Проект:АХБ төҙәтеү/Осадченко Иван Романович
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Осадченко Иван Романович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
инженер-технолог |
Альма-матер | |
Награда һәм премиялары | |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Иван Осадченко |
Осадченко Иван Романович (21 сентябрь 1912, Мартыновка, Дон ғәскәре өлкәһе, Рәсәй Империяһы) — СССР һәм Рәсәй инженер-технологы һәм ғалимы. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1948), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Осадченко Иван Романович 1912 йылдың 21 сентябрендә Дон ғәскәре өлкәһенең Мартыновка биҫтәһендә тыуа.
1940 йылда ул И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. 1929 йылдан алып Баҡы һәм Мәскәү предприятиеларында эшләй.
1940 йылдан башлап Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй башлай: тәүҙә инженер, 1941 йылдан алып өлкән инженер, 1942 йылдан — цех начальнигы, 1943 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 1946 йылдан директор вазифаһын биләй.
1948 йылда — Ленин орденына, 1949 йылда Иван Осадченко Сталин премияһына лайыҡ була.
1951 йылдан алып Иван Осадченко «Башнефтезаводы» ПБ начальнигы вазифаһында эшләй. 1957—1972 йылдарҙа Ленинград ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтехимия процестары ғилми тикшеренеүҙәр институтында директор булып эшләй. БАССР Юғары Советының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
Осадченко ҡарамағында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфор катализаторын әҙерләү ысулы уйлап табыла.
2007 йылдың 21 май көнөндә Санкт-Петербургта вафат була.
Наградалары һәм исемдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы
- Ленин ордены (1948)
- Сталин премияһы (1949)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1966)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
Һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Д.Л. Рахманҡолов. Осадченко Иван Романович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.