Низаметдинов Мансар Низаметдин улы
Низаметдинов Мансар Низаметдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 15 апрель 1919 |
Тыуған урыны | Салауат районы |
Вафат булған көнө | 1978 |
Һөнәр төрө | агроном |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Низаметдинов Мансар Низаметдин улы — (БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡол улусы Тирмән ауылында 1919 йылдың 15 апрелендә тыуған — 1978 йылдың 15 майында вафат булған, Тирмән ауылында ерләнгән) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, капитан[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низаметдинов Мансар Низаметдин улы 1919 йылдың 15 апрелендә Тирмән ауылында (хәҙерге — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбенән һуң Белорет ҡалаһында фабрика-завод уҡыуҙарын һәм Благовещен ҡалаһындағы агромәктәпте тамамлай. Һуғыш алдынан агроном булып хеҙмәт юлын башлай.
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдың 1 сентябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Сахалинда, Оха ҡалаһында 188-се сик һағы (пограничный) уҡсылар полкында башлай.
Хабаровск хәрби училищеһына уҡырға инә, һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, 1941 йылдың 1 сентябрендә экстерн рәүештә тамамлай.
382-се уҡсылар дивизияһы формалашыу менән, Волхов фронтына китә. Хәрби хеҙмәтен лейтенант дәрәжәһендә башлай, миномёт ротаһы менән командалыҡ итә, һуңғараҡ миномёт батальоны командиры итеп тәғәйенләнә.
59-сы армияға ҡараған 374-се уҡсылар дивизияһы составында, танктарға ҡаршы тороусы подразделениелә һуғыша.
1943 йылда Мга ҡалаһы янында контузия ала.
Госпиталдә дауалағандан һуң, Новгородты азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 20 ғинуарында дошман Новгород ҡалаһынан ҡыуыла.
Артабан Красносельский Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы 125-се уҡсылар дивизияһыны 657-се уҡсылар полкы командиры сифатында Ленинград фронтына ебәрелә. 125-се уҡсылар дивизияһы Ленинградты 1942 йылдың февраленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем обороналай[3].
1944 йылдың 20 сентябрендә, Ленинград-Новгород операциялары барышында, 1944 йылдың 14 ғинуар — 1 мартында Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары, Балтик флоты менән берлектә хәрәкәт итеп, Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙә.
Таллин һөжүм итеү операцияһы барышында Мансар Низаметдин улы 1944 йылдың февраленән сентябренә тиклем Нарва, Таллин ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша[4].
Көнсығыш Пруссия биләмәһендә дошман көстәренең ҡаршылығын йырып сығыуҙа, Көнигсберг ҡалаһы (хәҙер — Калининград) өсөн ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша.
Одер йылғаһын кисеп сығыу операцияларында ҡатнаша, Оппельн һәм Нейсс ҡалалары янында дошмандарҙы юҡ итә.
Берлин штурмында төп пункт ролен үтәгән Сандомир ҡалҡыулығында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.
Польшаның Катовице ҡалаһын азат иткәндән һуң, һөжүм Сосновице һәм Бреслау ҡалаһына йүнәлтелә.
Артабан Берлин, Дрезден ҡалаларына күсергә тейеш булһа ла, Чехословакияла фетнә башланыу сәбәпле, Бальденберг, Фрейберг, Гроссберг ҡалаларын алғандан һуң, уларҙың часы Чехословакия территорияһына күсә.
Низаметдинов Мансар Прага ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты 125-се уҡсылар дивизияһы составында 657-се уҡсылар полкы командиры Борис Петрович Нецветаевтың (1945 йылдың 5 февраленән) урынбаҫары була. 1945 йылдың 1 декабрендә, һаулығы торошо насарайыу сәбәпле, армиянан демобилизациялана.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң тыуған Тирмән ауылына ҡайта, агроном һәм партия ойошмаһы секретары булып эшләй.
Тормош иптәше Мария Александровина (Алексеева) менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
1978 йылдың 15 майында вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.06.1945)
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (22.12.1942)[5]
- Күп һанлы хөкүмәт наградалары
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низаметдинов Мансар Низаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Тирмән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО Картотека награждений: шкаф 61, ящик 7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Низаметдинов Мансар Низамович
- Тирмән мәҙәниәт йорто сайты
- Таллинды азат итеү 2021 йыл 17 май архивланған.
- 125-се Кутузов исемендәге дивизия
- Мансар менән Мария Низаметдиновтарҙың фотоһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 апрелдә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Салауат районында тыуғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Салауат районында вафат булғандар