Эстәлеккә күсергә

Пабло Пикассо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пикассо, Пабло битенән йүнәлтелде)
Пабло Пикассо
Pablo Picasso

Исеме:

Пабло Диего Хосе Франсиско де Паула Хуан Непомусено Мария де лос Ремедиос Сиприано де ла Сантисима Тринидад Мартир Патрисио Руис и Пикассо

Тыуған:

25 октябрь 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Малага

Үлгән:

8 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (91 йәш)

Үлгән урыны:

Мужен

Гражданлығы:

Испания Испания

Жанр:

рәссам, скульптор, график, керамист һәм дизайнер

Уҡыған урыны:

Королевская академия изящных искусств Сан-Фернандо в Мадридта (1 йыл)

Стиль:

кубизм, сюрреализм, постимпрессионизм

Наградалары:

Международная Ленинская премия «За укрепление мира между народами» — 1962

Имза:

 Работы

Па́бло Дие́го Хосе́ Франси́ско де Па́ула Хуа́н Непомусе́но Мари́я де лос Реме́диос Сиприа́но де ла Санти́сима Тринида́д Мáртир Патри́сио Руи́с һәм Пика́ссо (шулай уҡ ҡабул ителгән Пикассо́[1][2], исп. Pablo Diego José Francisco de Paula Juan Nepomuceno María de los Remedios Cipriano de la Santísima Trinidad Mártir Patricio Ruiz y Picasso; 25 октябрь 1881 йыл, Мáлага, Испания — 8 апрель 1973 йыл, Мужен, Франция) — испан рәссамы, скульптор, график, керамист һәм дизайнер.

Pablo Picasso, 1953.

Жорж Брак һәм Хуан Грис менән берлектә кубизмға нигеҙ һалуысы. Өс яҫылыҡтағы кәүҙә оргиналь манерала бер яҫылыҡҡа индереп берләштереп төшөрөлгән. Пикассо график, скульптор, керамист һәм башҡа тармаҡтарҙа эш алып барған. Бик күп ҡабатлаусыларҙы йәлеп итеп, ул XX быуатта һынлы сәнғәттең үҫешенә һиҙелерлек ыңғай тәьҫир итә. Хәҙерге сәнғәт музейы баһаларына таянып (Нью-Йорк) әйткәндә, Пикассо 20 мең эш эшләй.[3].

2008 йылда эксперттар Пикассоны иң ҡиммәт рәссам тип атайҙар. Уның эштәрен һатыуҙан 262 млн долл табыш алынған[4]. 2010 йылдың 4 майында "«Обнажённая, зелёные листья и бюст» картинаһы 106 482 000 долларға һатылып, донъяла бар дәүерҙә һатылған эштәр араһында иң ҡиммәте була һәм рекорд ҡуя.[5].

2009 йыл The Times гәзите үҙенең уҡыусылары араһында һорау алыу ойоштора, уның һөҙөмтәләре буйынса Пикассо һуңғы 100 йыл эсендәге иң һәйбәт рәссам тип билдәләнә. Сөнки уның полотналары урлаусылар араһында «популярлыҡ» буйынса беренсе урында тора. [6].

Бала сағы һәм уҡыу йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Испан йолаһы буйынса, Пикассо ата-әсәһенең беренсе фамилилары буйынса ике фамилия ала: атаһыныҡын — Руис һәм әсәһенекен — Пикассо. Тулы исемен буласаҡ рәссам суҡындырылғас ала — Пабло Диего Хосе Франсиско де Паула Хуан Непомусено Мария де лос Ремедиос Сиприано (Криспиниано) де ла Сантисима Тринидад Мартир Патрисио Руис и Пикассо[7][8]. Әсәһе буйынса Пикассо фамилияһы итальян сығышлы, уның аҫтында ул билдәлелек ала: Пикассоның әсәһенең ҡарт олатайы Томмасо Испанияға XIX быуат башында Генуя провинцияһының Сори ауылынан күсеп килә. Пикассо тыуған Мерседтың малаг майҙанынындағы йортта хәҙер рәссамдың йорт-музейы һәм уның исемен йөрөткән фонд урынлашҡан.

Пикассо һүрәтте төшөрөү менән бала саҡта уҡ башлай, тәүге оҫталыҡ дәрестәрен ул атаһынан —рәсем уҡытыусыһы Хосе Руис Бласконан ала, һәм был өлкәлә ныҡ уңышҡа өлгәшә. 8 йәшендә үҙенең май менән беренсе тәүге етди «Пикадор» картинаһын яҙа, уның менән ғүмер буйы хушлашмай.

