Эстәлеккә күсергә

Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев битенән йүнәлтелде)
Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Ҡабыҡҡыуыш, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, драматург, баш мөхәррир
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Әүҙемлек урыны Һәнәк (журнал)
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Журналистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы (1 ғинуар 1957 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы һәм драматург. 2020 йылдан «Һәнәк» журналының баш мөхәррире. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).

Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев 1957 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. 1980 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1981 йылда Күгәрсен районының Теләүембәт урта мәктәбендә башлай. Мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1981—1985 йылдарҙа Стәрлебаш районында Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры булып эшләй.

1985 йылдан — «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, 1999 йылдан — баҫманың баш мөхәррире.

2011 йылдан — «Һәнәк» журналының, 2016 йылдан — «Ағиҙел» журналының, 2020 йылдың февраленән тағы ла «Һәнәк» журналының баш мөхәррире[1].

2021 йылдың апрелендә Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[2] [3].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлана. Гәзит һәм журналдарҙа хикәйәләре һәм повестары баҫыла. 1988 йылда «Һыу юлында һылыу ҡыҙ» исемле тәүге китабы донъя күрә.

1990 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

1992 йылда сыҡҡан «Йәйҙең һуңғы көндәре» (1992) китабындағы повесть һәм хикәйәләре, шунда уҡ, уҡыусыларының күңеленә хуш килә.

Һуңғы йылдарҙа Рәлиф Мөстәҡим улы күберәк драматургия өлкәһен үҙ итә. «Эх, Байтимер дуҫ!», «Айғырыңды үтескә бир!..», «Гүргә инер сер ине…» һ.б. пьесаларында хәҙерге замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә.

Пьесалары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре театрҙарында ҡуйыла. Әлеге көндә әҙип ике китап һәм 12 пьеса авторы.

Әҙип ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Романов В. Видные деятели культуры Башкортостана: Ралиф Кинзябаев. (К 60-летию журналиста, писателя и драматурга). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 1 ғинуар[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «2002 йылда Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
  1. В трех башкирских журналах меняются главные редакторы. ИА «Башинформ», 2020, 14 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2020)
  2. Радий Хабиров: «У национальных СМИ Башкортостана есть уникальный потенциал развития». Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 17.04.2021 2021 йыл 20 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2021)
  3. СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. 1. Орден Дружбы народов. КИНЗЯБАЕВ Ралиф Мустакимович - главный редактор редакции журнала «Һәнәк» Республиканского информационного центра – филиала ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан» 2021 йыл 19 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2021)
  4. Видные деятели культуры Башкортостана: Ралиф Кинзябаев. (К 60-летию журналиста, писателя и драматурга). ИА «Башинформ», 2017 год, 1 января (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)