһында аңлау була. Улар өсөн база сифатында 1997 йылда КамАЗ-да эшләнгән махсус автобус шассийы һайлана («КамАЗ-5297»)[4].

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Автобус НефАЗ-5299  завод номеры 0000001 менән Яр Саллыла

«НефАЗ-5299» автобусы өлгөһөн эшләүҙе 2000 йылдың 9 сентябрендә тотоналар[5]. Тәүге автобус 0000001 завод номеры менән завод конвейерынан 2000 йылдың 6 декабрендә сыға һәм 2009 йылға тиклем «ПАК-Инвест» предприятиеһы эшләгән Яр Саллыға ебәрелә. 2001 йылда 115 автобус етештерелә, улар Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Күмертау, Белорет һәм Октябрьский ҡалаларына ебәрелә[6].

Модификациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

НефАЗ-5299 маркаһы аҫтында ҙур һыйҙырышлы автобустар Нефтекама автомобиль заводында етештерелә. Ҡала, ҡала янындағы һәм ҡала-ара булған салондары төрлө төҙөлөшлө, иҙәненең бейеклеге, двигателдәренең типтары, КПП һ. б. модификациялы автобустар бар.

Модификация Билдәһе Тибы Деталдәре Двигателе Тапшырыусы ҡабы
НефАЗ-5299 бейек иҙәнле КамАЗ-740.11-240 КамАЗ-141
НефАЗ 5299 529900 бейек иҙәнле
КамАЗ-740.11-240 КамАЗ-141
НефАЗ-5299-10-01 5299A0 бейек иҙәнле
КамАЗ-740.11-240 КамАЗ-141
НефАЗ-5299-10-02 5299B0 бейек иҙәнле
КамАЗ-740.30-260 Praga 5P120

КамАЗ-142

НефАЗ-5299-10-04 5299K0 бейек иҙәнле
Caterpillar-3116 ZF 6S-85
НефАЗ-5299-10-05 5299L0 бейек иҙәнле
Caterpillar-3116 ZF 6S-85
НефАЗ-5299-10-06 5299M0 бейек иҙәнле
Caterpillar-3116 ZF 6S-85
НефАЗ-5299-10-08 5299U0 бейек иҙәнле
КамАЗ-740.11-240 КамАЗ-142
НефАЗ-5299-10-12 5299R0 бейек иҙәнле
DAF РЕ 183C ZF 6S-85
НефАЗ-5299-10-13 5299LF бейек иҙәнле
Caterpillar-3116 Voith DIWA D 851.3E
НефАЗ-5299-10-15 5299BG бейек иҙәнле
КамАЗ-740.31-240 КамАЗ-142
НефАЗ-5299-10-16 5299CP бейек иҙәнле
КамАЗ-740.31-240 КамАЗ-141
НефАЗ-5299-10-17 5299FM бейек иҙәнле
КамАЗ-740.31-240 КамАЗ-141
НефАЗ-5299-10-19 5299RS бейек иҙәнле
DAF РЕ 183C ZF 6S-85
НефАЗ-5299-10-25 5299UK бейек иҙәнле
НефАЗ-5299-10-32 5299CS бейек иҙәнле
Cummins 6 ISВе 270 B ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-10-33 5299KS бейек иҙәнле
КамАЗ-740.65-240 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-11-21 5299GB ҡала- тирә

