Алтынбаев Рәнис Рәйес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәнис Алтынбаев битенән йүнәлтелде)
Алтынбаев Рәнис Рәйес улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Инйәр ауылы
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (18 август 1976 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәнис Рәйес улы Алтынбаев 1976 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Инйәр эшселәр ҡасабаһында (2004 йылдың 17 декабренән Инйәр ауылы) тыуған.

1994 −1995 уҡыу йылында ошо уҡ райондың Шығай ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.

1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына[1]уҡырға инә һәм уны «ҡурай класы уҡытыусыһы» һәм «халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе» һөнәрҙәре буйынса 2000 йылда тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып дауам итә. Артабан Үҙәктең милләт— һәм төбәк—ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе була.

2007 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнә.

2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм «юрист» һөнәренә эйә була.

2011 йылдың июненән Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм 2022 йылдың 15 февраленә тиклем ошо вазифала эшләй[2]. Артабан Өфөләге «Торатау» конгресс-холының директор урынбаҫары.

2019 йылдың мартында Рәнис Алтынбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда Ҡазан ҡалаһында ҡатай башҡорттары ижадын өйрәнеүгә арналаған «Фольклор башкир-катайцев (эпическое, лирическое и обрядовое творчество)» тигән темаға диссертация[4] яҡлай һәм «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәнис Алтынбаев. Ҡатай башҡорттары фольклоры. «Ағиҙел» журналы, 2012, № 8[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәнис Алтынбаев — әүҙем йәмәғәтсе. 2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша. 2010 йылда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты итеп һайлана[6].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир, йырҙар ижад итеүсе[7] һәм һәүәҫкәр йырсы[8] булараҡ, Рәнис Алтынбаев һуңғы йылдарҙа төрлө быуын тамашасылары араһында киң билдәлелек яулай бара[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2003)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамоталары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]