Эстәлеккә күсергә

Низами Гәнжәүи һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Низами Гәнжәүи һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2002
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Бейеклеге/буйы 5 метр
Карта
 Низами Гәнжәүи һәйкәле (Санкт-Петербург) Викимилектә

Низами Гәнжәүи һәйкәле - рус. Па́мятник Низами́ Гянджеви́ — атаҡлы шағир, фарсы шиғриәте классигы, тыумышы менән Гәнжәнән Низами Гәнжәүи һәйкәле. Санкт-Петербургта Каменноостровский проспекты буйында 25 һәм 27а һанлы йорттар араһындағы скверҙа ҡуйылған.

Әзербайжан һәм Рәсәй президенттары шағир Низами Гәнжәүи һәйкәлен асыу тантанаһы алдынан осрашыуҙа

Скульптура Баҡыла ҡойолған һәм Санкт-Петербург ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 300 йыллығына Әзербайжандан бүләк сифатында килтереп тапшырылған.

Шағирҙың шәхси исеме — «Ильяс», атаһы — «Йософ», олатаһы — «Зәки» була. Уның «Мөхәммәт» исемле улы тыуғас, был исем дә шағирҙың тулы исеменә ҡушылып китә. Бына шулай итеп шағирҙың тулы исеме — Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ ибн Зәки Муайад[1], ә әҙәби тәхәллүс (ҡушамат) итеп ул «Низами» исемен ала [2] Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм үҙе йәшәгән ислам осорҙары тарихын берләштерә.

Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡтарға һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ дәүләттәр әҙәбиәтенә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай. Уның әҫәрҙәре донъяның бик күп телдәренә, шул иҫәптән урыҫ теленә лә тәржемә ителгән[3]

Шағирҙың скульптураһы Мухина исемендәге Ленинград юғары сәнғәт-сәнәғәт училищеһын тамамлаған әзербайжан скульпторы Геруш Бабаев тарафынан ижад ителгән. Аҫҡуйма проекты авторы - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Феликс Романовский. Аҫҡуйма Петербург "Комбинат-скульптура" предприятиеһында эшләнгән

Һәйкәл асыу тантанаһында Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Әзербайжан президенты Гейдар Алиев ҡатнаша[4].

Шағирҙың 5 метрлы бронза фигураһы көнсығыш стилендә башҡарылған. Шәреҡсә кейенгән Низами арка аҫтында ҡулына китап тотоп, эскәмйәлә ултырған килеш һүрәтләнгән. Постаментта әзербайжанса "Низами Гәнжәүи" тип яҙылған (әзерб. Nizami Gəncəvi)

  1. Niẓāmī Ganjavī, The haft paykar: a medieval Persian romance / Julie Scott Meisami — Oxford: Oxford University Press, 1995. — 307 б. — ISBN 0-19-283184-4.
  2. Julie Scott Meisami. "The Haft Paykar: A Medieval Persian Romance (Oxford World's Classics)" — Oxford University, 1995. — ISBN 0-19-283184-4.
  3. Статья «Низами Гянджеви» // История всемирной литературы: В 9 томах. — АН СССР, 1983.
  4. Владимир Путин и Президент Азербайджана Гейдар Алиев открыли памятник Низами в Петербурге