1891 йылда дон Хосе Ла-Коруньяла рәсем уҡытыусыһы вазифаһын ала, һәм йәш Пабло ғаиләһе менән бергә Испанияның төнъяғына күсеп китә, бында ул урындағы сәнғәт мәктәбендә уҡый (1894—1895).

Һуңынан ғаилә Барселонаға күсеп китә, һәм 1895 йылда Пикассо Ла-Лонхтың нәфис сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә. Паблоға тик ун дүрт йәш була, Ла-Лонхҡа уҡырға инеү өсөн бик йәш була. Шуға ҡарамаҫтан, атаһының талабы буйынса уға конкурс нигеҙендә имтихандар тапшырырға рөхсәт ителә. Пикассо бөтә имтихандарҙы ла бик яҡшы тапшыра һәм Ла-Лонхҡа уҡырға инә. Тәүҙә атаһының исем менән Ruiz Blasco тип ҡул ҡуя, әммә артабан әсәһенең фамилияһын һайлай — Picasso.

1897 йылдың октябрь башында Пикассо Мадридҡа китә, унда Сан-Фернандо нәфис сәнғәтенең Король академияһына уҡырға инә. Мадридта булыуын ғәҙәти йолалары менән академияла уҡыу өсөн түгел, сөнки уға унда күңелһеҙ һәм тынсыу була, ә Прадо Музейының коллекцияларын ентекле өйрәнеү өсөн ҡуллана.

Барселонаға Пикассо 1898 йылдың июнендә ҡайта, унда богема кафеһының исеме менән аталған Els Quatre Gats художество йәмғиәтенә инә. Был кафела 1900 йылда уның беренсе ике шәхси күргәҙмәһе үтә. Барселонала ул үҙенең буласаҡ дуҫтары Карлос Касахемас һәм Хайме Сабартес менән таныша, улар артабан уның эштәренең персонаждары була.

Бала саҡта әсәһе улына әкиәттәр һөйләп йоҡлата, әкиәттәрҙе үткән көндәрҙең эмоцияларын ҡулланып үҙе сығара. Һуңынан Пабло был әкиәттәр уға ижад итеүгә этәргес көс булды тип әйтә.

«Зәңгәр» һәм «алһыу» осорҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900 йылда Пикассо дуҫы рәссам Касахемас менән Парижға китә, унда Бөтә донъя күргәҙмәһендә була. Тап шунда Пабло Пикассо импрессионистар ижады менән таныша. Был ваҡытта уның тормошо күп ауырлыҡтар менән бәйле була, ә Карлос Касахемастың үҙенә үҙе ҡул һалыуы йәш Пикассоға тәрән тәьҫир итә.

Ошондай хәлдәрҙә 1902 йылдың башында Пикассо 19031904 йылдарҙа рәссам ижадының Барселоналағы осоронда зәңгәр тип аталған стиль менән яҙа башлай. Был ваҡыттағы эштәрендә ҡартайыу һәм үлем темаларын асыҡ сағылдыра, ярлылыҡ, меланхолия һәм ҡайғы образдары хас, («Женщина с пучком волос», 1903; Пикассо «кем моңһоу, шул ихлас» тип һанай:); кешеләрҙең хәрәкәте аҡрын, улар, әйтерһең, үҙ үҙҙәренә ҡолаҡ һала («Любительница абсента», 1901; «Женщина с шиньоном», 1901; «Свидание», 1902; «Нищий старик с мальчиком», 1903; «Трагедия», 1903). Оҫтаның палитраһында зәңгәр төҫтәр өҫтөнлөк итә. Кеше ғазаптары һүрәтләп, Пикассо был осорҙа һуҡырҙарҙы, хәйерселәрҙе, эскеселәрҙе һәм фәхишәләрҙе һүрәтләй. Уларҙың картиналарҙа көсһөҙ, бер ни тиклем оҙонса кәүҙәләре испан рәссамы Эль Греконың эштәрен хәтерләтә.

«Зәңгәрҙән» «алһыуға» булған күсеш осоро әҫәре — «Девочка на шаре» (1905, Һынлы сәнғәте музейы, Мәскәү).

