Новочеркасск авиация институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новочеркасск авиация институты
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск

Новочеркасск авиация институты (рус. Новочеркасский авиационный институт) — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында 1930 йылдарҙа эшләгән авиация институты.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылдың сентябрендә Дон политехник институты, бер нисә айырым юғары техник уҡыу йортона бүленә.

Авиация факультеты (1919 йылдан асылған) базаһында Новочеркасск авиация институты (НАИ) ойошторола[1]. НАИ Мәскәү һәм Харьков авиация институттары менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килә.

Хөкүмәттең 1932 йылдағы ҡарары буйынса авиамоторҙар эшләү факультеты Рыбинск ҡалаһына күсерелә һәм унда Рыбинск авиация институты (РАИ) ойошторола.

1941 йылда Рыбинск авиация институты Өфө ҡалаһына эвакуациялана. 1942 йылдың 10 декабрендә уға Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты (УАИ) исеме бирелә[2]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында УАИ үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, инженер кадрҙарын әҙерләүҙе юғары кимәлдә башҡара алыуын иҫбатлай. Ошо осорҙа вуз илдең оборона һәм машиналар эшләү сәнәғәте мохтажлыҡ кисергән 300 самаһы инженер әҙерләп сығара. Сәнәғәттең фәнгә нигеҙләнгән тармағы өсөн юғары квалификациялы белегстәр әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары һәм ғилми тикшеренеүҙәр үткәргәне өсөн авиация институты илдең иң юғары наградаһына — Ленин орденыны лайыҡ була. 1992 йылда УАИ техник университет статусына лайыҡ була һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ) тип атала башлай[3].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новочеркасск авиация институтының директоры Левков Владимир Израилевич була[4]. Институттың иң тәүге уҡытыусыларының һәм ойоштороусыларының береһе профессор Комаров Андрей Алексеевич була.

Институт лайыҡлы белгестәр әҙерләп сығара. Таганрогтағы Г. М. Бериевтың конструкторлыҡ бюроһы тулыһынса тиерлек ошо институтты амамлаусыларҙан туплана.

1935 йылда Новочеркасск авиаинститутын таммалаусыларҙың ике төркөмө нигеҙендә Киевта № 43-сө авиация заводы базаһында (һуңыраҡ — Киев авиация производство берекмәһе) В. К. Таиров етәкселегендә ОКБ төҙөлә.

Новочеркасск авиация институтының филиалы Таганрог авиация техникумында эшләй (ғәҙәттә, техникум тамамлаусылар һуңынан уҡыуыу филиалда дауам итә).[5]

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лукина Макар Михайлович (1905—1961) — авиация моторҙарын эшләүҙе ойоштороусы, хужалыҡ эшмәкәре, инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Миль Михаил Леонтьевич (1909—1970) — ғалим һәм совет вертолет конструкторы, техник фәндәр докторы, Социалистик Хеҙмәт геройы.
  • Решетняк Лука Игнатьевич (1903—1941) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, КПСС-тың Таганрог ҡала комитетының 1-се секретары (19411941).
  • Кессени, Александр Николаевич һәм Терентьев Василий Петрович — Сталин премияһы лауреаттары.

Уҡытыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Факультет Авиационных Двигателей УГАТУ 2014 йыл 13 август архивланған.
  2. Приказ Главного управления авиационной промышленности НКТП от 11 июля 1932 г. № 368
  3. Приказ министра науки, высшей школы и технической политики Российской Федерации от 24 декабря 1992 года № 1133
  4. Создатель судов на воздушной подушке
  5. Таганрогский авиационный колледж имени В. М. Петлякова. История и традиции

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]