автобусы

Работает на газовом топливе КамАЗ-820.53-260 КамАЗ-141
НефАЗ-5299-11-31 5299GS ҡала — тирә автобусы
Работает на газовом топливе КамАЗ-820.61-260 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-11-32 5299CC ҡала-тирә автобусы
Cummins 6 ISВе 270 B ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-11-33 5299KC ҡала- тирә автобусы
КамАЗ-740.62-280 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-17-32 5299CM ҡала-ара автобус Cummins 6 ISВе 270 B ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-17-33 5299KM ҡала-ара автобус
КамАЗ-740.62-280 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-17-42 5299ZM ҡала-ара автобус
НефАЗ-5299-20-04 5299MF бейек иҙәнле
Caterpillar-3116 Voith DIWA D 851.2
НефАЗ-5299-20-15 5299VF бейек иҙәнле
КамАЗ-740.31-240 Voith DIWA D 851.3E
НефАЗ-5299-20-21 5299GF бейек иҙәнле
Работает на газовом топливе КамАЗ-820.53-260 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-20-22 5299CA бейек иҙәнле
Cummins ISBe 250.30 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-20-23 5299NF бейек иҙәнле
КамАЗ-740.31-240 Voith DIWA D 851.2
НефАЗ-5299-20-24 5299MZ бейек иҙәнле
НефАЗ-5299-20-32 5299CS бейек иҙәнле
Cummins 6 ISВе 270 B Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-20-33 5299KS бейек иҙәнле
КамАЗ-740.65-240 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-21-06 5299MB ҡала-ара автобус Caterpillar-3116 ZF
НефАЗ-5299-30-22 5299NC ярым тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg Cummins ISBe 250.30 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-30-31 5299GN ярым тәпәш иҙәнле
Handicapped Accessible sign.svg Работает на газовом топливе КамАЗ-820.61-260 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-30-32 5299CN ярым тәпәш иҙәнле
Handicapped Accessible sign.svg Cummins 6 ISВе 270 B Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-30-33 5299KN ярым тәпәш иҙәнле
Handicapped Accessible sign.svg КамАЗ-740.65-240 Voith DIWA D 854.3E
НефАЗ-5299-30-42 5299ZN ярым тәпәш иҙәнле
Handicapped Accessible sign.svg CUMMINS 6ISBe4 270В ZF 6HP 504C

Voith D 854.3Е

НефАЗ-5299-30-51 5299JP тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg Работает на газовом топливе
НефАЗ-5299-37-32 5299CT ҡала-ара автобус
Cummins 6 ISВе 270 B ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-37-33 5299KT ҡала-ара автобус
КамАЗ-740.62-280 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-40-51 5299UP тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg Работает на газовом топливе КамАЗ-740.62-280 ZF 6R 1200BO
НефАЗ-5299-40-52 5299JP тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg
НефАЗ-52994 тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg Cummins ISBe 250.30

Cummins 6 ISВе 270 B (245 B)

ZF Ecomat 2 5 HP 502

ZF Ecomat 2 6 HP 504 °C
Voith DIWA D 854.3E

НефАЗ-52994-10 52994C тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg КамАЗ-740.50-360 ZF 6S 1600
НефАЗ-52994-40-42 52994P тәпәш иҙәнле Handicapped Accessible sign.svg CUMMINS 6ISBe4 270В ZF 6HP 504C

Voith D 854.3Е

5299-10-хх (бейек иҙәнле автобус)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала автобусы НефАЗ-5299-10. Кемерово

Тарихи яҡтан заводтың беренсе моделе, уларҙы сериялы етештереү 2000 йылда башлана. Классик артҡы моторлы, бейек иҙәнле, каркаслы кузов һәм өс ишекле ҡала буйлап йөрөүсе автобус. Завод конструкторҙары, ул ваҡытта өҫтөнлөк иткән артҡы ишекте тарыраҡ, йәки бөтөнләй ишекте бер ҡапҡаслы итеү кәрәк, тигән һымаҡ ябайлаштырыу тенденцияһына буйһонмайҙар — бөтә ишектәр ҙә бер үк 1200 мм киңлектә була. НефАЗ-5299 мотор бүлегендә КамАЗ тапшырыусы ҡабы менән КамАЗ дизель двигателе урынлаштырыла. Тәүге автобустарҙың тышҡы ҡиәфәте МАЗ-104 автобустарына оҡшаш. 2004 йылдан алып автобустар яңы дизайн менән сығарыла.