1904 йылда Пикассо Парижға күсә, унда Бато-Лавуар ярлы рәссамдары өсөн билдәле монмартр ятағында төйәк таба: «алһыу осор» тип аталған осоро башлана, унда «зәңгәр осорҙоң» ҡайғы һәм ярлылығы театр һәм цирктың йәнлерәк донъяһының образдары менән алмашына. Рәссам алһыу-алтын һәм алһыу-һоро төҫтәргә өҫтөнлөк бирә, ә персонаждары булып күбеһенсә берәҙәк артистар — клоундар, акробаттар һәм бейеүселәр була; был осорҙоң картиналары йәберләнгәндәрҙең трагик яңғыҙлығы, ил гиҙеүсе комедианттарҙың романтик тормошоноң рухы менән һуғарылған («Семья акробата с обезьяной», 1905).

Хуан Грис башҡарған Пикассо портреты(1912)

Төҫтәр һәм кәйефте тапшырыу буйынса эксперименттарҙан һуң Пикассо форманың анализына: аңлы рәүештә натураның деформацияһына һәм деструкцияһына —мөрәжәғәт итә («Авиньонские девицы», 1907), Сезанн системаһының бер яҡлы аңлатмаһы һәм африка скульптураһы менән мауығыу уны абсолют яңы жанрға алып килә. 1907 йылда осратҡан Жорж Брак менән бергә Пикассо натурализмдың традицияларын һәм сәнғәттең танып белеү функцияһын инҡар иткән художество йүнәлештең —кубизмдың башлап ебәреүсеһе була.

Пикассо формаларҙы геометрик блоктарға әйләндереүгә айырым иғтибар бүлә («Фабрика в Орта-де-Эбро», 1909), күләмдәрҙе арттыра һәм һындыра («Портрет Фернанды Оливье», 1909), картинаның яҫылығында сикләнгән аралыҡтарҙы дауам итеүсе яҫылыҡтарға һәм ҡырҙарға тураҡлай («Портрет Канвейлера», 1910). Алыҫтан күренеш юҡҡа сыға, палитра монохромлыҡҡа тартыла, һәм кубизмдың баштағы маҡсаты традицион алымдар сағыштырыуға ҡарағанда аралыҡ һәм массаларҙың ауырлығының мөмкинлектәрен ышандырырлыҡ итеп иҫкә төшөрөү булһа ла, Пикассоның картиналары йыш ҡына аңлайышһыҙ ребустарға ҡайтып ҡала. Ысынбарлыҡ менән бәйләнеште кире ҡайтарыу өсөн, Пикассо менән Жорж Брак үҙҙәренең картиналарына типография шрифтарын, «алдаҡ» элементтарҙы һәм тупаҫ материалдарҙы: обойҙарҙы, гәзит киҫәктәрен, шырпы ҡаптарын — индерә. Музыка ҡоралдары, тәмәке төрөпкәләре, ҡаптары, ноталар, шарап шешәләре һ.б. — быуат башы художестволы богемаһының йәшәү рәүешенә хас булған атрибуттар менән натюрморттар өҫтөнлөк итә башлай. Композицияларҙа «кубистик шартлы яҙыу» барлыҡҡа килә: шифрлы телефон, йорт номерҙары, һөйөклөләрҙең исем киҫәктәре, урам исемдәре. Коллаж техникаһы кубистик призманың ҡырҙарын ҙур яҫылыҡтарға тоташтыра («Гитара и скрипка», 1913) йәки 19101913 йылдарҙа яһалған асыштарҙы тыныс һәм юмористик манерала кәүҙәләндерә («Портрет девушки», 1914). «Синтетик» осорҙа композициялар менән тигеҙләшкән колоритты гармонизациялауға ынтылыш була. Асылда Пикассо ижадында кубистик осор Жорж Брак менән айырған Беренсе донъя һуғышынан һуң тамамлана. Хәйер, рәссамдың ҡайһы бер әҫәрҙәрендә кубизм алымдары 1921 йылға тиклем ҡулланыла («Три музыканта», 1921).

