Эстәлеккә күсергә

Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Наурыҙ, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хореограф
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы (10 октябрь 1964 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997).; Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты. 50-нән ашыу бейеү авторы[1].

Рәйес Йәүҙәт улы Низаметдинов 1964 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы[2] Наурыҙ ауылында тыуған.

1981 йылда Наурыҙ урта мәктәбен тамамлай. 1982—1984 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1990 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамалай, йәмәғәт һөнәрҙәре факультетында «бейеү коллективы етәксеһе» һөнәре буйынса өҫтәмә һөнәри белем ала. 1987—1990 йылдарҙа бер үк ваҡытта институттың халыҡ бейеү ансамблендә педагог-репетитор булып эшләй.

1990—1992 йылдарҙа Учалы районының Уральск ҡасабаһында мәҙәниәт йорто директоры, балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй; 1992—1994 йылдарҙа — Учалы музыка училищеһында эшләй һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблен (әлеге ваҡытта — «Койон» халыҡ бейеү ансамбле) төҙөй.

1994—2000 йылдарҙа «Ирәмәл» балалар ижад үҙәгендә эшләй, «Ирәмәл» өлгөлө бейеү ансамбленә һәм «Ирәмәл» өлгөлө ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була . Бер үк ваҡытта 1996—2000 йылдарҙа Байрамғол совхозының «Ләйсән» бейеү ансамблен етәкләй.

2000 йылдан алы Учалы филармонияһында эшләй: бейеү ансамбле етәксеһе була, филармония режиссёры һәм художество етәксеһе; шулай уҡ «Ирәмәл» өлгөлө бейеү ансамбленә етәкселек итеүен дауам итә. 2004 йылдан — режиссёр‑ҡуйыусыһы, 2010 йылдан — «Асы» шифаханаһы директоры урынбаҫары.

40-тан ашыу хореографик композициялар ижад иткән, улар араһында — («Шәғәли Шаҡман», «Сура батыр», «Самауыр менән бейеү», «Байрамғол сапҡырҙары», «Муса Мортазин», «Аҡбуҙат», «Салауат батыр», «Алтынсылар», «Кейеҙ менән бейеү» һәм башҡалар) Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Сибай һәм Учалы филармониялары репертуарына ингән.

2014 йылда Р. Низаметдинов ҡуйылышындағы «Ете ырыу» бейеүе дәүләт академия халыҡ бейеүҙәр ансамбле репертуарына индерелгән.

Проекттар баш режиссёры һәм балетмейстеры:

  • «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы (2005, 2007, 2010, 2014)
  • «Бөрйән йыйыны» республика байрамы (2008)
  • Республика кейеҙ байрамы (2009)
  • Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар, кубыҙсылар, думбрасылар һәм өзләү башҡарыусылар конкурсы (2006, 2011)
  • Республика телевизион «Байыҡ» конкурсының гала-концерты (2008, 2011, 2012)[3]
  • Республика телевизион балалар «Байыҡ» конкурсының гала-концерты (2009)
  • «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» республика телепроектынының гала-концертта (2009)
  • Салауат районында С. Юлаевтың 250 йыллығы айҡанлы үткәрелгән байрамдың баш балетмейстеры (2004)
  • З. Биишеваның 100 йыллығына арналған байрамдың баш балетмейстеры (2008)
  • Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәр ансамбленың юбилей программаһының баш режиссёры (2014).

2009 йылдан 2014 йылға тиклем «БАЙЫҠ» телевизион конкурсының «Иң яҡшы хореограф-ҡуйыусыһы» номинацияһы лауреаты.

  • 1994 йыл — Ф. Ғәскәров исемендәге призға Республика конкурсы дипломанты
  • 1995 йыл — I Республика соло бейеү башҡарыусылар конкурсының еңеүсеһе, «Яңғыҙ бейеү» номинацияһы
  • 1995 йыр — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған Республика яңғыҙ бейеү башҡарыусылар конкурсының лауреаты
  • 1996 йыл — Тарихи бейеүҙәр башҡарған өсөн М. Мортазин исемендәге премия тапшырыла
  • 1997 йыл — «Урал бөркөтө» конкурсы лауреаты
  • 1998 йыл — II республика яңғыҙ бейеү башҡарыусылары конкурсының еңеүсеһе, «Яңғыҙ бейеү» номинацияһы.
  • 1998 йыл — Бөтә Рәсәй хореография коллективтары конкурсының махсус призы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
  • 1999 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге IX Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты
  • 2000 йыл — «Йәшлек — шоу» республика фестивале лауреаты, «Йыл бейеүсеһе» номинацияһы
  • 2000 йыл — Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты
  • 2001 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге призға X Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, «ҡурай» номинацияһында -III урын, «ҡумыҙ» номинацияһында — I урын
  • 2003 йыл — III Республика И. Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы лауреаты: ҡурай- II урын, ҡумыҙ — II урын
  • 2004 йыл — «Содружество» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты — «ҡурай» — II урын
  • 2005 йыл — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде
  • 2006 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге призға XI Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, «ҡурай» номинацияһында — III урын
  • 2006 йыл — «Содружество» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты — II урын
  • 1994 йыл — Ф. Ғәскәров исемендәге призға Республика конкурсы дипломанты
  • 1995 йыл — I Республика яңғыҙ бейеү башҡарыусылары конкурсы еңеүсеһе, «Яңғыҙ бейеү» номинацияһы.
  • 1995 йыл — I Бөтә башҡорттар ҡоролтайына арналған Республика яңғыҙ бейеү башҡарыусылары конкурсы лауреаты.
  • 1996 йыл — тарихи бейеүҙәр башҡарған өсөн М. Мортазин исемендәге премия лауреаты
  • 1998 йыл — II Республика яңғыҙ бейеү башҡарыусылары конкурсы еңеүсеһе, «Яңғыҙ бейеү» номинацияһы.
  • 1998 йыл — «Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн» Бөтә Рәсәй хореография коллективтары конкурсының махсус приз,
  • 2000 йыл — Республика «Йәшлек — шоу» фестивале лауреаты, «Йыл бейеүсеһе» номинацияһы
  • 1999 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге IX Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты
  • 2001 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге призға X Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, «ҡурай» номинацияһында -III урын
  • 2003 йыл — III Республика И. Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы лауреаты : ҡурай- II урын
  • 2004 йыл — «Содружество» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты — «ҡурай» — II урын
  • 2006 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге призға XI Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, «ҡурай» номинацияһында -III урын
  • 2006 йыл — «Содружество» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты — II урын
  • 2001 й. — 2001 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге призға X Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, «ҡумыҙ» номинацияһында — I урын
  • 2003 й. — III Республика И. Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы лауреаты : ҡумыҙ номинацияһында — II урын
  • 2007 йыл — I Республика өзләү буйынса конкурсының еңеүсеһе
  • 2007 йыл — өзләү буйынса халыҡ-ара йыр конкурсының дипломанты (Абакан ҡалаһы)
  • 2008 йыл — өзләү буйынса 5-се Бөтә донъя конкурсының дипломанты (Ҡыҙыл, Тыва республикаһы)

