Эстәлеккә күсергә

Редьярд Киплинг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Редьярд Риплинг Джозеф битенән йүнәлтелде)
Редьярд Киплинг
ингл. Joseph Rudyard Kipling
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Joseph Rudyard Kipling
Тыуған көнө 30 декабрь 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][1][4][…]
Тыуған урыны Мумбай, Британ Һиндостаны[2][5]
Вафат булған көнө 18 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][1][4][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия
Үлем сәбәбе язва[d]
Дата погребения или кремации 21 ғинуар 1936[6] һәм 23 ғинуар 1936[6]
Ерләнгән урыны Вестминстер аббатлығы[6]
Голдерс-Грин[d][6][7]
Атаһы Джон Локвуд Киплинг[d][8]
Әсәһе Alice MacDonald Kipling[d][8]
Бер туғандары Alice Macdonald Fleming[d][8] һәм John Kipling[d][8]
Хәләл ефете Caroline Starr Balestier[d][8]
Балалары Джон Киплинг[d][8], Elsie Bambridge[d][9][8] һәм Josephine Kipling[d][10][8]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, романист, хәрби корреспондент, балалар яҙыусыһы, автобиограф, сценарий яҙыусы, журналист, писатель научной фантастики
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт, творческое и профессиональное письмо[d][11], журналистика[11], шиғриәт[11], путевой очерк[d][11] һәм детская и подростковая литература[d][11]
Эш урыны Сент-Эндрюсский университет[d]
Уҡыу йорто United Services College[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1932
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Киплинга[d]
Архивы хранятся в Leeds University Library[d][12], Rare Books and Special Collections[d], University of Sussex Library[d][13], University of Victoria Special Collections and University Archives[d][14] һәм Центр Гарри Рэнсома[d][15]
Кем хөрмәтенә аталған Редьярд[d]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Король әҙәби йәмғиәте[d]
Йоғонто яһаусы Роберт Льюис Стивенсон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Iedereen Leest[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][16]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] һәм part of the copyrights on oeuvre has expired[d]
Личная библиотека хранится в Bateman's[d] һәм Британия китапханаһы
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][17]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Rudyard Kipling
 Редьярд Киплинг Викимилектә

Джо́зеф Ре́дьярд Ки́плинг (ингл. Joseph Rudyard Kipling — /ˈrʌdjərd ˈkɪplɪŋ/; 30 декабрь 1865 йыл — 18 ғинуар 1936 йыл) — Англия яҙыусыһы, шағир һәм новелласы.

Художестволы әҫәрҙәренә «Джунглиҙар китабы», «Ким», шулай уҡ байтаҡ хикәйә, шул иҫәптән «Человек, который бюудет королем» хикәйәһе лә инә[18]. Шиғырҙарынан «Мандалай» (1890), «Гунга Дин» (1890), «Боги заголовков тетрадей» (1919), «Бремя белого человека» (1899) һәм «Если…» киң билдәле (1910). 1907 йылда Киплинг инглиздәрҙән беренсе булып әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылда ул Париж, Страсбург, Афина һәм Торонто университеттары нашрадаларын ала; шулай уҡ Оксфорд, Кембридж, Эдинбург һәм Даремск университеттарының почетлы исемдәре бирелә.

Редьярд Киплинг Британия Һиндостанында Бомбейҙа ғаилә урындағы сәнғәт мәктәбе профессоры Джон Локвуд Киплинг һәм Алиса (Макдональд) Киплинг ғаиләһендә тыуа. Редьярд исемен инглиз күле Редьярд хөрмәтенә алған, тигән фараз бар, сөнки ата-әсәһе шунда таныша. Тәүге йылдары, экзотик күренешһәм Һиндостан тауышы, буласаҡ яҙыусы өсөн бәхетле була. Әммә 5 йәшендә уны 3 йәшлек һеңлеһе менән бергә Англияға Саутсиға (ингл. Southsea, Портсмут) пансионға ебәрәләр[19]. Алдағы алты йылда — 1871 йылдың октябренән 1877 йылд апреленә тиклем Киплинг — шәхси Лорна Лодж пансионда (Кэмпбелл-Гиена, 4) йәшәй, Был пансионды элекке сауҙа флоты капитаны Прайс Э. Холлоуэй (ингл. Pryse Agar Holloway), һәм уның ҡатыны Сара Холлоуэй тота[20]. Уларҙың малай менән насар мөғәмәләлә була, йыш ҡына яза бирә. Бындай мөнәсәбәт уға ныҡ йоғонто яһай һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем йоҡоһоҙлоҡ менән яфалана. Ошо осорондағы тормошона арнап яҙыусы «Мэ-э, паршивая овца» хикәйәһен яҙа.

12 йәшендә ата-әсәһе уны, һуңынан ул абруйлы хәрби академияға уҡырға инһен өсөн, шәхси Девон училищеһына урынлаштыра. Һуңыраҡ училищела үткәргән йылдары тураһында Киплингтың «Сталки и компания» автобиографик әҫәрен яҙа. Училище директоры атаһының дуҫы Кормелл Прайс була. Тап ул малайҙың әҙәбиәткә булған һөйөүен дәртләндерә. Күрәғарашлыҡ Киплингға хәрби карьера һайлау мөмкинлеге бирмәй, ә училищеға башҡа университеттарға инеү өсөн диплом бирмәй. Улының училищела яҙған хикәйәләре тәьҫирендә атаһы уны Лахорҙа (Британия Һиндостаны, хәҙер Пакстан) сыҡҡан «Гражданская и военная газета» (Military Gazette and Civil) редакцияһына журналист итеп урынлаштыра.

1882 йылдың октябрендә Киплинг Һиндостанға ҡайта һәм журналист булып эшләй башлай. Буш ваҡытында шиғырҙар һәм ҡыҫҡа хикәйәләр яҙа, һуңынан улар репортаждар менән бер рәттән гәзиттә баҫыла. Репортер булып эшләү илдең колониаль тормошоноң төрлө яҡтарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Беренсе әҫәре 1883 йылда һатыла башлай.

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118562290 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2016.
  4. 4,0 4,1 Rudyard Kipling // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. http://web.archive.org/web/20170323100843/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/rudyard-kipling
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Western Gazette (нем.) — 1936. — вып. 10355. — S. 9.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 Kindred Britain
  9. Souden D. Wimpole Hall: Cambridge — 1999. — ISBN 978-0-7078-0139-1
  10. Lundy D. R. Joseph Rudyard Kipling // The Peerage (ингл.)
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  12. https://library.leeds.ac.uk/special-collections-explore/8697
  13. https://www.thekeep.info/collections/keep-partners/university-of-sussex-special-collections/kipling-papers-wimpole-archive-sxms-38/
  14. https://uvic2.coppul.archivematica.org/rudyard-kipling-collection
  15. https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=00953
  16. Puck, lutin de la colline
  17. https://data.performing-arts.ch/a/c2ea894b-abe5-41f5-8c27-df27962843e9 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  18. «The Man who would be King» 2013 йыл 20 май архивланған.. Notes on the text by John McGivering. kiplingsociety.co.uk
  19. Венгерова З. А. Киплинг, Редьярд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  20. «A Very Young Person» // The Kipling Society