1916 йылдың сентябрендә яҙыусы-сценарист Жан Кокто һәм композитор Эрик Сати Пикассоны Сергей Дягилевтың «Рус балеты» өсөн новаторҙарса сюрреалистик «Парад» балеты постановкаһында ҡатнашыуын күндерәләр. Пикассо ысынлап та был балеттың идеяһы менән мауыға һәм эшкә ылыға, Сати менән хеҙмәттәшлек итеп тулыһынса сценарийҙы ла, сценографияны ла үҙгәртә[9]. Бер ай һуңыраҡ ул бөтә Рус балеты труппаһы менән ике айға Римға китә, унда декорациялар, костюмдар әҙерләй, «Парад» балетмейстеры Леонид Мясин менән таныша. 1917 йылдың яҙында Гийом Аполлинерға уны сәнғәттә «Яңы рухтың» киләсәктән хәбәр итеүсеһе тип яҙа[10]. Дягилев аңлы рәүештә ҙур провокацияға иҫәп тота һәм бөтә ябай саралар менән уны әҙерләй. Ул уйлағанса тап шулай була ла. 1917 йылдың 18 майында Шатл театрында үткән был балеттың премьераһында булған янъял париж бомондының киң даирәләрендә Пикассоның популярлығын байтаҡ күтәреүгә булышлыҡ итә. Тамашасылар залда «Рус боштары, күҙҙән юғалығыҙ, рустар, Сати һәм Пикассо!» тип ҡысҡырып, саҡ спектаклде өҙмәйҙәр. Эш саҡ уҫмаҡлашыуға барып етмәй. Матбуғат ҡоторона, тәнҡитселәр «Рус балетын» ауыр һәм уңышһыҙ һуғыштан һуң тылдағы француз йәмғиәтен рухи тарҡатыуҙа хыянатсы тип атай[10]. «Парад» премьераһының икенсе көнөнә сыҡҡан үҙенең тоны буйынса бер күрһәтмә рецензия. Был мәҡәләнең авторы булып ниндәйҙер маргинал тәнҡитсе түгел, ә «Клуб Фобур дю» хужаһы, хөрмәтле Лео Польдес була.

Антигармониялы, үҙен тота алмаған яҙыу машинкалары һәм шаҡылдаҡтар композиторы Эрик Сати янъял ҡуптарып, «Рус балетының» репутацияһын бысраҡҡа буяны, ә был ваҡытта талантлы музыканттар уларҙың үҙҙәрен башҡарғанын баҫалҡы ғына көтә ... Ә геометрик шаҡшы һәм рәссам ишараты Пикассо сәхнәнең алғы планына сыҡты, ә был ваҡытта талантлы музыканттар үҙҙәрен сығарыуҙарын баҫалҡы ғына көтә.

— Leo Poldes, «La Grimasse», 19 мая 1917

Дягилев килеп сыҡҡан эффект менән бик тә ҡәнәғәт ҡала. Пикассоның Рус балеты менән хеҙмәттәшлеге «Парадтан» һуң да әүҙем дауам итә (Мануэль де Фальяның «Треуголкаһы» өсөн декорациялар һәм костюмдар, 1919). Эшмәкәрлегенең яңы формалары, сағыу сәхнә образдары һәм ҙур объекттар уның декоративизмға һәм театраль сюжеттарға ҡыҙыҡһыныуын терелтә.

Римдә «Парадты» әҙерләү ваҡытында Пикассо балерина Хохлова Ольга менән таныша, ул беренсе ҡатыны була. 1918 йылдың 12 февралендә уларҙың никахы Парижда рус сиркәүендә үтә, туйҙа шаһиттар Жан Кокто, Макс Жакоб һәм Гийом Аполлинер була. Уларҙың улдары Пауло тыуа (1921 йылдың 4 февралендә).

Һуғыштан һуңғы Париждың эйфория һәм иҫке ҡарашлы атмосфераһы, Пикассоның Ольга Хохловаға өйләнеүе, рәссамдың йәмғиәттә үңыш ҡаҙаныуы — былар барыһы ла фигуративлыҡҡа ваҡытлыса һәм сағыштырмаса кире ҡайтыуын бер аҙ аңлатып була, сөнки Пикассо ул ваҡытта сағыу кубистик натюрморттар яҙыуын дауам итә («Мандолина и гитара», 1924).

