Асҡаров Салауат Әхмәт улы
Асҡаров Салауат Әхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 апрель 1946 |
Тыуған урыны | Шафран ауылы, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 декабрь 2019[1] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | бас[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Асҡаров Салауат Әхмәт улы (11 апрель 1946 йыл — 9 декабрь 2019 йыл) — башҡорт опера йырсыһы, педагог. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының (1984) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Әхмәт улы Асҡаров 1946 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Шафран ҡасабаһында тыуған. Дыуан урта мәктәбендә уҡый.
Профессиональ эшмәкәрлеген 1969 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай — Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Сураман партияһын тәү башлап башҡара.
1980 йылда «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһын (В. А. Лазько класы) тамамлай .
Эш урыны: 1969—1976 йылдарҙа һәм 1987 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1976—1980 йылдарҙа Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында, 1980—1987 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләй.
1988 йылдан Салауат Асҡаров — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты.
Сәхнә оҫтаһы һәм педагог 2019 йылдың 9 декабрендә Өфө ҡалаһында кинәт вафат булды[2].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Опера партиялары. Көнбайыш Европа опералары:
Командор (В.-А.Моцарт «Дон Жуан»), Зарастро (В.-А.Моцарт «Мөғжизәле флейта»), Базилио (Дж. Россини «Севиль цирюльнигы»), Дулькамара (Г.Доницетти «Мөхәббәт эсемлеге»), Мефистофель (Ш.Гуно «Фауст»), Спарафучиле, Монтероне (Дж. Верди «Риголетто») Феррандо (Дж. Верди «Трубадур»), Сильвано (Дж. Верди «Бал-маскарад»), Филипп II (Дж. Верди «Дон Карлос»), Рамфис (Дж. Верди «Аида»), Коллен (Дж. Пуччини «Богема»), Ферри (И. Кальмана «Сильва»),
рус опералары:
Мельник (А. Даргомыжский «Һыу инәһе»), Кончак, Галицкий (А. Бородина «Кенәз Игорь»), Борис Годунов (М. Мусоргский «Борис Годунов»), Һыуыҡ (Н. Римский-Корсаков «Ҡарһылыу»), Малюта Скуратов, Собакин (Н. Римский-Корсаков «Батша кәләше»), Гремин (П. Чайковский «Евгений Онегин»), Кочубей (П. Чайковский «Мазепа»), Мамыров (П. Чайковский «Тылсымсы»), Рене (П. Чайковский «Иоланта»), Ҡарт сиған (С. Рахманинов «Алеко»)
Башҡорт опералары:
Йыһангир (Р.Ғөбәйҙуллин, «Йыһангир»), Сынтимер (Хөсәйен Әхмәтов, «Нәркәс»), Таймаҫ (Х. Вәлиуллин, «Самат»), Юлай Аҙналин, Сураман (З. Исмәғилов, «Салауат Юлаев» операһы), батша Иван Васильевич Грозный (З. Исмәғилов, «Урал илселәре»), Буранбай (Заһир Исмәғилев, «Ҡаһым-түрә»)
Уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Йәмил Әбделмәнов;
- Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Татьяна Никанорова;
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Инна Романова, Нәсимә Юнысова.
- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Артур Ҡайыпҡолов.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең халыҡ артисы (2011)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992)
- Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты (1991)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ В Уфе ушел из жизни народный артист России, оперный певец Салават Аскаров. ИА «Башинформ», 10 декабря 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://encycl.bash-portal.ru/askar_sal.htm(недоступная ссылка)
- КАФЕДРА ВОКАЛЬНОГО ИСКУССТВА 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
- Галимова Г. Л. * * * Аскаров Салават Ахметович.// Статья в Башкирской энциклопедии. 2016 йыл 4 март архивланған.
- 11 апрелдә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Әлшәй районында тыуғандар
- 9 декабрҙә вафат булғандар
- 2019 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ҡазан консерваторияһын тамамлаусылар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Өфө музыканттары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары