Петрова Галина Константиновна
Петрова Галина Константиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 сентябрь 1920 |
Тыуған урыны | Николаев, Николаевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 4 декабрь 1943 (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Керчь[d], Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты |
Хәрби звание | Главный старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Петрова Галина Константиновна Викимилектә |
Петрова Галина Константиновна (9 сентябрь 1920 йыл, Николаев — 8 декабрь 1943 йыл, Эльтиген ҡасабаһы) — Ҡара диңгеҙ флоты Новороссийск хәрби-диңгеҙ базаһы 386-сы айырым диңгеҙ пехотаһы батальоны медицина шәфҡәт туташы, баш старшина. Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николаев ҡалаһында тыуған. Урыҫ. Новочеркасск политехник институтында уҡыған. 1942 йылдан Хәрби-Диңгеҙ флотында. КПСС-ҡа[1] ағзалыҡҡа кандидат.
1941 йылдың июлендә Галина әсәһен һәм улын күрергә тип Новороссийскиға килә. Миллион совет ҡыҙҙары кеүек, ул фронтҡа атлыға, хәрби комиссариат тупһаһын тапай. Йәш әсәне, фронтта талап ителә торған белектәре булмауға һылтанып, һуғышҡа ебәрергә теләмәйҙәр. Г. Петрова Краснодарға фельдшер мәктәбенә уҡырға бара[2].
Курстарҙы тамамлағандан һуң, Галина Новороссийск госпиталенә (башҡа мәғлүмәт буйынса, Геленжиктағы 43-сө хәрби-диңгеҙ госпитале) йүнәлтмә ала. Тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ эшләүҙе талап иткән эш тә йәш ҡатынға етерлек тойолмай — ул бар күңеле менән алғы һыҙыҡҡа ынтыла. 1942 йылда ире Анатолийҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр алғандан һуң, был теләге тағы ла ашҡындыра. Был ваҡытта дошман Новороссийскиға уҡтала.
Шул саҡта уны диңгеҙ пехотаһы батальонына күсерәләр. Галина үҙен фиҙаҡәр шәфҡәт туташы һәм ышаныслы иптәш итеп күрһәтә. 1943 йылдың яҙында Керчь ярымутрауына десант төшөрөрөгә әҙерләнгән саҡта, ул ошо мөһим һәм ҡурҡыныс операцияла ҡатнашырға лайыҡ тип табыла.
Күнекмәләр Тамань ярымутрауында Фанагория ҡәлғәһенән йыраҡ түгел уҙғарылған. Унда дошмандың Эльтиген ҡасабаһындағы позицияһын штурмлау маҡсатына яҡынайтылған макет ярҙамында күнегәләр.
Керчь-Эльтиген десант операцияһында ҡатнашҡан В.Ф. Гладков иҫтәлектәр китабында былай тип яҙҙы:
«Баш старшина санинструктор Галина Петрованың ойпаланған ҡолаҡсыны аҫтынан күренеп торған сәстәре алтын төҫтә һәм зәңгәр күҙҙәре тылсымлы ине. Ул уртаса буйлы, һөйкөмлө йәшлегенең тулы сәскә атҡан мәлендә — егерме йәштән саҡ ҡына өлкәнерәк. Хатта ас паек та уның бит алмаларының алһыулығын йәшерә алманы. Матрос мөхитендә үҙен, яратҡан һеңле ябайлығы һәм дәрәжәһе менән, ағайҙары араһында кеүек, тота ине».
1943 йылдың 1 ноябрендә Керчь ярымутрауына диңгеҙ десантында ҡатнаша. Галина майор Беляков батальонында була, һәм десант алдында сәнскеле сымдар һәм мина яланы була. Туҡтауһыҙ ут аҫтында Галина Петрова десантсыларға фиҙаҡәр рәүештә медицина ярҙамы күрһәтә һәм һуғыш яланынан яҡынса ярты йөҙ яралы һалдатты алып сыға. Уны Иптәш Ғүмер тип атайҙар һәм уның менән ғорурланалар. Плацдармда барған һуғышта, яралыларҙы һаҡлап, нисә тапҡыр дошман контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнаша.
Үҙенең Советтар Союзы Геройы наградаһына күрһәтелгәнен белдеме ул юҡмы? Билдәһеҙ... Уның һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт төрлөсә — вафат булған көнөн йә 8 ноябрь, икенселәре — 8 декабрь тиҙәр.
Таралған фараздарҙың береһе шулай: Галинаны, бер яралынан икенсеһенә йүгереп йөрөгән арала, 2 ноябрҙә, ярсыҡ яралай. Ике аяғы ла етди зыян күрә. Уны ҡасабалағы мәктәптә урынлашҡан госпиталгә алып киләләр. 8 ноябрҙә бинаға бомба төшә һәм унда булғандарҙың барыһы ла һәләк була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльтиген ҡасабаһы райондына десант менән төшкәндә, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 1943 йылдың 17 ноябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
- Шулай уҡ Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡырымда:
- Петрово һәм Петрово тимер юл станцияһы уның исеме менән аталған.
- Севастополлә Галина Петрова урамы бар.
- Керчта Галина Петрова исемендәге медицина колледжы эшләй һәм һәйкәле ҡуйылған.
- Героевское ауылындағы урам уның исеме менән аталған.
- Новочеркасск ҡалаһында:
- Көньяҡ-Рәсәй дәүләт политехник университеты төп корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3];
- үҙе уҡыған институтта бюсы һәм иҫтәлекле таҡтаташ (стадион яғынан ингәндә энергетик факультеты бинаһы) ҡуйылған;
- героиняның исеме, Троицкая урамынан башлап Бакланов проспектына яҡын тамамланған тыҡрыҡ атамаһы булып, мәңгеләштерелгән; 30-сы һанлы йортҡа металл мемориаль таҡтаташ беркетелгән[4].
- 1983 йылдың 21 февралендә ҡаланың Николаев ҡалаһында уның исемен йөрөткән урам барлыҡҡа килә, ә 2007 йылдың 7 майында мемориаль таҡтаташ асыла[5].
- Туапсе ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
- Новороссийск ҡалаһында Галина Петрова урамы бар.
- Галина Петрова тураһында — «Девушка с Огненной земли» (Ю. Евдокимов, 1958 г.)
- «Галина Петрова — гордость Черноморского флота» (А.Н. Задырко и Г.Г. Задырко, Николаевта 2010 йылда баҫылған) китаптар донъя күрҙе.
- Бынан тыш, батыр шәфҡәт туташы Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ҡара Диңгеҙ флоты 386-сы айырым диңгеҙ пехотаһы батальоны исемлегенә индерелгән.
- шулай уҡ ул флотта Герой Алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе тәүге ҡатын-ҡыҙ[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Петрова Галина Константиновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 261. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- ↑ https://topwar.ru/168760-pogibshaja-na-ognennoj-zemle-pamjati-geroja-sovetskogo-sojuza-galiny-petrovoj.html Погибшая на "Огненной земле"
- ↑ Мемориальные доски Новочеркасска.
- ↑ Работа над ошибками 2010 йыл 28 февраль архивланған..
- ↑ Николаевские новости: «В городе Николаеве открыта мемориальная доска героине войны Галине Петровой».
- ↑ https://topwar.ru/168760-pogibshaja-na-ognennoj-zemle-pamjati-geroja-sovetskogo-sojuza-galiny-petrovoj.html Погибшая на "Огненной земле"
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрова Галина Константиновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 261. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Курбатова Е. «Товрищ жизнь» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрова Галина Константиновна . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза, проживавшие на Дону до Великой Отечественной войны 2019 йыл 14 февраль архивланған..
- Галина Костянтинівна Петрова / Проект «Українці в світі» 2018 йыл 12 июль архивланған.. (укр.).
- Погибшая на "Огненной земле"
- 9 сентябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 4 декабрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Ҡырымда вафат булғандар
- Көньяҡ Рәсәй политехник университетты тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 8 декабрҙә вафат булғандар