Р. Низаметдинов етәкселегендәге ансамблдәр ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1998 йыл — Бөтә Рәсәй хореография коллективтары конкурсы лауреаты (I урын, «Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)
  • 1999 йыл— Республика фольклор коллективтары конкурсы еңеүсеһе (гран-при, «Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)
  • 1999 йыл — Й. Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе (I урын, «Ирәмәл» ҡурайсылар ансамбле)
  • 1999 йыл — ҡурайсылар ансамбле, «Ирәмәл» Бөтә Рәсәй Дельфий уйындарының еңеүсеһе (II урын, «Ирәмәл» ҡурайсылар ансамбле, Һарытау ҡалаһында)
  • 1999 йыл — Халыҡ-ара конкурсының ҡубыҙ номинацияһында еңеүсе (Яҡутстанда, Ринат Камалов)
  • 2004 йыл — «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» Республика конкурсының еңеүсеһе (I урын, «Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)
  • 2006 йыл — «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» Республика конкурсының еңеүсеһе (I урын, «Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)
  • 2007 йыл — Төбәк-ара хореграфия коллевтары конкурсы лауреаты («Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)
  • 2008 йыл— «Яңғырауыҡлы үксә» Республика конкурсы еңеүсеһе (гран-при, «Ирәмәл» халыҡ бейеү ансамбле)

Бейеүҙәр ҡуйылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1995 йыл — «Шәғәле Шаҡман»
  • 1996 йыл — «Сура батыр», «Кубыҙсы»
  • 1997 йыл — «Бөркөт», «Беҙҙең ҡурай»
  • 1998 йыл — «Карас сәсән», «Самауыр менән бейеү»
  • 1999 йыл — «Байрамғол сапҡыры»
  • 2000 йыл — «Балыҡсы»
  • 2001 йыл —"Тарпандар", «Ете ырыу»
  • 2002 йыл — «Марш», уйын-бейеүе «Тимерсе бүләге»
  • 2003 йыл — «Аҡбуҙат», «Көндәш»
  • 2004 йыл — «Салауат батыр», «Яугирҙар»
  • 2005 йыл — «Алтынсы», «Муса Мортазин»
  • 2006 йыл— «Бөркөт ояһы», «Фронтовиктар»
  • 2007 йыл — «Ҡалаҡсылар», «Дуҫлыҡ» сюитаһы, «Тирмә янында»
  • 2008 йыл — «Тыпырлауҙар», «Һыуға мәҙхиә»
  • 2009 йыл — «Ҡара-каршы», «Кейеҙ менән бейеү»
  • 2010 йыл— «Бүләк», «Һылыуҡай»
  • 2011 йыл — «Оҫтабикәләр»
  • 2012 йыл — "Маҡтансыҡ һунарсы ", «Шаян бейеүсе»
  • 2013 йыл — «Урманда»
  • 2014 йыл — «Томбойоҡло күл буйында»
  • 2014 йыл — «Әбйәлил оҫтабикәләре»
  • 2014 йыл — «Өләсәй аулаҡ өйө»
  • 2014 йыл — «Тылсымлы итектәр»
  • 2014 йыл — «Байназар таҡмаҡтары»
  • 2014 йыл — «Шәл бәйләнем»
  • 2014 йыл — «Салауттың тәүге һунары»
  • 2014 йыл — «Ҡомарткы»
  • 2014 йыл — «Торатау итәгендә»
  • 2014 йыл — «Байназар таҡмаҡтары»
  • 2014 йыл — «Өләсәй бүләге»
  • 2014 йыл — «Яңы көй»
  • 2015 йыл — «Көтөүселәр».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Культурный мир Башкортостана
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы
  3. Министерство Культуры Российской Федерации. mkrf.ru. Дата обращения: 9 февраль 2016. 2016 йыл 4 март архивланған.