1925 йылда Пикассоның ижадында иң ҡатмарлы һәм тигеҙһеҙ осор башлана. 1920 йылдарҙың эпикуреизм нәфислегенән һуң («Танец») Пикассо тартышыу һәм истерия атмосфераһын, галлюцинацияларҙың реаль булмаған донъяһын булдыра, быны бер ни тиклем сюрреалистар йоғонтоһо менән аңлатырға була, сюрреализм 1935 йылдағы ҡайһы бер һүрәттәрҙә, шиғырҙарҙа һәм һуғыш ваҡытында барлыҡҡа килгән театр пьесаларында күренә. Бер нисә йыл дауамында Пикассоның хыялы, күрәһең, тик монстрҙарҙы, ниндәйҙер киҫәктәргә оҙгөләнгән йән эйәләрен («Сидящая купальщица», 1929), ҡысҡырыусыларҙы («Женщина в кресле», 1929), аҡылға һыймаҫлыҡ булып шешенгәндәрҙе һәм формаһыҙҙарҙы («Купальщица», рәсем, 1927) йәки метафорик һәм агрессив-эротик образдарҙы сағылдырған картиналарҙы («Фигуры на берегу моря», 1931) ижад итә. Бер-нисә тынысыраҡ әҫәре булыуына ҡарамаҫтан, стилистик яҡтан был бик үҙгәреүсән осоро була («Девушка перед зеркалом», 1932). Ҡатын-ҡыҙҙар уның аяуһыҙ аңһыҙ сәйер ҡылығының төп ҡорбандары булып ҡала, бәлки, Пикассо үҙе ҡатыны менән насар тынышҡанға йәки 1932 йылдың мартында Мария-Тереза-Вальтерҙың ябай матурлығы уны асыҡтан-асыҡ тойғолоҡҡа илһамландыра («Зеркало», 1932). Ул шулай уҡ 1932 йылда Буажелу һарайында (уны ул 1930 йылда һатып ала) бер нисә тыныс һәм мөһабәт скульптура бюсы өсөн модель була. 19301934 йылдарҙа Пикассоның нәҡ скульптурала бөтә йәшәү көсө күренә: бюстар һәм ҡайһы саҡта Матисс йоғонтоһо һиҙелеп торған яланғас ҡатын-ҡыҙҙар («Лежащая женщина», 1932), хайуандар, сюрреализм рухындағы бәләкәй фигуралар («Мужчина с букетом», 1934) һәм бигерәк тә ярым абстракт, ярым реаль формаларға эйә булған, ваҡыты менән тупаҫ материалдарҙан башҡарылған металл конструкциялар (уларҙы үҙенең дуҫы, испан скульпторы Хулио Гонсалес ярҙамында башҡара— «Конструкция», 1931). Ошо сәйер һәм осло формалар менән бер рәттән, Овидийҙың (1930) «Метаморфозаларына» Пикассоның гравюралары уның классик ижади күтәренкелегенең тотороҡлоғо тураһында һөйләй.

«Герника» һәм пацифизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылда Пикассоның күңеле Испанияла көрәшеүсе республикансылар яғында була («Мечты и ложь генерала Фрáнко» акватинт серияһы, асылмалар рәүешендә баҫтырып сығарылған, франкистар позициялары өҫтөнән самолеттарҙан ташлана). 1937 йылдың апрелендә немец һәм итальян авиацияһы басктарҙың мәҙәни һәм сәйәси үҙәген, ҙур булмаған Герника ҡаласығын емерә. Ике ай эсендә Пикассо «Герни́каны» — ныҡ ҙур һүрәтен ижад итә, ул Париждағы Бөтә донъя күргәҙмәһендә Испанияның республика павильонында ҡуйыла. Яҡты һәм ҡараңғы монохромлы төҫтәр, әйтерһең, янғындың көслө ялҡын хисен кәүҙәләндерә. Композиция үҙәгендә, фризға оҡшаш, кубистик- сюрреалистик элементтар комбинаторикаһында һәләк булған яугир, уға йүгереп килеүсе ҡатын-ҡыҙ һәм яралы ат күрһәтелә. Төп темаға үле бала менән илаусы ҡатындың, уның артында үгеҙ һәм ялҡын эсендә ҡулдарын өҫкә күтәргән ҡатын-ҡыҙ фигураһы кәүҙәләнештәре юлдаш була. Фонарь элеүле бәләкәй майҙандың ҡараңғылығына өмөт символы булараҡ шәмдәл менән оҙон ҡул һуҙыла.

Европа өҫтөнә килеп баҫҡан вәхшилек ҡурҡынысы алдындағы Пикассоны солғап алған дәһшәтте, һуғыш һәм фашизм алдынан булған ҡурҡыуын рәссам туранан-тура белдермәй, әммә үҙенең картиналарына хәүефле тоналлек һәм ҡараңғылыҡ («Рыбная ловля ночью на Антибах», 1939), сарказм, йөрәк әрнешен («Майя и её кукла», 1938) бирә. Һәм тағы ла ҡатын-ҡыҙҙар был дөйөм күңелһеҙ кәйефтең төп ҡорбандары була. Улар араһында — Дора Маар, уның менән рәссам 1936 йылда яҡынлаша һәм уның матур йөҙөн деформациялай, гримасалар менән боҙа («Плачущая женщина», 1937). Бер ваҡытта ла әле рәссамдың ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмаусанлығы шулай аяуһыҙлыҡ менән кәүҙәләндерелмәй; мәғәнәһеҙ эшләпәләр кейгән, ал яҡтан да, ҡабырғанан да төшөрөлгән йөҙҙәре, ҡырағай, киҫкеләнгән, аҙаҡ тураҡланған, ҡот осҡос булып шешенгән кәүҙәләре, ә уларҙың өлөштәре бурлеск формаларға берләштерелә («Утренняя серенада», 1942). Немец оккупацияһы Пикассоны ҡурҡытмай: ул 1940 йылдан 1944 йылға тиклем Парижда ҡала. Ул шулай уҡ эшмәкәрлеген йомшартмай: портреттар, скульптуралар («Человек с агнцем»), ярлы натюрморттар дәүерҙең ҡотолғоһоҙлоғон тәрән трагизм менән сағылдыра («Натюрморт с бычьим черепом», 1942).