5299-30-хх (ярым тәпәш иҙәнле автобус)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

НефАЗ-5299-30-32 . Омск
НефАЗ-5299-30-32 2012 йылдағы варианты Ҡаҙан
Файл:Новыйнефаздляпитера.jpg
НефАЗ-52994. Заводтан Яр Саллы аша Санкт-Петербургҡа транпортировкалау
Файл:Нефаз-52994 выставка.jpg
НефАЗ-52994 2014 йылғы өлгөһө, тәбиғи газ двигателе менән

Заводтың ҡала буйлап йөрөүсе ярым тәпәш иҙәнле төп автобус моделе 2007 йылдан алып сығарыла. Автобусҡа КамАЗ йәки Cummins двигателе урынлаштыра, ә 2007 йылдан алып метанда эшләгән автобустар сығарыла. АКПП Voith Diwa урынлаштырыла.

Автобустар һыйҙырышлы салондар, өс икешәр ҡапҡаслы ишектәр менән йыһазландырыла. Салон пассажирҙар өсөн 115 урынлы, шуларҙың 25 урыны ултырыу өсөн, инвалид коляскаһы урынлаштырырға мөмкин, ә урталағы ишек уйымы пандус (һөҙәк төшөү урыны) менән йыһазландырылған. Салон электр күсергесе ярҙамында өс түбә люгы һәм биш форточка менән елләтелә. Салон, артҡы һәм урталағы, ике тупланма майҙансыҡ менән йыһазландырылған. Водитель кабинаһы салондан форточкалы бүлкә менән айырылған. 2010 йылдан алып Яр Саллының «КОРА» фирмаһынан яңыртылған салонлы автобустар сығарыла, улар ЛиАЗ-5292 автобусына оҡшаш; алғы ишек тулыһынса салонға ҡарай борола. Ҡаҙан, Санкт-Петербург ҡалаларына ебәрелә.

52994-хх (тәпәш иҙәнле автобус)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тотошлайы менән тәпәш иҙәнле ҡала автобусы: өс ишектән дә инеү баҫҡысһыҙ. Уртансы ишек база моделе менән сағыштырғанда артҡа шыла. Тәүге тапҡыр автобус "Комтранс-2011"Мәскәү халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәҡдим ителә[7]. Модификацияһы 96 кеше һыйҙырышлы һәм 24 ултырыу урыны менән йыһазландырылған. Моделдә урта ишек уйымында шыуҙырмалы аппарель (баҫҡыс рәүешендәге), терәк паннеллы(идара итеү аппараты) инвалид коляска өсөн майҙансыҡ һәм инвалидар өсөн 4 йомшаҡ ултырыу урыны бар. Автобус ECAS (электрон идара итеү), ГЛОНАСС навигация системаһы, шулай уҡ водителдең ял һәм хеҙмәт режимын контролдә тотоусы ҡоролма менән йыһазландырылған. Автобус салонында һәм водителдең кабинаһында кондиционерҙар урынлаштырылған. 2011 йылдан алып НефАЗ-52994 автобусы Санкт-Петербург ҡалаһына ебәрелә.

5299-11-хх (ҡала-тирә автобусы)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:НефазР885кс.jpg
Нефаз 5299-11 ҡала-тирә маршрут автобусы. Ҡазан-Зеленодольск
Файл:Нефаз-52994 салон.jpg
Нефаз-5299 салоны

Ҡала яны маршруттары буйынса пассажирҙар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Ике ишеге бар. Туристик йомшаҡ ултырыу урындары менән комплектланған. 77 пассажирға тиклем һыйҙырышлы, 45 ултырыу урыны бар. Автобусҡа КамАЗ йәки Cummins двигателдәре ҡуйылған. Автобустың хәүефһеҙ хәрәкәтен АБС менән йыһазландырылған пневматик Wabco тормоз системаһы тәьмин итә. Алғы сулпы —ике пневмоэлементтағы телескопик ароматизаторлы кузов торошон бер көйләүселе пневматик, артҡы сулпы — дүрт пневмоэлементтағы кузовты ике көйләүсе менән йыһазландырыла.

