Эстәлеккә күсергә

Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабит Әбүсуфиян улы Суфиянов битенән йүнәлтелде)
Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме Сабит Әбүсуфиян улы Суфиянов
Тыуған көнө 27 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Сәфәр, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, журналист
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы

Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы, әҙәби псевдонимы Әбүс (27 декабрь 1904 йыл — 10 ғинуар 1974 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.

Сабит Әбүсуфиян улы Суфиянов 1904 йылдың 27 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1]Сәфәр ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Дүртенсе курстан һуң Өфө педтехникумына күсә. Уны 1929 йылда тамамлағас, «Ҡыҙыл Башҡортостан», Учалы районы «Ударник» гәзиттәрендә эшләй. 1933 йылда Өфөгә килә һәм «Һәнәк» журналында яуаплы секретарь булып урынлаша.

1934—1935 йылдарҙа Сабит Суфияновты дәүләт идеологияһына тап килмәүсе мәҡәләләре өсөн эҙәрлекләйҙәр. Шағир эшһеҙ ҡала һәм Ҡазанға күсеп китергә мәжбүр була. 1936 йылда уны ҡулға алалар һәм өс йылға хөкөм итәләр. 1949 йылдың октябрендә Әбүс ҡабат ҡулға алына һәм ғүмерлеккә хөкөм ителә. 1957 йылдың декабрендә реабилитацияланғандан һуң шағир Өфөгә ҡайта, әммә эшкә урынлаша алмай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Мосолман зыяратында ҡәбер ҡаҙыусы булып эшләй.

Сабит Суфиянов 1920—30 йылдарҙа иң әүҙем ижад иткән шағирҙарҙың береһе. Шуныһы үкенесле: уның әҫәрҙәре ҡулдан ҡулға ғына йөрөй, матбуғатта баҫылмай.

Әбүстең шиғырҙары тыуған төйәккә, башҡорт халҡына ҡайнар һөйөү, яҙмышы өсөн уйланыу һәм һыҙланыу мотивтары менән һуғарылған. Яҙыусының «Яһил», «Салауат», «Дауыл йыры», «Ахмаҡ», «Сөмбөл», «Кәкүккәй» тигән поэмалары бар.

«Урал мөхәбәте» исемле тәүге китабы үҙе вафат булғандан һуң, 1998 йылда донъя күрҙе.

2007 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәте Сабит Суфияновтың «Яҙмалар. (Хикәйәләр, көндәлектәр, хаттар)» китабын баҫып сығара.

Насиров Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. — Өфө, 1997.