1944 йылда Пикассо Францияның Коммунистар партияһына инә. Пикассоның гуманистик ҡараштары уның эштәрендә барлыҡҡа килә. 1950 йылда ул данлыҡлы «Голубь мира» һүрәтен төшөрә.

Пикассоның һуғыштан һуңғы ижадын бәхетле тип әйтергә була; ул Франсуаза Жило менән яҡынлаша, унәң менән ул 1945 йылда таныша, Франсуазанан уның ике балаһы тыуа, шулай итеп, был ғаилә темаһына күп һанлы иҫ киткес картиналар бирә. Ул Париждан сығып китә һәм Францияның көньяғына килә, үҙе өсөн ҡояш, пляж, диңгеҙ шатлығы аса. 19451955 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре урта диңгеҙ рухлы, үҙенең атмосфераһы менән мәжүси идиллияға хас, был кәйеф картиналарында, һүрәттәрендә сағылыш таба, улар 1946 йыл аҙағында Антиб музейы залдарында (һуңынан Пикассо музейы була) ижад ителә («Радость жизни»).

1947 йылдың көҙөндә Пикассо Валлориста «Мадура» фабрикаһында эшләй башлай; шөғөл һәм ҡул эштәре проблемалары менән мауығып, ул үҙе күп һауыт-һабалар, декоратив тәрилкәләр, ҡайһы саҡта манераһы менән архаик, әммә һәр ваҡыт тапҡыр һәм һоҡланғыс булған хайуандар рәүешендә антропоморф кувшин һәм статуэткалар («Кентавр», 1958) башҡара. Был осорҙа иң мөһиме скульптуралар була («Беременная женщина», 1950). Уларҙың ҡайһы берҙәре («Коза», 1950; «Обезьяна с малышом», 1952) осраҡлы материалдарҙан яһала (кәзәнең ҡорһағы иҫке кәрзиндән башҡарыла) һәм ассамбляж техникаһының шедеврына ҡарай. 1953 йылда Франсуаза менән Пикассо айырылышалар. Рәссам өсөн был ауыр мораль көрсөктөң башы була, был 1953 йыл һәм 1954 йыл аҙаҡтарында башҡарылған һоҡланғыс һүрәттәр серияһында шаңдау булып сағылыш таба; уларҙа Пикассо үҙенсә аптыратырлыҡ һәм ирониялы манерала ҡартлыҡ әсенеүен һәм һынлы сәнғәткә ҡарата үҙенең скептицизмын белдерә. 1954 йылда Валлориста рәссам «Сильветт» портреттар серияһын башлай. Ошо уҡ йылда Пикассо Жаклин Рок менән таныша, ул 1958 йылда уның ҡатыны була һәм уны статуар портреттар ижад итеүгә дәртләндерә. 1956 йылда француз экрандарына рәссам тураһында «Пикассо сере» тигән документаль таҫма сыға.

1947 йылдың көҙөндә Пикассо Валлориста «Мадура» фабрикаһында эшләй башлай; шөғөл һәм ҡул эштәре проблемалары менән мауығып, ул үҙе күп һауыт-һабалар, декоратив тәрилкәләр, ҡайһы саҡта манераһы менән архаик, әммә һәр ваҡыт тапҡыр һәм һоҡланғыс булған хайуандар рәүешендә антропоморф кувшин һәм статуэткалар («Кентавр», 1958) башҡара. Был осорҙа иң мөһиме скульптуралар була («Беременная женщина», 1950). Уларҙың ҡайһы берҙәре («Коза», 1950; «Обезьяна с малышом», 1952) осраҡлы материалдарҙан яһала (кәзәнең ҡорһағы иҫке кәрзиндән башҡарыла) һәм ассамбляж техникаһының шедеврына ҡарай. 1953 йылда Франсуаза менән Пикассо айырылышалар. Рәссам өсөн был ауыр мораль көрсөктөң башы була, был 1953 йыл һәм 1954 йыл аҙаҡтарында башҡарылған һоҡланғыс һүрәттәр серияһында шаңдау булып сағылыш таба; уларҙа Пикассо үҙенсә аптыратырлыҡ һәм ирониялы манерала ҡартлыҡ әсенеүен һәм һынлы сәнғәткә ҡарата үҙенең скептицизмын белдерә. 1954 йылда Валлориста рәссам «Сильветт» портреттар серияһын башлай. Ошо уҡ йылда Пикассо Жаклин Рок менән таныша, ул 1958 йылда уның ҡатыны була һәм уны статуар портреттар ижад итеүгә дәртләндерә. 1956 йылда француз экрандарына рәссам тураһында «Пикассо сере» тигән документаль таҫма сыға.

