Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы
| Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1913 |
| Тыуған урыны | Яҡут |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы (рус. Сарбаев Хужагали Байрамгулович (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында 1-се батареяның повозочныйы булып хеҙмәт итә[1].
1945 йылдың 23 апрелендә 1-се батареяның повозочныйы Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы Зандхаузен ҡалаһы өсөн һуғышта автоматсылар уты аҫтында һуғыш кәрәк-яраҡтары ташый, үҙенең шәхси ҡоралы менән ике дошман һалдатын юҡ итә. Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. 1985 йылда Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САРБАЕВ Хужгали Байрамгулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сарбаев Хужгали Байрамгулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)