Сапиенца (университет)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сапиенца
итал. Università degli Studi di Roma "La Sapienza"
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1303
Хөрмәтенә аталған Хикмәт
Нигеҙләүсе Бонифаций VIII[d][1]
Ректор Luigi Frati[d]
Девиз тексы Il futuro è passato qui
Дәүләт Италия[2]
Административ-территориаль берәмек Рим
Ойошма йәки клуб ағзаһы Mediterra[d], ORCID[d][3] һәм Европа университеттары ассоциацияһы[d][4]
Уҡыусылар һаны 113 345
Ҡулланылған тел Итальян[d]
Принадлежит к European Spatial Development Planning[d]
Дочерние компании (организации, учреждения) Faculty of Medicine and Psychology, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Architecture, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Economics, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Pharmacy and Medicine, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Law, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Civil and Industrial Engineering, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Information Engineering, Computer Science and Statistics, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Philosophy and Letters, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Medicine and Dentistry, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Mathematics, Physics and Natural Sciences, Sapienza University of Rome[d], Faculty of Political Science, Sociology and Communication, Sapienza University of Rome[d], University Campus of Latina, Sapienza University of Rome[d] һәм Sapienza Museum Network[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Рим
Хеҙмәткәрҙәр 19 631 кеше (2010)
Рәсми сайт uniroma1.it​ (итал.)​ (инг.)
Страница учреждения на Викискладе Sapienza University of Rome
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Римского университета[d]
Commons-logo.svg Сапиенца Викимилектә

«Сапиенца» (рәсми атамаһы — Sapienza — Università di Roma, «Сапиенца — Рим университеты») — Италияның баш ҡалаһы Римдә урынлашҡан университет, донъяның иң боронғо университеттарының береһе — XIV быуат башында нигеҙләнгән.

Италияның иң престижлы университеттарының береҙе, даими рәүештә Италия һәм Көньяҡ Европа юғары уҡыу йорттары рейтингыларының беренсе урындарына эләгә[5], Европаның иң яҡшы университеттары иҫәбенә инә[6]. Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарҙың һаны буйынса Европала иң ҙур университет булып тора[7].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1303 йылда Рим папаһы Бонифаций VIII тарафынан туранан-тура Ватиканға буйһонған уҡыу йорто булараҡ нигеҙләнгән. 1431 йылда Рим папаһы Евгений IV уҡыу йортон үҙгәртеп ҡорған, һөҙөмтәлә университетта дүрт яңы факультет булдырылған: хоҡуҡ, медицина, фәлсәфә һәм теология.

1527 йылда Римде талаған осорҙа университет ябылған, ҡайһы бер профессорҙар үлтерелгән. 1703 йылда Рим папаһы Климент XI ҡаланың Яникул убаһында ер алған, бында университет ботаника баҡсаһы булдырылған, ул тиҙҙән Европала иң билдәлеләренең береһе булып киткән.


1870 йылда «Сапиенца» папа университеты булмай башлаған һәм ҡала учреждениеһы булып киткән. 1935 йылда Марчелло Пьячентининың проекты буйынса яңы университет кампусы төҙөлгән.

Рейтингтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

U.S. News & World Report рейтингына ярашлы университет Италияның иң яҡшы юғары уҡыу йорто булып тора һәм Европала 139-сы урында биләй[8][9].

Донъя университеттарының академик рейтингы Рим университетын 101—150 (донъяла иң яҡшы уҡыу йорттарының 3 % араһында) төркөмөндә урынлаштырған[10].

QS World University Rankings рейтингында Ла Сапиенца 202-се урынды биләй[11].

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Архитектура
  • Иҡтисад
  • Фармакология һәм медицина
  • Хоҡуҡ
  • Граждан һәм сәнәғәт төҙөлөшө
  • Информацион инженерияһы, информатика һәм статистика
  • Математика, физика һәм тәбиғи фәндәр
  • Медицина һәм стоматология
  • Медицина һәм психология
  • Сәйәси фәндәр, социология һәм коммуникациялар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIII B. In Supremae praeminentia Dignitatis — 1303.
  2. Directory of Open Access Journals — 2003.
  3. https://orcid.org/members/001G000001qj6ifIAA-universita-degli-studi-di-roma-sapienza
  4. https://eua.eu/about/member-directory.html
  5. Academic Ranking of World Universities 2013. shanghairanking.com.
  6. CWUR 2014 Top Universities in Europe. cwur.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 август 2015. 29 июль 2015 тикшерелгән.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; students төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Il Messagero. http://ilmessagero.it.
  9. Best Global Universities in Italy. usnews.com.
  10. University of Roma - La Sapienza. shanghairanking.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 май 2015. 29 июль 2015 тикшерелгән.
  11. Sapienza University of Rome Rankings. topuniversities.com.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Ассоциация средиземноморских университетов