Һуңғы ун биш йылдағы рәссамдың әҫәрҙәре күп төрлө һәм сифаты буйынса тигеҙ түгел («Мастерская в Каннах», 1956). Ләкин рәсемдәрендә һәм акварелдәрендә ижади дәртенең испан сығанағын («Портрет художника, в подражание Эль Греко», 1950) һәм Гойя рухындағы тавромахия элементтарын билдәләргә мөмкин (1959—1968). Үҙенең ижады менән ҡәнәғәтһеҙлек хисе «Девушки на берегу Сены. По Курбе» (1950); «Алжирские женщины. По Делакруа» (1955); «Менины. По Веласкесу» (1957); «Завтрак на траве. По Мане» (1960) картиналары серияһында билдәләй.

1973 йылдың 8 апрелендә Пикассо Муженала (Франция) үҙенең Нотр-Дам-де виллаһында вафат була. Үҙенә ҡараған Вовенарг һарайы эргәһендә ерләнә.

Пабло Пикассо ике тапҡыр өйләнә:

  • Хохлова Ольгаға өйләнә (18911955) — 19171955 йылдар, мөнәсәбәттәр 1935 йылда тамамлана.
    • улдары Пауло (фр.) (19211975) — Пикассоның шоферы
  • Жаклин Рокка өйләнә (19271986) — 19611973 йылдарҙа (мөнәсәбәттәре 1953 йылдан), балалары юҡ, Пикассоның тол ҡатыны.
    • үгәй ҡыҙы Kaтрин Ютен-Бле (1952) — Пикассоның вариҫы.

Бынан тыш, никахтан тыш тыуған балалары:

  • Мария-Тереза Вальтерҙан (19091977) — мәнәсәбәттәре 1927—1940 йылдарҙа.
    • ҡыҙы Майя (фр.) (1935)
  • Франсуаза Жило (1921) — мөнәсәбәттәре 19431953 йылдарҙа.
    • улы Клод (фр.) (1947) — франция бизнесмены, режиссёр һәм фотограф
    • ҡыҙы Палома (1949) — француз дизайнеры

«Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1962).

