Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы
Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1926 |
Тыуған урыны | Ҡашҡалаша, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 30 март 2001 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тимерсе |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (4 ғинуар 1926 йыл — 30 март 2001 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1988 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығы слесарь–монтажсыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рауил Ҡотдос улы Бәхтейәров 1926 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Ҡашҡалаша ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Япония менән һуғышта ҡатнаша.
1950 йылдан 1988 йылға тиклем «Нефтепроводмонтаж» тресының 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында слесарь-монтажсы, слесарь-монтажсылар бригадиры, иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Һуңынан «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүселәр мәктәбендә производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй.
1961—1962 йылдарҙа Әлмәт ҡалаһы районында «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесен төҙөүҙә, 1963 йылда — «Бохара—Урал» газ үткәргесенең беренсе сиратын, «Туймазы — Өфө» үткәргес торба һәм башҡа объекттар төҙөүҙә ҡатнаша.
Рауил Бәхтейәров тарафынан 9000 тирәһе ялғау йәки 30 км магистраль газ-нефть үткәргесе иретеп йәбештерелгән. 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында ул беренсе булып торбаларҙы аҫҡа һалмалы ҡулсаһыҙ иретеп йәбештереүҙе үҙләштерә.
«Дуҫлыҡ» нефть үткәргесен төҙөүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1967 йылдың 14 октябрендәге Указы менән Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1967—1968 йылдарҙа Афғанстанда газ үткәргес төҙөй.
Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980).
Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы 2001 йылдың 30 мартында вафат була[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967).
- Почёт Билдәһе ордены (1960).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Каргапольцев. Равиль Кутдусович Бахтияров . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.
- Уларҙың хеҙмәт ҡаһарманлығы онотолмай(недоступная ссылка)
- Стальные строчки биографии Николая Байдина
- Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы(недоступная ссылка)
- МАСТЕРСТВО НАЧИНАЕТСЯ С УФЫ 2009 йыл 22 ноябрь архивланған.
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 30 мартта вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Благовар районында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүселәре