Эстәлеккә күсергә

Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев битенән йүнәлтелде)
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Йөйәк, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө режиссёр, кинорежиссёр, менеджер
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Әүҙемлек урыны филармония[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Рәсәй Кинематографистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (29 ғинуар 1953 йыл) — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Рәсәйҙең Журналистар (1999) һәм Кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографсыһы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).

Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев 1953 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған.

2013 йылда Рәйес Абдрахман улына 60 йәш тулды. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәренең юбилейына арналған сара уның тыуған төйәге — Белорет районында ла ойошторолдо. «Йылдарым — байлығым» тип аталған был кисәлә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, район етәкселәре, шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт, Сибай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармониялары директорҙары ҡатнашты. Унда Рәйес Исмәғиловтың сағыу таланты һәм ижади ҡаҙаныштары республиканан ситтә лә киң билдәле икәнен айрып әйтеп кителде. Үҙенең бөтмәҫ энергияһы, юғары һөнәри оҫталыҫы һәм күп йыллыҡ бай тәжрибәһе Нефтекама дәүләт филармонияһы менән уңышлы етәкселек итеүҙә сағыла.

Үҙенең яуап һүҙендә Рәйес Абдрахман улы үҙен ололағаны өсөн яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе, Инйәр музыка мәктәбенә фортепиано бүләк итте.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2000—2007 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе.
  • 2006—2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.
  • 2012—2020 йылдар — Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[1].
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйес Исмәғилев «Башҡортостан» киностудияһында һәм «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһында төшөрөлгән 50-нән артыҡ нәфис һәм документаль фильм, шулай уҡ кино- һәм телевизион очерктар, телеспектаклдәр режиссеры. Улар араһында бигерәк тә «Белый ворон» (1975) нәфис фильмы, «Подвиг хлебороба» (1982, «Под знаком Аркаима» (1993) — 1994 йылда Архангельск ҡалаһында үткәрелгән «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломын алды), «Заһир йыры — халыҡ йыры» (1994), «Курултай собирает друзей» (2001, Екатеринбург ҡалаһында 2002 йылда уҙған «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты) фильмдәре һәм башҡалар бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломанты (1994).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографсыһы (2000).
  • «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Уның тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәйес Исмәғилевтың бер туған энеһе — Фәйзрахман Абдрахман улы (24.03.1955) — билдәле һынлы сәнғәт оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (1997), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004)[6].
  • Бер туған энеһе Исмәғилев Шамил Абдрахман улы — юстиция полковнигы, прокурор.