Эстәлеккә күсергә

Поддубный Алексей Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поддубный Алексей Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Солохи[d], Грайворон өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 октябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Второе городское кладбище Харькова[d]
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Сумское высшее артиллерийское командное училище[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Поддубный Алексей Павлович Викимилектә
А. П. Поддубныйҙың Харьковтың 2-се зыяратында Геройҙар Аллеяһындағы ҡәберташы.

Алексей Павлович Поддубный (10 март 1907 йыл — 1 октябрь 1986 йыл) — 569-сы уҡсылар полкының артиллерия начальнигы (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты), подполковник, Советтар Союзы Геройы.

Алексей Павлович Поддубный 1907 йылдың 10 мартында Курск губернаһы Белгород өйәҙе, Солоха ауылында (хәҙерге Белгород өлкәһе Белгород районы) тыуа.

Украин. Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем Белгородта шәкәр заводында балта оҫтаһы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1929 йылда Белгород өлкәһенең Грайворон райвоенкоматынан саҡырыла. Сумы артиллерия училищеһында уҡый, уны 1932 йылда тамамлай. Урал хәрби округында взвод батарея командиры була.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфө ҡалаһында йәшәй. 1941 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында.

А. П. Поддубный 1943 йылдың 24-25 сентябрендә Днепр йылғаһын кискәндә айырылып тора[1].

1947 йылдан подполковник А. П. Поддубный запаста.

Харьков (Украина) ҡалаһында йәшәй, 1986 йылдың 1 октябрендә шунда вафат була. Харьковтың 2-се зыяратында ерләнгән[2].

«569-сы уҡсылар полкының (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, Воронеж фронты) артиллерия начальнигы Поддубный 1943 йылдың 25 сентябренә ҡарай төндә Киев өлкәһе (хәҙер — Черкасск) Каневский районы Зарубинец ауылы районында полк артиллерияһын Днепр аша плацдармға сығара. Йылғаның уң ярындағы алыштарҙа 569-сы уҡсылар полкы артиллерияһы дошмандың контрһөжүмен кире ҡаға һәм 161-се уҡсылар дивизияһының уңышлы хәрәкәт итеүенә юл аса»[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Алексей Павлович Поддубныйға «Советтар Союзы Геройы»]] исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 2151)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 48/37, л. 4/579, 580).
  2. Поддубный Алексей Павлович. «Герои страны» сайты.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 847, л. 11, 12).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1064, л. 1, 11, 12).