Парижда Пикассо музейы
  • Пикассо музейы Барселонала асыла. 1960 йылдарҙа Пикассоның яҡын дуҫтары һәм ярҙамсылары Хайме Сабартес һәм Гуаль Пикассо эштәре коллекцияһын Пикассо музейын ойоштороу өсөн иғәнә итергә ҡарар итәләр. 1963 йылдың 9 майында Беренгер де Агилар готик һарайында «Сабартес коллекцияһы» тигән музей асыла. Пикассо музейы Монткада-Мека, Беренгер-д’ Агилар, Маури, Финестрес һәм Баро-Кастельет урамдарында биш йортто биләй. 1968 йылда асылған музей нигеҙендә Пикассоның дуҫы Хайме Сабартестың коллекциялары ята. Сабартес үлгәндән һуң, Пикассо ҡалаға һөйөү билдәһе итеп һәм Сабартестың ҙур васыятына өҫтәп, 1970 йылда музейға үҙенең 2450 эшен (рәсемдәрен, картиналарын, гравюраларын), керамиканан 141 эшен тапшыра. 3500-ҙән ашыу Пикассоның эше музейҙың даими коллекцияһы була.
  • 1985 йылда Пикассо музейы Парижда ла асыла; бында рәссамдың вариҫтары тапшырған эштәре — 200-ҙән ашыу картинаһы,158 скульптураһы коллаждары һәм меңләгән һүрәттәре, эстамп һәм документтары, шулай уҡ Пикассоның шәхси коллекцияһы инә. Вариҫтарының яңы бүләктәре (1990) Пикассоның Париждағы музейын, Париждағы заманса сәнғәттең Ҡала музейын һәм бер нисә провинциаль музейҙарҙы байыта (картиналар, һүрәттәр, скульптура, керамика, гравюралар һәм литографиялар). 2003 йылда Пикассо музейы уның тыуған ҡалаһы Малагала ла асыла.
  • «Прожить жизнь с Пикассо» (1996]) Джеймс Айвори фильмында Пикасо ролен Энтони Холкинс уйнай.
  • Пикассо исеме менән Citroën компанияһының бер нисә автомобиль моделе атала.
  • 2006 йылда казино хужаһы Винн Стив 1990 йылдарҙа 48,4 миллионға һатып алған Пикассоның «Төш» исемле кубизм шедеврын АҠШ коллеккция йыйыусыһы Стивен Коэенға 139 миллионға һатырға ризалаша. Килешеү килеп сыҡмай, сөнки күҙ сире менән яфаланыусы һәм насар күреүсе Винн Стив яйһыҙ борола һәм терһәге менән картинаны тишә. Ул үҙе килеп сыҡҡан хәлде «донъяла иң иҫәр һәм килбәтһеҙ ҡылынған эш» тип атай. Реставрациянан һуң картина «Кристис» аукционына ҡуйыла, 2013 йылдың 27 мартында уны инде 155 миллион долларға барыбер Коэн һатып ала. Bloomberg агентлығы хәбәр итеүенсә, был ваҡытҡа АҠШ коллекция йыйыусыһының сәнғәт әҫәре өсөн түләгән иң юғары хаҡы була.
  • 2015 йылдың яҙында Пикассоның «Алжир ҡатын-ҡыҙҙары» һүрәте (франц. Les Femmes d'Algers) Нью-Йоркта 179 миллион долларға һатыла, был бөтә аукциондарҙа һатылған картиналарҙың иң ҡыйбаты була.

Пикассо кинематографияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Ил Исеме Режиссёр Пикассо ролендә Иҫкәрмә
1955 Франция Франция Таинство Пикассо Анри-Жорж Клузо Камео Документаль фильм
1960 Франция Франция Завещание Орфея Жан Кокто Камео
1978 Швеция Швеция Приключения Пикассо Таге Даниэльссон Йоста Экман[en] Пикассо тормошо тураһында сюрреалистик сага
1996 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Прожить жизнь с Пикассо Джеймс Айвори Энтони Хопкинс Арианна Стассинопулос Хаффингтондың китабы буйынса нәфис фильм «Пикассо: создатель и разрушитель»
2004 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Германия Германия
Румыния Румыния
Франция Франция
Италия Италия
Модильяни Мик Дэвис Омид Джалили Нәфис фильм
2011 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Испания Испания
Полночь в Париже Вуди Аллен Марсьяль Ди Фонсо Бо Нәфис фильм
2012 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Глаз Божий Иван Скворцов һәм Сергей Нурмамед Пётр Налич һәм Владимир Познер Леонид Парфеновтың телевизион проекты
2018 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Гений бер нисә Антонио Бандерас һәм Алекс Рич National Geographic каналының телесериал-антология миҙгеле

Ижады осорҙарына ярашлы Пикассо әҫәрҙәренең исемлеге


  1. Валгина Н. С. Активные процессы в области ударения. Активные процессы в современном русском языке. Институт открытого образования Московского государственного университета печати (3 апрель 2002). Дата обращения: 3 апрель 2011. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 17 май архивланған.
  2. Грамота.ру, ударение в фамилии
  3. Дьяконов В. Электрик собрал 271 картину Пабло Пикассо // Ъ-Online. — 2010. — 29 ноября.
  4. Названы самые дорогие художники 2008 года — bigmir)net
  5. Картина Пикассо установила очередной рекорд стоимости
  6. Составлен рейтинг лучших в мире художников — bigmir)net
  7. EL MUNDO | Suplemento cronica 655 — El pueblo donde ser Picasso es muy común
  8. Pablo Picasso’s Early Life
  9. Эрик Сати, Юрий Ханон. Воспоминания задним числом. — СПб.: Центр Средней Музыки & Лики России, 2010. — С. 345—346. — 682 с. — ISBN 978-5-87417-338-8.
  10. 10,0 10,1 Эрик Сати, Юрий Ханон. Воспоминания задним числом. — СПб.: Центр Средней Музыки & Лики России, 2010. — С. 323—325. — 682 с. — ISBN 978-5-87417-338-8.