5299-17-5299-37 һәм хх-хх (ҡала -ара автобус)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала-ара НефАЗ-5299-17-32 автобусы
Файл:НефазнефазНефмг.jpg
Ҡала-ара НефАЗ-5299-17-33 автобусы

Ҡала-ара модификациялылар автобустың алғы өлөшө дизайны менән айырыла. Ҡала-тирә автобусынан айырмалы рәүештә, ике ҡапҡасы ике яҡҡа асылған ишектәр һәм багаж өсөн бүлем менән йыһазландырыла, кондиционер булыуы мөмкин. Автобуста 59 урын ҡаралған: 43 урын пассажирҙарға ултырыу өсөн, һәм баҫып тороусылар өсөн үтеү урыны бар. Автобустар Cummins дизель двигателе һәм немец производствоһында эшләнгән механик тапшырыусы ҡабы ZF менән комплектлана.

Нефаз-52992 электробусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылда Нефаз-5299 электр автобусы тәҡдим ителә. Автономлы электр йөрөшлөгө 200 километрҙан ашыуға иҫәпләнә. Ҡыйыҡта, салонда, һәм НЕФАЗ-52992 электробусының артҡы аҫ яғында 313,6 квт·с. ҡеүәтле литий-тимер-фосфатлы аккумулятор батареяһы урынлаштырылған[8].

Троллейбус[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефаз-БТЗ-52765 тройллейбусы

2008 йылда Башҡортостан троллейбус заводы менән берлектә Нефаз-5299-20 автобусы моделе базаһында эшләнгән троллейбус Нефаз-БТЗ-52765 тәҡдим ителә. Реостат-контактор идара идеү системаһына (РКСУ) ярашлы, шулай уҡ заманса тиристор- импульслы идара итеү системаһы модификациялары сығарыла; 52765А моделе алмаш токтың асинхрон электр двигателенең тарттырыу көсөнә (ТЭД) эйә була.

Техник характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Техник характеристикаһы
Тәгәрмәсле формула 4х2
Кузов Алып йөрөтөүсе, вагон төҙөлөшлө
Ишек һаны 3
Ишек киңлеге 1200
Кузов ресурстары, йыл 12
Урындарының дөйөм һаны (8 кеше/м2) 101
Ултырыу өсөн урындар һаны 25+1
Боролош радиусы, м
Максималь тиҙлеге, км/сәғ 70
Яғыулыҡ сығым контроле, л/100 км
Тормоз системаһы электродинамик һәм пневматик (реостатлы)
Оҙонлоғо, мм 11 875
Киңлеге, мм 2500
Бейеклек, мм 3036
Базаһы, мм 5960
Тулы ауырлығы, кг 18 000
Салон түбәһе бейеклеге 2545
Елләтеү тәбиғи люк һәм форточка аша,
Йылытыу системаһы радиаторлы төрө
Күпер ZF йәки RABA
Двигателдәр менән комплектлана Cummins 6ISBe270B, КамАЗ-740.65-240,

КамАЗ −820.61-260

Файҙаланған ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп файҙаланыусы ҡалалар: Башҡортостан һәм Татарстан ҡалалары, Кузбасс, шулай уҡ Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар, Сыктывкар (40 машинаға заказ), Новосибирск, Омск, Силәбе, Копейск ҡалалары һ.б. Ҡала-ара һәм ҡала янындағы автобустар төбәк трассаларҙа ҡулланыу өсөн, һәм шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһы өсөн. Троллейбустар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында файҙаланыла

