Эстәлеккә күсергә

Оло баҙар мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло баҙар мәсете
Нигеҙләү датаһы 1864
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Ләнкәран
Карта
 Оло баҙар мәсете Викимилектә

Оло баҙар мәсете (әзерб. Böyük Bazar məscidi) — Ләнкәран ҡалаһындағы мәсет, Әзербайжан. Әзербайжан Республикаһы министрҙар кабинетыбойороғо менән 2001 йылдың 2 авгусында мәсет урындағы әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт архитектура ҡомартҡыһы (инв № 4805) булараҡ дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[1].

Әзербайжан маркаһындағы Оло баҙар мәсете. 2006 йыл

Мәсет XIX быуаттың тәүге йылдарында төҙөлгән, һәм хәҙерге ваҡытта ҡаланың иң боронғо мәсете булып тора[2]. Мәсет стеналары яндырылған ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән, ҡыйығы керамик черепица менән ҡапланған.

Мәсет үҙенең исемен Ләнкәран үҙәгендәге Böyük Bazar (Оло Баҙар) тигән урында урынлашҡанлыҡтан ала[2].

Мәсет төп һәм ярҙамсы биналарҙан һәм бер манаранан тора. Мәсеттең тәүге манараһы совет власы тарафынан емертелә, ә 1995 йылда яңы 36 метрлыҡ манара төҙөлә. Мәсет майҙаны 500 м2 тәшкил итә, мәсеттә бер үк ваҡытта 550 кеше намаҙ ҡыла ала[2].

  • Кесе баҙар мәсете


  1. Azərbaycan Respublikası Mədəniyyət Nazirliyi Mədəni İrsin Qorunması, İnkişafı və Bərpası üzrə Dövlət Xidməti. heritage.gov.az. Дата обращения: 18 сентябрь 2020. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2021 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Lənkəran şəhəri, Böyük Bazar məscidi (әзерб.). scwra.gov.az. Дата обращения: 18 сентябрь 2020. Архивировано 21 июль 2021 года.



Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.