Наградалары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2001 йыл — ҡала тибындағы автобус НЕФАЗ-5299 «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» республика конкурсы лауреаты һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программа-конкурсының дипломанты[9].
  • 2002 йыл — ҡала-тирә НЕФАЗ-5299-01 автобусы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы лауреаты һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы лауреаты.
  • 2003 йыл — ҡала-ара НЕФАЗ-5299-10 автобусы «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» конкурс лауреаты дипломын ала һәм һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы дипломанты була.
  • 2006 йыл — инвалидтар ташыу өсөн НЕФАЗ-5299-10-15 автобусы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы лауреаты.
  • 2011 йыл — газ двигателе менән НЕФАЗ-5299-30-31 автобусы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» бөтә рәсәй конкурсы лауреаты тип таныла
  • 2013 йыл — 10 мең автобус НЕФАЗ 5299 эшләп сығарыла, автобус Новосибирскиҙа эшләй.

Компьютер уйындарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бирелгән автобустан инде компьютер уйындарының виртуаль ысынбарлығына эләгә һәм ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Автобустарҙың модификацияһы һәм уйындарҙың исемлеге: Grand Theft Auto: San Andreas уйыны өсөн НефАЗ-5299 моделеның өс модификацияһы бар: НефАЗ-5299: 5299-10-32 (ҡала буйлап йөрөүсе бейек иҙәнле автобус), НефАЗ 5299-11-32 (Ҡала-тирә янында йөрөүсе автобус) һәм НефАЗ 5299-17-32 (ҡала-ара йөрөүсе автобус) Grand theft Аuto IV уйыны өсөн автобустың ике модификацияһы бирелә: НефАЗ 5299-10-15 (ҡала буйлап йөрөүсе бейек иҙәнле автобус) һәм НефАЗ 5299-11-32 (Ҡала-тирә автобусы).

OMSI уйыны өсөн НефАЗ 5299 өс модификацияһы бар: ҡала буйлап йөрөүсе бейек иҙәнле Нефаз 5299-00, 5299-10-15, 5299-20-32 автобустары, ярым тәпәш иҙәнле НефАЗ 5299-30-32, 5299-30-31 һәм ҡала-тирә автобустары НефАЗ 5299-10-17, 5299-11-32, өҫтәүенә, был уйында, башҡа ике GTA, OMSI уйын серияларынан айырмалы рәүештә, тулыһынса бөтә приборҙар һәм механизмдар эшләй, был НефАЗ автобусының водителе итеп хис итергә мөмкинлек бирә. 

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Для всех для нас — 10-ти тысячный НефАЗ. Вести КамАЗа (2013-10-18). 21 октябрь 2013 тикшерелгән.
  2. Новый проект КамАЗа: Татария нашла деньги для производства автобусов. www.kommersant.ru (1995-12-19). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013. 1 июнь 2013 тикшерелгән.
  3. Автобусы КамАЗ: сделано в Словении!. www.autoreview.ru (1997). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013. 1 июнь 2013 тикшерелгән.
  4. В упряжке с мустангом: история автобусов НефАЗ. www.trucklist.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013. 1 июнь 2013 тикшерелгән.
  5. Есть 10-тысячный пассажирский автобус НефАЗ-5299. neftekamsk.bezformata.ru (2013-10-18). 2013-21-10 тикшерелгән.
  6. Городской НефАЗ-5299. www.omnibus.ru (2001). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013. 1 июнь 2013 тикшерелгән.
  7. НефАЗ-52994 – российский городской автобус нового поколения. www.avtotransport.org (2011-09-11). 2 июнь 2013 тикшерелгән.
  8. Электробус НЕФАЗ сертифицирован
  9. Автобусы НефАЗ: достижения и награды. www.nefaz.ru (2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2013. 1 июнь 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Официальный сайт Нефтекамского автозавода Фотографии автобусов НефАЗ-5299 на сайте www.fotobus.ru
  • Описание и технические подробности автобусов НефАЗ-5299